Йәнбирҙина Зөбәржәт Нәби ҡыҙы

(Зөбәржәт Йәнбирҙина битенән йүнәлтелде)

Йәнбирҙина Зөбәржәт Нәби ҡыҙы (18 сентябрь 1945 йыл9 май 2009 йыл) — шағир, 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006). Хәким Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (2001).

Зөбәржәт Йәнбирҙина
Тыуған көнө:

18 сентябрь 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Көйөргәҙе районы, Ҡунаҡбай ауылы

Вафат булған көнө:

9 май 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (63 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡортостан Республикаһы, Стәрлетамаҡ

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР →
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт теле

Наградалары:

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006).

Биографияһы

үҙгәртергә
  • Зөбәржәт Нәби ҡыҙы Йәнбирҙина 1945 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Ҡунаҡбай ауылында тыуған.
  • 1973 йылдан алып Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының төрлө предприятиеларында һәм учреждениеларында эшләй.
  • 1992—1994 һәм 2000—2009 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһында әҙәби консультант.
  • 1996—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының «Шишмә» Күмертау яҙыусылар ойошмаһы яуаплы секретары.
  • 2009 йылда Стәрлетамаҡта вафат була.

Зөбәржәт Йәнбирҙинаның «Йөҙөк ҡашы» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1978 йылда сыға. Уның ижадына тәрән хис-тойғолар, тел байлығы, образлылыҡ хас. «Күк мунсаҡ» (1991), «Ил инәһе» (1995), «Һандал» (2001), «Даға сыңы» (2005) һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренең төп темаһы — туған халҡының яҙмышы, тормошта кешенең үҙ урыны, ҡатын-ҡыҙ бәхете.

Яҙылып бөтмәгән «Көҫәпәй» романы (1-се һәм 2-се бүлектәре 1977 һәм 2001 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баҫылып сыға. Зөбәржәт Йәнбирҙина башҡорт балалар шиғриәте өлкәһендә лә ижад итә. Кескәйҙәр өсөн яҙылған «Ҡолонсаҡ» (1992), «Айбулатым — ейәнем» (1994) китаптары авторы. Әҫәрҙәре рус теленә тәржемә ителгән. Шиғырҙарына йырҙар яҙылған.

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Даға сыңы: шиғырҙар. — Өфө, 2005.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә