Худяков Александр Алексеевич

Худяков Александр Алексеевич (18 апрель 1906 йыл6 апрель 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, танк батальонының механик-водителе, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944, үлгәндән һуң).

Александр Алексеевич Худяков
Файл:Hudyakovaa.jpg
Тыуған ваҡыты

18 апрель 1906({{padleft:1906|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Нөгөш ауылы

Үлгән ваҡыты

6 апрель 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (37 йәш)

Хеҙмәт иткән урыны

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғәскәр төрө

Танк ғәскәрҙәре

Хеҙмәт итеү йылдары

1941—1944

Хәрби звание

Хәрби алыш/һуғыш

Бөйөк Ватан һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Худяков Александр Алексеевич[1] 1906 йылдың 18 апрелендә Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы) Нөгөш ауылында тыуған. Рус. Мәктәптең 7 класын тамамлаған.

Йорт хужалығында, 1930 йылдан алып колхозда эшләй, 1936 йылдан — Мәскәү Үҙәк аэродромы ашханаһы мөдире.

1941 йылдың июлендә Мәскәү өлкәһенең Ухтомск райвоенкоматы тарафынан Ҡыҙыл Армияға алына.

2-се танк батальонында танк механик-водителе булып хеҙмәт итә (45-се гвардия танк бригадаһы, 11-се гвардия танк корпусы, 1-се гвардия танк армияһы, 1-се Украина фронты).

1944 йылдың 6 апрелендә һәләк була. Тернополь өлкәһенең Кашпиловцы ауылында ерләнгән[2][3].

1944 йылдың 26 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән гвардия старшинаһы Худяков Александр Алексеевич күрһәткән батырлығы һәм командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне өсөн үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була.

Батырлығы

үҙгәртергә

Гвардия старшинаһы А. А. Худяков Днестр менән Прут йылғалары аша сыҡҡан һәм Черновцы ҡалаһын азат иткән саҡта батырлыҡ күрһәтә.

А. А. Худяковтың бүләкләү битенән: «1944 йылдың 25 мартында дошманды эҙәрлекләп, батальон Днестр йылғаһына барып сыға. Беренсе булып йылғаға гвардия старшинаһы Худяковтың танкы барып етә һәм кисеү өсөн һуғышҡа инә. Экипаж алышта 1 пушка, 3 миномет, 6 автомашина һәм 30 яҡын автоматсыларҙы юҡ итә. Иптәш Худяков беренсе булып Днестр аша сыға һәм йылғаның уң ярында плацдармға эйә булыу өсөн алышҡа инә, уның һөҙөмтәһендә ул 2 танк, 3 автомашина һәм яҡынса 60 дошман автоматсыларын ҡыйрата…

Батальон һөжүменең уңышын үҫтереү өсөн иптәш Худяков 1944 йылдың 28 мартында беренсе булып Прут йылғаһы аша сыға һәм Черновцы ҡалаһы өсөн алышҡа инә. Был алышта иптәш Худяков үҙенең экипажы менән 2 миномет, 5 пулемёт һәм 20 тиклем автоматсыларҙы ҡыра. 1944 йылдың 29 мартында беренсе булып Черновцы ҡалаһына бәреп инә. Черновцы ҡалаһын алған саҡта Худяков үҙегенә 2 пушка, танк, 4 пулемёт һәм 45 тиклем гитлеровсыларҙы юҡ итә...».

Геройҙың исеме Силәбе өлкәһенең Нязепетровск ҡалаһында һәм Черновцы ҡалаһында урамдарға бирелгән һәм мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Советтар Союзы Геройының "Алтын йондоҙ " миҙалы (26.04.1944)[4];
  • Ленин ордены (26.04.1944);
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (02.01.1944)[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Худяков Александр Алексеевич. «Герои страны» сайты.
  2. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 53/51, л. 2/471, 472)
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3303, л. 2, 49, 50)ф. 33, оп. 686044, д. 3303, л. 2, 49, 50)
  • Несокрушимые. — Уфа, 1985. / стр.174—204.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979, кн. 4. / стр. 31—34.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов; т. 7. Ф-Я. — Уфа: Башкирская энциклопедия. 2011. — 624 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә