Төп менюны асырға

Дауыт Юлтый (Дауыт Исхаҡ улы Юлтыев; 18 апрель 1893 йыл10 июль 1938 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Дауыт Юлтый
DJultji.jpg
Исеме:

Юлтыев Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы

Тыуған көнө:

18 апрель 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Һамар губернаһы, Быҙаулыҡ өйәҙе, Йомран-Табын улусы, Юлтый ауылы (хәҙерге Ырымбур өлкәһе, Ҡыҙыл Гвардия районы)

Вафат булған көнө:

10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (45 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы, СССР

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, журналист

Йөкмәткеһе

БиографияһыҮҙгәртергә

Дауыт Исхаҡ улы Юлтыев 1893 йылдың 18 апрелендә Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусына ҡараған (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районы) Юлтый ауылында тыуған.

Юлтый ауылындағы һәм Сорокин мәҙрәсәһендә уҡый. Ҡаҙағстан далаларында һәм тыуған ауылында балалар уҡыта.

1914 йылда Беренсе донъя һуғышына китә. 1917 йылғы Февраль һәм Октябрь революцияларын фронтта ҡаршылай.

1919 йылда Коммунистар партияһы сафына инә, граждандар һуғышында ҡыҙылдар яғында ҡатнаша. Ошо мәлде беренсе революцион армияның штабында сыҡҡан «Ҡыҙыл йондоҙ» гәзитендә эшләй. Артабан Туҡ-Соран кантонында хәрби комиссар, партияның кантон комитеты секретары вазифаларын башҡара.

1920 йыл аҙағында Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа саҡыртып алына. Башҡортостан хәрби комиссариаты политидаралығында «Ҡыҙыл батыр» тигән гәзитте ойоштороуҙа ҡатнаша һәм шул гәзиттең мөхәррире була. Артабан республика хәрби комиссариаты политидаралығының мәктәптәр бүлегендә инспектор, Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең мөдире, Башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби консультанты булып эшләй.

1921 йылдан «Башҡортостан» гәзитенә мөхәррир булып эшләй, «Яңы юл», «Белем» журналдарын сығарыуҙа ҡатнаша.

 
Дауыт Юлтый (һулда), Хабибулла Ибраһимов һәм Мәжит Ғафури Башҡортостанда А. П. Чехов исемендәге санаторийҙа. 1933 й.

1925—1926 йылдарҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессура институтында уҡый, бер ни тиклем ваҡыт Центриздатта мөхәррир булып эшләй.

Утыҙынсы йылдарҙа «Октябрь» журналының, «Әҙәби удар» гәзитенең мөхәррир вазифаларын алып бара, Башҡортостан Милли мәҙәниәт институты эшендә яҡындан ҡатнаша, Башҡортостан Яҙыусылар союзын ойоштороусыларҙың һәм уның етәкселәренең береһе була.

1938 йылда шәхес культы репрессияһына дусар ителә һәм атып үлтерелә.

Ижад юлыҮҙгәртергә

Беренсе китабы Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1921 йылда баҫылып сыға. 1924 йылда "Ҡомартҡыларым" исемле китабы донъя күрә. Ул яҙғандарҙан бигерәк тә "Бәләкәй Ҡотош", "Тимеркәй фәлсәфәһе", "Өмәт", "Хәлкәй артист" хикәйәләре, "Әлимә йәки Мырҙаш ҡарт туйы" повесы, "Ҡан" романы киң билдәле.

ДраматургияһыҮҙгәртергә

1920 йылда Туҡ-Соран кантонында йәшәгән осорҙа «Ҡарағол» пьесаһын яҙа. Шулай уҡ «Һин кем?», «Урланған Көнһылыу», «Тирмәндә», «Табылған Марат», «Йәнтүрә», «Аҡшан батыр», «Маҡтымһылыу» пьесаларыаның авторы булып тора.

ИҫтәлекҮҙгәртергә

  • Баш ҡаланың Ленин урамындағы 2-се йорт стенаһына Дауыт Юлтый хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (1978).
  • Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1977 йылдың 6 декабрендәге ҡарары менән Орджоникидзе районындағы урамға Дауыт Юлтый исеме бирелә.

СығанаҡтарҮҙгәртергә

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)

ҺылтанмаларҮҙгәртергә