Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы

Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы (18 сентябрь 1948 йыл) — ғалим-физик, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2000-2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты (2002), Чечен Республикаһы Фәндәр Академияһының почётлы академигы (2008), физика-математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996), Башҡортостан Республикаһының (1997) һәм Рәсәй Федерацияһының (2008) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (2001) һәм мәғариф отличнигы (2003).

Харрасов Мөхәмәт Хәдис улы
Тыуған көнө:

18 сентябрь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (71 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Белорет районы Сермән ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшләгән урыны:

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе:

физика-математика фәндәре докторы

Ғилми исеме:

профессор (1996); Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы ағза-корреспонденты (2002)

Уҡыу йорто:

Башҡорт дәүләт университеты

Награда һәм премиялары


Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре (2008)

БиографияҮҙгәртергә

Мөхәмәт Хәдис улы Харрасов 1948 йылдың 18 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет районы Сермән ауылынды тыуған.

1966—1971 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының физиука факультетынжа уҡый.

1971—1972 — лаборант, БДУ.

1972—1975 — Мәскәү дәүләт университеты аспиранты.

1975—1991 — БДУ-ның «Теоретик физика» кафедраһында ассистент, өлкән уҡытыусы, доцент.

1991—1994 — Мәскәү дәүләт университеты докторанты.

1994—1999 — БДУ-ның физика факультеты деканы.

1999—2000 — Башҡортостан Республикаһының Юғары мәктәп һәм фән буйынса дәүләт комитеты рәйесе.

2000—2010 — БДУ ректоры, «Элемтә» кафедраһы мөдире.

2010—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә