Юлдашбаев Юлай Хәйрулла улы

тарих фәндәре кандидаты

Юлдашбаев Юлай Хәйрулла улы (18 апрель 1962 йыл) — Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, тарих фәндәре кадидаты.

Юлдашбаев Юлай Хәйрулла улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 апрель 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт Үргене, Яңы Петровка ауыл Советы, Ейәнсура районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тарихсы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Юлай Хәйрулла улы Юлдашбаев 1962 йылдың 18 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1979 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлай.

1979—1984 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡый һәм комсомолда эшләй. 1980 йылдан — университеттың ВЛКСМ комитетының хеҙмәт эштәре штабы етәксеһе, 1982 йылда Германия Демократик Республикаһының Галле-Нойштадт ҡалаһында хеҙмәт семестры үткәргән БДУ-ның интернационал студент төҙөлөш отряды комиссары.

1984 йылдан — СССР Фәндәр академияһының (Мәскәү) Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнография институтында Балтика буйы, Волга буйы һәм СССР-ҙың Европа төньяғы секторында стажер-тикшеренеүсе. 1997 йылда «тарих фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[1].

1986 йылда һәм 1990 йылдан хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, 1999 йылдан —Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының Эштәр идаралығының социаль-гуманитар бүлек етәксеһе урынбаҫары.

2000 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының гуманитар мәсьәләләр һәм милләттәр эштәре буйынса бүлегендә эшләй.

2006 йылдан Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк архивы директоры, 2015 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары[2].

Фәнни хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге этносоциологияға, Башҡортостан халыҡтарының рухи мәҙәниәте проблемаларына һәм башҡаларға арналған. 50-нән артыҡ ғилми хеҙмәт авторы. Мөхәррирлек эше алып бара[3].

  • Ҡыҙы Лариса, Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, экономист һөнәре буйынса эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Ә. Харисов исемендәге премия лауреаты (1995)
  • «Комсомолда әүҙем эшләгәне өсөн» билдәһе (1981)
  • «Германияның социалистик хеҙмәт ударнигы» ордены миҙалы
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1982)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡтың Почёт грамотаһы (2009)
  • Башҡортостан Республиканың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2012)
  • Федераль архив агентлығының Почёт грамотаһы (2012)
  • 2-се дәрәжә Бөйөк Петр ордены[4]
  • Намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙалы. 18 апрель 1923 йыл.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә