Миңлебаев Руфил Ғафар улы

ботаник, эколог. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), биология фәндәре докторы (1969), профессор (1970).

Миңлебаев Руфил Ғафар улы (18 сентябрь 1931 йыл — 20 июнь 2013 йыл) — ғалим-ботаник, эколог, йәмәғәтсе. 1963 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 2006 йылға тиклем ботаника кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1970—1975 һәм 1980—1991 йылдарҙа биология факультеты деканы. 1970—2013 йылдарҙа СССР һәм Рәсәй Ботаника йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), биология фәндәре докторы (1969), профессор (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1981), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999).

Миңлебаев Руфил Ғафар улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 18 сентябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (93 йәш)
Тыуған урыны Айбүләк, Байғужа ауыл советы, Яңауыл районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ботаник, эколог
Уҡыу йорто Татар дәүләт гуманитар-педагогия университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Башҡорт дәүләт университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Руфил Ғафар улы Миңлебаев 1931 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Яңауыл районы Айбүләк ауылында крәҫтиән ғәиләһендә тыуған.

Яңауыл ҡасабаһының 1-се мәктәбен тамамлағас, Ҡазан педагогия институтына уҡырға инә. 1954 йылда институтты уңышлы тамамлап, шунда уҡ эшләргә ҡала. Диссертация яҡлап, «биология фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһен ала.

1963 йылдан башлап фәнни-педагогик эшмәкәрлеге һәм тормошо тулыһынса Өфө һәм Башҡорт дәүләт университеты менән бәйле.

1976 йылға тиклем ботаника кафедраһын етәкләй. Шул уҡ ваҡытта 1970—1975 һәм 1980—1991 йылдарҙа Башкорт дәүләт университетының биология факультетында БГУ декан була.

1969 йылдан — биология фәндәре докторы, бер йылдан — профессор.

1998 йылда Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы итеп һайлана.

2013 йылдың 20 июнендә 82 йәшендә вафат була һәм Өфөлә ерләнә.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Дөйөм экологияның актуаль проблемаларына, тупраҡ ылымыҡтарын, ҡый үләндәрен, ботаник тәбиғәт ҡомартҡыларының флораһын, файҙалы үҫемлектәрҙең ресурстарын өйрәнеүгә, ботаник тәбиғәт ҡомартҡыларының флораһын өйрәнеүгә, файҙалы үҫемлектәрҙең ресурсын асыҡлауға һәм уларҙы һаҡлауға арналған.

Тупраҡ альгологияһы буйынса ғилми йүнәлешкә нигеҙ һалыусы.

  • «Башҡорт АССР‑ының ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр белешмәһе» («Определитель высших растений Башкирской АССР»; 1988), «Башҡортостан ылымыҡтарының ҡыҫҡаса белешмәһе» («Краткий определитель водорослей Башкортостана»; 1996) исемле китаптарҙың төҙөүселәенең береһе. « Башҡорт АССР-ының Ҡыҙыл китабы» баҫмаһының икенсе мөхәррире була («Красная книга Башкирской АССР» (Уфа, 1987).
  • Рәсәй ботаника йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе (1970—2013).
  • Башкортостан Республикаһының үҫемлектәр япмаһы типтарына һәм агрофитоценология өлкәһендәге фәнни проблемаларына арналған 270 фәнни хеҙмәт авторы.

Руфил Ғафар улы Миңлебаев ботаника һәм үҫемлектәр экологияһы өлкәһендә ватаныбыҙҙың иң күренекле белгесе булараҡ киң танылыу алған ғалимдарҙың береһе.

Башҡортостан агрофитоценоздарын өйрәнеүгә ҙур көс һалыусы булараҡ дан алған.

Башҡортостанда башлап тупраҡ альгологияһы буйынса ғилми йүнәлеш булдыра, тупраҡ ылымыҡтарын өйрәнеү буйынса фәнни эшмәкәрлек ойоштора. Шулай уҡ, тирә-яҡ мөхит биомониторингы буйынса фәнни мәктәпкә нигеҙ һала.

Руфил Ғафар улы етәкләгән коллективтың флора өлкәһендә алып барған эштәре һөҙөмтәһендә Башкортостан Республикаһының генофондын асыҡлау һәм уны һаҡлау системаһы булдырыла.

Руфил Ғафар улы 20-нән ашыу ғалим, фән кандидаттарын һәм докторҙарын әҙерләй. Белгестәр араһында уның авторҙаштар менән яҙған « Башкортостан Республикаһы флораһының эколого-географик анализы» (Өфө, 1995), «Дөйөм ботаника һәм альгология» (Өфө, 2000), «Түбән төҙөлөшлө үҫемлектәр буйынса курс (систематика)» (Өфө, 2001) китаптары бик юғары баһалана.

Профессор методик әсбаптар булдырыуға ла иғтибарҙы ныҡ бүлә. Шулай уҡ, талиптар, белгестәр, ғалимдар араһында берҙәй үк ҡыҙыҡһыныу уятҡан баҫмаларҙың авторы ла.

Мәҫәлән:

  • «Русско-татарско-башкирский терминологический словарь по ботанике» (Уфа, 1996),
  • «Эколого-географический анализ флоры РБ» (Уфа, 1995),
  • «Высшие растения» (Уфа, 1998),
  • «Общая ботаника и альгология» (Уфа, 2000),
  • «Микология и лихенология» (Уфа, 2000).
  • «Курс низших растений. Систематика» (Уфа, 2001).

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Руфил Ғафар улы Миңлебаев күп йылдар фәнни эштәр менән бәйле ойоштороу эштәрендә һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

1970 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһында рус ботаник йәмғиәтенең Башҡорт бүлеге рәйесе вазифаһын башҡара.

Биологияның актуаль проблемалары буйынса вуз -ара фәнни семинарҙарға, биологик цикл буйынса диссертация яҡлау советына етәкселек итә.

Рәсәй Федерацияһы Мәғәриф министрлығының биология буйынса баш советы һәм Башҡортостандың дарыу үләндәре ресурсын рациональ файҙаланыу буйынса ведомство-ара координацион үҙәк эштәрендә ҡатнаша.

Декан вазифаһын башҡарғанда биология факультетын булдырыуҙа һәм альгология лабораторияһын ойоштороуҙа ҙур эш башҡара.

Уның инициативаһы менән биофакта диссертацион совет булдырыла. Ботаника, биохимия, үҫемлектәр физиологияһы буйынса докторлыҡ диссертация яҡлау советы составына инә.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

270 хеҙмәт, шул иҫәптән 5 монография, 7 уҡыу әсбабы авторы, шулар араһында:

  • Миңлебаев Р.Ғ. (авторҙаш) Башҡорт АССР-ының юғары төр үҫемлектәрен билдәләү. — М.: Наука, 1988.
  • Миңлебаев Р.Ғ. һ.б. Башҡортостандың ылымыҡтарын ҡыҫҡаса билдәләү. — Өфө, БДУ баҫмаһы, 1995.
  • Миңлебаев Р.Ғ. һ.б. Тәбиғәт экосистемаларында индикация фильтрҙары булараҡ ылымыҡтар // БР Фәндәр академияһы хәбәрҙәре, № 2, 1996.
  • Миңлебаев Р.Ғ. Русса-башҡортса-татарса ботаника терминдары һүҙлеге. — Өфө, БДУ баҫмаһы, 1996.
  • Миңлебаев Р.Ғ. Дөйөм ботаника һәм альгология: Уҡыу әсбабы. — Өфө, БДУ баҫмаһы, 2000.
  • МиңлебаевР.Ғ. Микология һәм лихенология: Уҡыу әсбабы. — Өфө, БДУ баҫмаһы, 2000.
  • Миңлебаев Р.Ғ. Түбән төр үҫемлектәр (систематика): Уҡыуәсбабы. — Өфө, БДУ баҫмаһы, 2001.
  • Миңлебаев Р.Ғ., Миннебаев Ф. Р. Ылымыҡтар, бәшмәктәр, лишайҙар (Дөйөм характеристика, систематика). — Өфө, БДУ баҫмаһы, 2002.
  • Миңлебаев Р.Ғ. (авторҙаш). Башҡортостандың яҙғы үҫемлектәрен билдәләү. — Өфө, БДУ баҫмаһы, 2003.
  • Миңлебаев Р.Ғ. һ.б. Өфөлә һәм уның әйләнә-тирәһендә мәҙәни мираҫ булған архитектура ҡомартҡыларының биокоррозияһы // БР Фәндәракадемияһыхәбәрҙәре, № 1, том 12, 2006.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977),
  • СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1981),
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999)
  • Рәсәй Федерацияһының Юғары белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре (1999),
  • Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы (1998)
  • Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә