Савельев Владимир Андреевич

актёр, театр эшмәкәре

Савельев Владимир Андреевич (18 апрель 1947 йыл5 ноябрь 2020 йыл) — театр актёры, мәҙәниәт эшмәкәре. 1990 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры, 1995—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().

Савельев Владимир Андреевич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 18 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Ҡаранторау, Урғалы ауыл советы, Балаҡатай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 5 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө театр актёры, директор, генераль директор
Эш биреүсе Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт академия драма театры
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

БиографияһыҮҙгәртергә

Владимир Андреевич Савельев 1947 йылдың 18 апрелендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы Ҡаранторау ауылында тыуған. 1973 йылда Ҡазан дәүләт театр училищеһын тамамлай. Училищены тамамлағандан һуң Башҡортостан Республикаһы рус дәүләт драма театры[1] актеры булып эшләй. 1979—1982 йылдарҙа Республика рус дәүләт драма театрының художество-постановка бүлеген етәкләй, 1982 йылдан директор урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1989 йылда Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Өфөлә ике телле — башҡорт һәм рус — Йәш тамашасы театрын[2] ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителгәс, яңы асылған театрҙың директоры итеп тәғәйенләнә. 1995 йылдың февраленән 1997 йылдың декабренә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының генераль директоры.2006—2007 йылдарҙа Ә.Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһында директор вазифаһын башҡарыусы, кино төшөрөү буйынса директор урынбаҫары була[3]. Актёр 2020 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә вафат була[4].

ИжадыҮҙгәртергә

Башҡарған ролдәре: Рацер һәм Константиновтың «Тигеҙһеҙ никах» «(Неравный брак») — Кирилл, Кальдерендың «Мөхәббәт менән шаярмайҙар» — Дон Хуан, Шалевичтың «Хәҙер һәм мәңгелек» («Отныне и навсегда») — Стольников.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа исемдәреҮҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ().

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә