Калюжный Виктор Иванович

Калюжный Виктор Иванович (18 апрель 1947 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1999—2000 йылдарҙа Рәсәй яғыулыҡ һәм энергетика министры, 2004—2008 йылдарҙа Рәсәйҙең сит ил эштәре министры урынбаҫары һәм Рәсәйҙең Латвиялағы илсеһе.

Калюжный Виктор Иванович
Флаг
Флаг
Рәсәй Федерацияһының Латвияла ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе
Флаг
Флаг
1 сентябрь 2004 — 11 ғинуар 2008
Алдан килеүсе: Игорь Студенников
Дауамсы: Александр Вешняков
Флаг
Флаг
Рәсәй Федерацияһының яғыулыҡ һәм энергетика министры
Флаг
Флаг
25 май 1999 — 7 май 2000
(в.б. 2000 йылдың 28 июненә тиклем)
Хөкүмәт башлығы: Сергей Степашин,
Владимир Путин
Президент: Борис Ельцин,
Владимир Путин
Алдан килеүсе: Сергей Генералов
Дауамсы: Александр Гаврин энергетика министры булараҡ
 
Тыуған: 18 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (77 йәш)
Бөрө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Партия: Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Берҙәм Рәсәй
Белеме: ӨДНТУ
 
Хәрби хеҙмәт
Звание: запастағы полковник
 
Наградалары:
Дуҫлыҡ ордены
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
«Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Виктор Иванович Калюжный 1947 йылдың 18 апрелендә Башҡорт АССР-ының Бөрө ҡалаһында нефть сығарыу тармағында эшләүселәр ғаиләһенда тыуа. 1970 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. 1970 йылдан алып 1978 йылға тиклем Советтар Союзының нефть сәнәғәт министрлығының «Томскнефть» производство берләшмәһендә операторҙан алып «Васюганнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының (НГСИ) баш инженерына тиклем барып етә.

1980 йылдан алып 1986 йылға тиклем «Стрежевойнефть» НГСИ партия комитетының сәркәтибе һәм Томь өлкәһе КПСС Стрежевой ҡала комитетында икенсе сәркәтибе була. 1990 йылға тиклем Нефть сәнәғәт министрлығында карьераһын дауам итә: «Томскнефть» производство берләшмәһенең «Стрежевойнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында экономика буйынса етәксенең урынбаҫары, «Нижневартовскнефтегаз» производство берләшмәһендә «Приобнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында баш инженер һәм етәксе була.

1990 йылдан алып 1993 йылға тиклем Вьетнам республикаһының Вунг Тау ҡалаһында «Вьетсовпетро» уртаҡ предприятияһында нефть һәм газ сығарыу буйынса директор вазифаһын башҡара. 1997 йылға тиклем Стрежевой ҡалаһында «Томскнефть» акционер ойошмаһында генераль директорҙың беренсе урынбаҫары була. Шул уҡ йылда Виктор Калюжный Томск ҡалаһында Көнсығыш нефть компанияһында тәүге вице-президент булып эшләй.

1997—1998 йылдарҙа Томь өлкәһенең Закондар сығарыу думаһының икенсе саҡырылышы депутаты булып һайлана. Киләһе йылда Рәсәйҙең яғыулыҡ һәм энергетика министрының тәүге урынбаҫары вазифаһын башҡара. 1999 йылдың 25 майынан алып 2000 йылдың 28 июненә тиклем Рәсәй яғыулыҡ һәм энергетика министрына тиклем күтәрелә[1][2][3].

Киләһе дүрт йыл сит ил эштәре министрының урынбаҫары һәм Каспий диңгеҙенең статусын көйләү һорауҙарын буйынса Рәсәй Федерацияһы президентының махсус вәкиле була[4][5][6][7]. 2004 йылдың 1 сентябренән 2008 йылдың 11 ғинуарына тиклем Латвияла Рәсәй Федерацияһының ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе булып эшләй[8][9]. «Ригаға барыр алдынан миңә, Рәсәй менән Латвия араһында бөтә нимә насар, ә берҙән-бер яҡшыһы — илсе резиденцияһы, тип әйтеп ҡалалар»[10].

  Латвияла эшләғән сағында Виктор Калюжный үҙенең элекке буйһонғандарынан — Рәсәй Федерацияһының Латвия илселегенең өсөнсө сәркәтиптәре Владимир Симиндей[11] һәм Дмитрий Ермолаев[12] яғынан асыҡ тәнҡит ишетә  

Виктор Калюжный «Милли нефть институты» фондының күҙәтеү кәңәшмәһенең рәйесе вазифаһын башҡара.

Мауығыуҙары

үҙгәртергә

Виктор Калюжный инглиз телен яҡшы белә. Теннис, футбол һәм баскетбол кеүек спорт төрҙәре менән мауыға.

Виктор Калюжный өйләнгән. Уның Михаил һәм Павел исемле улдары бар. Икеһе лә «Terminala serviss» Латвия фирмаһының хужалары.

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә

Дипломатик дәрәжә

үҙгәртергә

Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсе (24 апрель 2003)[19]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Указ Президента Российской Федерации от 25.05.1999 г. № 662 «О Министре топлива и энергетики Российской Федерации»
  2. Указ Президента Российской Федерации от 19.08.1999 г. № 1090 «О Министре топлива и энергетики Российской Федерации»
  3. Указ Президента Российской Федерации от 28.06.2000 г. № 1201 «О прекращении исполнения бывшими членами Правительства Российской Федерации своих обязанностей и сохранении им социальных гарантий»
  4. Указ Президента Российской Федерации от 31.05.2000 г. № 998 «О специальном представителе Президента Российской Федерации по вопросам урегулирования статуса Каспийского моря»
  5. Распоряжение Президента Российской Федерации от 19.12.2002 г. № 602-рп
  6. Распоряжение Президента Российской Федерации от 21.04.2003 г. № 193-рп
  7. Указ Президента Российской Федерации от 29.07.2004 г. № 983 «О Калюжном В. И.»
  8. Указ Президента Российской Федерации от 01.09.2004 г. № 1134 «О назначении Калюжного В. И. Чрезвычайным и Полномочным Послом Российской Федерации в Латвийской Республике»
  9. Указ Президента Российской Федерации от 11.01.2008 г. № 29 «О Калюжном В. И.»
  10. Посольство России в Латвии 2016 йыл 6 ноябрь архивланған.
  11. [rosvesty.ru/1824/sng/1337-poddavki-po-rizhski/ "Российские вести", статья "Поддавки по-рижски"]
  12. [riga.rosvesty.ru/news/187/ Riga.Rosvesty, статья "Вечерня посла Калюжного"]
  13. Указ Президента Российской Федерации от 04.03.1996 г. № 320 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  14. Виктор Иванович Калюжный награждён орденом "За служение Отечеству". Дата обращения: 5 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 12 октябрь 2007 года. 2007 йыл 12 октябрь архивланған.
  15. Указ Президента Российской Федерации от 09.10.2007 г. № 1353 «О награждении медалью ордена „За заслуги перед Отечеством“ I степени Калюжного В. И.»
  16. Посол России не будет награждён латвийским орденом
  17. В посольстве раздали ордена 2016 йыл 4 март архивланған.
  18. Interfaкс
  19. Указ Президента Российской Федерации от 24.04.2003 г. № 457 «О присвоении Калюжному В. И. дипломатического ранга Чрезвычайного и Полномочного Посла»

Һылтанмалар

үҙгәртергә