15 ноябрь
көнө
(15 ноябрь (ҡырпағай) битенән йүнәлтелде)
15 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 319-сы көнө (кәбисә йылында 320-се). Йыл аҙағына тиклем 46 көн ҡала.
15 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
15 ноябрь Викимилектә |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Икенсел эшкәртеү көнө.
- Шоколад кексы көнө.
- Географик мәғлүмәт системалары көнө (ноябрҙең өсөнсө шаршамбыһы).
- Хроник обструктив үпкә ауырыуы менән көрәш көнө (ноябрҙең өсөнсө шаршамбыһы).
- АҠШ: Мәрхәмәтлек көнө.
- Һыуытҡысты таҙартыу көнө.
- Бельгия: Король байрамы йәки Династия көнө.
- Бразилия: Республика көнө.
- Ҡаҙағстан: Милли валюта көнө.
- Палестина: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар (призывниктар) көнө.
- Каспий флотилияһы көнө.
- Һөт коктейле көнө.
- Шри-Ланка: Ағас ултыртыу көнө.
- АҠШ: Эшҡыуарлыҡ көнө.
- Барабансы көнө.
- Беларусь: Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Ҡаҙағстан: Ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү тармағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Финансистар көнө.
- СССР Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш подразделениелары көнө.
- Украина: Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Төбәк байрамдары
- Санкт-Петербург бухгалтерҙары көнө.
- 1917: Башҡорт мәркәз шураһы Совет Рәсәйе составында Башҡортостан автономияһын иғлан итә.
- 1917: Миәкә районының Мәнәүезтамаҡ ауыл советы ойошторола.
- 1932: Башҡортостан дәүләт медицина институты асыла, 1995 йылдан — университет.
- 1932: Баймаҡ эшселәр ҡасабаһына ҡала статусы бирелә.
- 1950: Өфө — Силәбе бензин үткәргесе файҙаланыуға тапшырыла.
- 1971: Intel фирмаһы үҙенең беренсе «Intel 4004» микропроцессорын ҡулланыуға тәҡдим итә.
- 1988: «Энергея-Буран» комплексының беренсе һәм һуңғы тапҡыр йыһанға осоуы.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Үтәғолов Рамаҙан Исмәғил улы (1930—6.03.2017), педагог, яҙыусы. 1961—1966 йылдарҙа Баймаҡ район мәғариф бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1965), Башҡортостан Республикаһының почётлы тыуған яҡты өйрәнеүсеһе (2008). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1966). Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты, Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2010).
- Хәкимов Факил Саҙрый улы (1930), хужалыҡ эшмәкәре. 1978—1982 йылдарҙа Хәйбулла районы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, 1983—1990 йылдарҙа район агросәнәғәт берекмәһе рәйесенең беренсе урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Рәшит Низамов (1935—9.06.2018), журналист, яҙыусы. 1991—2012 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Ғәли Соҡорой исемендәге премия лауреаты (2007).
- Файрушин Иван Сергеевич (1950—4.07.2006), график. 1998—2006 йылдарҙа «Бельские просторы» журналының художество мөхәррире. 1996 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе (1981), бөтә Рәсәй «Китап сәнғәте» (1987), миниатюр китаптар (1991) конкурстары дипломанты.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Бәҙретдинов Ратмир Сәрүәр улы (1931—30.10.2020), бейеүсе, йәмәғәтсе. 1952 йылдан хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1973 йылдан — директоры; 1980 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты проректоры; 1986—2001 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының директор урынбаҫары һәм баш администраторы. Башҡорт халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» республика телевизион конкурс-фестивален ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1977).
- Фазлыева Фәһимә Ғаяз ҡыҙы (1931), хеҙмәт ветераны, ауыл хужалығы алдынғыһы. 1946—1986 йылдарҙа Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоз һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған малсыһы (1981). Сығышы менән ошо райондан.
- Йәнғужин Рим Зәйниғәбит улы (1941—11.11.2007), ғалим-тарихсы-этнограф. 1968 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2007 йылдарҙа Башҡортостан тарихы һәм этнология кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1990), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәйҙең почётлы юғары белем биреү хеҙмәткәре (1997).
- Вәлиева Әлфия Муллайән ҡыҙы (1946), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны. 2-се республика клиник дауаханаһының табип-терапевы. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы.
- Сәйетов Йыһанғәли Хажғәли улы (1946), хеҙмәт ветераны. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ҡотош ауылынан.
- Хаматшин Фәнзир Хаматхан улы (1946), хеҙмәт ветераны һәм алдынғыһы. 1966—2006 йылдарҙа Кушнаренко районы Салауат исемендәге колхоз механизаторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы. Сығышы менән ошо райондан.
- Шәһиев Рәүеф Вәли улы (1946), хеҙмәт ветераны, ғалим-әҙәбиәт белгесе, әҙәби тәнҡитсе. 2009 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре кандидаты (1999). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ташҡыя ауылынан.
- Хәбибдиярова Нәфисә Мәүләүи ҡыҙы (әҙәби псевдонимы Сөмбөл; 1956), шағир. 2005 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Тайнин районы Усть-Черный ауылынан.
- Әхмәҙиева Ләйлә Ринат ҡыҙы (1971), ғалим-невролог. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан халыҡ-ара бәйләнештәр бүлеге начальнигы, 2016 йылдан БДМУ клиникаһының неврология һәм медицина реабилитацияһы үҙәге етәксеһе. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы профессоры (2016), медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2008). Сығышы менән Новосибирск ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Новиков Иван Григорьевич (1927—27.02.2015), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1941 йылдан Хәйбулла районы «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозы тракторсыһы; 1945—1949 йылдарҙа Һаҡмар МТС-ының участка механигы, 1950—1956 йылдарҙа — баш инженеры; 1959—1987 йылдарҙа Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990). Октябрь Революцияһы (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1957, 1973) ордендары кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Ивановка ауылынан.
- Тойғонов Хәкимйән Әхмәтйән улы (1937), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. 1953—1997 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һаҡмар» колхозы механизаторы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Коммунистик хеҙмәт ударнигы (1975). Сығышы менән ошо райондың Ислам ауылынан.
- Абросимова Тамара Петровна (1947—27.03.2022), филолог, театр белгесе. Башҡортостандың Рус дәүләт академия драма театрының элекке әҙәби бүлек мөдире; 1994—1998 йылдарҙа Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директорының репертуар буйынса урынбаҫары; артабан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хеҙмәткәре. Хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының элекке уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Украинаның Херсон ҡалаһынан.
- Солин Владимир Иванович (1947), ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1974 йылдан «Сельхозтехника»ның Дыуан район берекмәһе баш инженеры, механизацияланған отряд начальнигы, берекмәнең идарасы урынбаҫары; 1985 йылдан — «Победа» колхозы рәйесе; 2006—2012 йылдарҙа Дыуан район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). Сығышы менән ошо район үҙәге Мәсәғүт ауылынан.
- Сәмиғуллин Венир Кәлимулла улы (1947), ғалим-хоҡуҡ белгесе, педагог. 1995 йылдан Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының дәүләт хоҡуғы кафедраһы мөдире; 2005 йылдан Рәсәй сауҙа иҡтисад университеты Өфө институтының (филиалының) юридик факультет деканы вазифаһын башҡарыусы, 2008 йылдан хоҡуҡи һәм гуманитар дисциплиналар кафедраһы мөдире; 2010 йылдан Көнсығыш иҡтисади-юридик гуманитар академияһының дәүләт, хоҡуҡ һәм халыҡ ара мөнәсәбәттәр теорияһы кафедраһы мөдире. Рәсәй Юридик фәндәр академияһы ағзаһы, Хәрби фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, юридик фәндәр докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2015).
- Үтәшев Фәрит Зәйнулла улы (1947), ғалим-инженер-механик. 1974 йылдан Өфө авиация институты хеҙмәткәре; 1982 йылдан «Тантал» махсус конструкторлыҡ-технология бюроһының ҙур габаритлы деталдәр эшләү технологияһы бүлеге мөдире, 1987 йылдан — баш инженер; 1989 йылдан Рәсәй Металдарҙың үтә һығылмалыҡ проблемалары институты хеҙмәткәре, 1990 йылдан — ҡыҙҙырыуға сыҙамлы иретмәләрҙе йәйеү технологияһы бүлеге мөдире, 2006 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр, 2014 йылдан — сектор мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), техник фәндәр докторы (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997).
- Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы (1962—14.05.2019), дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары хеҙмәткәре, генерал-лейтенант. 2008—2015 йылдарҙа Көньяҡ Осетия–Алания Республикаһы буйынса эске эштәр министры; 2018—2019 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. 2-се һәм 4-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендарҙың миҙалдары һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры.
- Ғәзизов Марат Әсхәт улы (1967), дәүләт хеҙмәткәре, ғалим. Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары. Сәйәси фәндәр кандидаты. Сығышы менән Свердловск өлкәһенән.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Билалов Муса Ғайса улы (1923—2008), педагог, урындағы башҡарма, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, иҡтисадсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, осоусы, старшина. 1962 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире урынбаҫары, Башҡорт АССР-ы Халыҡ контроле комитеты рәйесе урынбаҫары; 1970—1986 йылдарҙа Ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләү һәм уның сифатын контролләү буйынса инспекция начальнигы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1962). Ике 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Кинзин Рәшит Кинйә улы (1923—12.09.2002), ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1986 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» (артабан «Йүрүҙән») совхозы директоры. Башҡорт АССР-ының 9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983). Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
тулы исемлек
- Ҡотлогилдин Миңнулла Хафиз улы (1923—?), нефтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1948—1979 йылдарҙа Ишембай быраулау эштәре идаралығы слесары, машинисы, механигы, вышка эшләү буйынса бригадир һәм прораб. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Юлдыбай ауылынан.
- Ғилаев Миңләхмәт Миңлеғәли улы (1928—?), нефтсе. 1953—1989 йылдарҙа Туймазылағы 2-се технологик транспорт идаралығы водителе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Ғәфүр ауылынан.
- Кузнецов Михаил Фёдорович (1933), нефтсе. 1952—1988 йылдарҙа Краснохолмский быраулау эштәре идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы, быраулау мастеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районының Иҫке Хвалын утарынан.
- Банников Геннадий Иванович (1938), быяла эшләүсе. «Салауатбыяла» берекмәһенең элекке машинисы. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры.
- Ғәлиев Зиннур Әмир улы (1948), нефтсе. 1973 йылдан Туймазы быраулау эштәре идаралығының быраулаусы ярҙамсыһы, быраулаусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Туймазы районының Бишҡурай ауылынан.
- Мараҡанова Роза Вәлиәхмәт ҡыҙы (1948), дәүләт органдары хеҙмәткәре. 1969 йылдан Баймаҡ район советы башҡарма комитетының социаль тәьминәт бүлеге инспекторы, 1984 йылдан — бүлек мөдире; 1998—2012 йылдарҙа Рәсәй Пенсия фондының Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы идаралығы бухгалтеры һәм начальнигы. 2017 йылдың ғинуарынан Баймаҡ районының ветерандар советы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре (1992), Рәсәй Пенсия фондының почётлы хеҙмәткәре (20122), РСФСР-ҙың социаль тәьминәт отличнигы (1988). Сығышы менән ошо райондың Темәс ауылынан.
- Арыҫланова Гөлнисә Хафиз ҡыҙы (1953—7.02.2015), табип. 1978—2014 йылдарҙа Өфө районы Дмитриевка участка дауаханаһы педиатры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1992). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Туйыш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Немчинов Александр Михайлович (1919—3.10.1985), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, батарея командиры, өлкән сержант (1943), майор (1966). Советтар Союзы Геройы (1943).
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1862: Герхарт Гауптман, Германия яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты.
- 1891: Эрвин Роммель, Германия фельдмаршалы.
- 1930: Фәтхерахман Әхмәҙиев, Татарстандың үҙешмәкәр композиторы («Йәйҙең матур аяҙ таңдарында», «Чистай вальсы», «Һине һөйҙөм, гүзәлем», «Мәңге йәшәйһе килә» һ.б. йырҙар авторы)
- 1630: Иоганн Кеплер, Германия астрономы.
- 1787: Кристоф Виллибальд Глюк, Германия композиторы.
- 1912: Дмитрий Наркисович Мамин-Сибиряк, Рәсәй империяһы яҙыусыһы.
- 1938: Кәрим Тинчурин, Татарстан драматургы, артист һәм режиссёр.
- 1964: Искәндәр Мирза, Пакистандын беренсе президенты.
- 2009: Ғәли Хәмзин, йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1988).