Амангилде (Әбйәлил районы)

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районындағы ауыл

Амангилде (рус. Амангильдино; икенсе атамаһы Тоҡомбәт) — Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы ауыл. Амангилде ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 651 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80201807001.

Село
Амангилде
рус. Амангильдино
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил

Ауыл советы

Амангилде

Координаталар

53°21′06″ с. ш. 58°18′56″ в. д.HGЯO

Халҡы

651[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453625

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 201 807 001

ОКТМО коды

80 601 407 101

ГКГН номеры

0524021

Амангилде (Рәсәй)
Амангилде
Амангилде
Амангилде (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Амангилде

Географик урыны

үҙгәртергә

Амангилде ауылы Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында, район үҙәге Асҡар ауылынан көнбайышҡа табан 25 километр һәм Магнитогорск тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбафПоЬйышҡа табан 77 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Амангилде (Тоҡомбәт) ауылының ике исеме бар. Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә 1816-1834 йылдар араһында нигеҙ һалған. Әйтер кәрәк, XVIII быуатта — XIX быуат башында бындай исем аҫтында ауылдар булмаған. XVIII быуаттың 30-сы йылдарында Тамъян улусы старшинаһы Тоҡомбәт Әлембәтов булғаны билдәле. Һәм ауылдың тәүге атамаһы Тоҡомбәт антропонимынан булған.

XIX быуат уртаһынан Амангилде исеме менән йөрөтөлә башлай. Амангилденең улдары — Ыласын, Тайсы һәм Мөхәмәтғәле Амангилдиндар.

1834 йылда Амангилделә йәшәгән 25 хужалыҡта донъя көткән 177 кешегә 125 ат, 100 һыйыр, 100 һарыҡ, 30 кәзә тура килә. 20 ылау булып Буҙбейә, Ҡыраҡа башы, Мостаүлгән йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр. Барлығы 240 бот яҙғы икмәк сәселгән. Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйында тирмәндәре булған[4].

1859 йылда Амангилде ауылында 252 кеше йәшәгән. 1866 йылда ауылдың 32 йортонда 233 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1900 йылда ауылда мәсет, һыу тирмәне булған. 1920 йылда Амангилделә 541 кеше йәшәгән[5].

Халыҡ һаны

үҙгәртергә
Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[6]2010[1]
835779651
Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (100 %)[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 336
1920 йыл 26 август 228
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 479
1959 йыл 15 ғинуар 420
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 571
2002 йыл 9 октябрь 835
2010 йыл 14 октябрь 651 317 334 48,7 51,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Әлеге ваҡытта Амангилде ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, дауалау амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[8].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Урамдары

үҙгәртергә
  • урамы (рус.  (улица)
  • Вадим Бакиев урамы (рус.  Вадима Бакиева (улица)
  • Вафир Тайсин урамы (рус.  Вафира Тайсина (улица)
  • Комсомол урамы (рус.  Комсомольская (улица)
  • Ҡыҙыл урамы урамы (рус.  Кизил (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодежная (улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус.  Салавата Юлаева (улица)
  • Төньяҡ урам (рус.  Северная (улица)
  • Тайманышты урамы (рус.  Тайманашты (улица)
  • Таштимер Баймөхәмәтов урамы (рус.  Таштимера Баймухамәтова (улица)
  • Сәскә урамы (рус.  Цветочная (улица)
  • Үҙәк урамы (рус.  Центральная (улица)[11]

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Ауыл ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство== Әҙәбиәт == «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Амангилде (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. ИСДБ|страница=36}}
  5. ИСДБ|страница=36}}
  6. 6,0 6,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  7. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; справочник төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  8. Амангилде (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  9. Тайсин Вафир Нурислам улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған.
  10. Заслуженные люди СП. Юлмухаметов Ахияр Хакимьянович. Амангильдинский сельсовет муниципального района Абзелиловский район. Официальный сайт 2021 йыл 11 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ғинуар 2021)
  11. Улицы
  12. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 2 декабрь(недоступная ссылка)