Intel Corporation (МФА: [ˈɪntɛl ˌkɔːpə'reɪʃən]) — күп төрлө электрон ҡорамалдар һәм компьютер  компоненттары, шул иҫәптән микропроцессорҙар,  система логикаһы тупланмалары (чипсеттар) һ.б. етештереүсе АҠШ корпорацияһы. Штаб-фатиры — Санта-Клара ҡалаһында, АҠШ-тың Калифорния штаты. 

 
Санта-Кларалағы штаб-фатиры
 
Энди Гроув, Роберт Нойс һәм Гордон Мур 1978 йылда

Компанияны Роберт Нойс менән Гордон Мур 1968 йылдың 18 июлендә Fairchild Semiconductor компанияһынан киткәндән һуң нигеҙләй[1]. Уларға Энди Гроув ҡушыла, ул OKR корпоратив идара итеү  ысулын эшләй һәм индерә, был ысул әле лә менеджментта киң ҡулланыла. Компанияның бизнес-планын яҙыу машинкаһында Роберт Нойс  баҫаа, ул ни бар бер биттән тора. Уны әүәлерәк Fairchild'ты асырға ярҙам иткән финансисҡа күрһәтеп,  Intel  $2,5 млн старт кредиты ала.

1990-сы йылдарҙа компания персональ компьютерҙар өсөн  процессор етештереүселәрҙең иң ҙуры булып китә. Pentium һәм Celeron процессорҙарының сериялары  әле лә киң таралған[уточнить].

Intel  компьютер техникаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Күп һанлы порттар, шиналар, стандарттаррҙың,  командалар системаларының спецификациялары  Intel ҡатнашлығында йә уның үҙе тарафынан эшләнә. Мәҫәлән, DDR хәтер төрө уның арҡаһында билдәлелек яулай, хәйер, компания  уға тиклем оҙаҡ ваҡыт хәтерҙең RAMBUS RAM (RDRAM) тигән төрөн алға һөрә. 

Милекселәре һәм етәкселәре

үҙгәртергә

Компания акцияларының 100 % -ы тиерлек фонд биржаларында ирекле әйләнештә йөрөй. 2008 йыл июненә уртаса капиталлашыуы — $128,8 млрд[1].

Директорҙар советы рәйесе — Энди Брайант, президент — Рене Джеймс, баш башҡарма директор — Брайан Кржанич.

Етәкселәр

үҙгәртергә
  • Роберт Нойс — 1968—1975 йй. компания президенты һәм  баш башҡарма директоры.
  • Гордон Мур — 1975—1979 йй. компания президенты, 1975—1987 йй. баш башҡарма директоры.
  • Энди Гроув — 1979—1997 компания президенты һәм 1987—1998 йй. баш башҡарма директоры.
  • Крэйг Барретт — 1997—2002 компания президенты һәм 1998—2005  йй. баш башҡарма директоры.
  • Пол Отеллини —  2002—2013 компания президенты һәм 2005— 2013 йй. баш башҡарма директоры.
  • Брайан Кржанич — 2013 йылдан баш башҡарма директоры. 
  • Рене Джеймс — 2013 йылдан компания директоры.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Intel — донъяла иң эре микропроцессор етештереүселәрҙең береһе, 2008 йылда микропроцессорҙар  баҙарының 75 %-ын биләй[1]. Төп һатып алыусылары  (2013 йыл мәғлүмәттәре) —  Dell (17%), Hewlett-Packard (15%) һәм Lenovo (12%) персональ компьютерҙарын етештереүселәр[2]. Микропроцессорҙарҙан тыш, Intel сәнәғәт һәм селтәр ҡорамалдары өсөн ярымүткәргесле компоненттар етештерә.

Эшмәкәрлек күрһәткестәре

үҙгәртергә
Компанияның финанс күрһәткестәре
2010 йыл[3] 2011 йыл[4] 2012 йыл[4] 2013 йыл[4] 2014 йыл[5]
Һатыуҙан килем, млрд $ 43,62 ▲ 54,00 ▼ 53,34 ▼ 52,71 ▲ 55,9
Саф табыш, млрд $ 11,46 ▲ 12,94 ▼ 11,01 ▼ 9,62 ▲ 11,7

Intel Рәсәйҙә

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһында компанияның өс ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәре үҙәге бар — Мәскәүҙә,  Новосибирскиҙа һәм Түбәнге Новгородта, һуңғыһында Сатис ҡасабаһы (Дивеев районы) эргәһендә урынлашҡан  һәм 2011 йылда ябылған «Система-Саров» технопаркындағы корпорация белгестәре эшләй.[6] Тикшеренеү эшмәкәрлегенән башҡа Рәсәйҙә  Intel корпоратив социаль яуаплылыҡ өлкәһендә уңышлы программалар алып бара, айырыуса мәктәп һәм вуз белеме биреү өлкәһендә[7],  атап әйткәндә, вуздар менән студенттар һәм уҡытыусыларҙың  квалификацияһын күтәреү йүнәлешендә эшләй. 

«Intel® Киләсәк өсөн уҡытыу» программаһы буйынса 2002 йылдан алып миллиондан ашыу мәктәп уҡытыусыһы һәм педагогия вуздары студенттары  ИКТ элементтарын уҡыу пландарына беркетергә өйрәтелде. 

2004 йылда Intel'дың Рәсәй бүлеге ҡатнашлығында МФТИ-ҙа микропроцессор технологиялары кафедраһы асыла (кафедра мөдире РФА мөхбир ағзаһы Б.А. Бабаян, Intel корпорацияһының Software and Services Group (SSG) подразделениеһының архитектура буйынса директоры). Кафедра яңы хисаплау саралары һәм технологияларын эшләү өлкәһендә магистрҙар әҙерләй. 

2006 йылдың 7 апрелендә Новосибирск дәүләт университетында  Intel'дың уҡыу-тикшеренеү лабораторияһы асыла[8].

2011 йылда компания Intel'дың РФ-тағы һәм БДБ-лағы эшмәкәрлегенең 20 йыллығын байрам итә. Был ваҡиға айҡанлы «Сколково» Мәскәү идара итеү мәктәбендә корпорация етәкселеге ҡатнашлығында ҙур партнерлыҡ конференцияһы үткәрелә[9].

2015 йылдың йәйендә компания Мәскәүҙә «әйберҙәр интернеты» өсөн сиселештәр табыу буйынса  лаборатория аса[10].

Монополияға ҡаршы эҙәрләүҙәр

үҙгәртергә

2009 йылдың майында Еврокомиссия  Intel компанияһының компьютер етештереүсе фирмаларға  (мәҫәлән,  Acer, Dell, HP, Lenovo һәм NEC), шулай уҡ  компьютер һатыусыларға улар Intel фирмаһы процессорҙарына (ә уның конкуренты AMD-дыҡына түгел)   өҫтөнлөк бирһен өсөн йәшереп аҡса түләүе  тураһында һығымтаға килә. Монополияға ҡаршы ҡануниәтте боҙған өсөн Intel'ға €1,06 млрд суммаһында бик ҙур штраф һалына, «законһыҙ эшмәкәрлекте, ул һаман дауам ителгән хәлдә, кисекмәҫтән туҡтатырға» тигән бойороҡ сығарыла.  Intel етәкселеге Еврокомиссия ҡарары менән килешмәй һәм  апелляция ялыуы бирә[11]. 2009 йылдың авгусы башында Евросоюздың ялыуҙар ҡарау буйынса вәкиле  (омбудсмен) Никифорос Диамандурос Еврокомиссия ҡарарын тәнҡит утына тота. Диамандурос әйтеүенсә, Еврокомиссия тикшереүҙе «намыҫһыҙ» үткәргән, компьютерҙар етештереү буйынса икенсе урынды биләгән  Dell компанияһы вәкилдәре менән 2006 йылдың авгусында осрашҡанын телгә лә алмаған. Ул саҡта комиссарҙар менән әңгәмәлә Dell етәкселәренең береһе  Intel чиптарын файҙаланыуҙарын белдергән, сөнки AMD процессорҙары «сифат яғынан күпкә ҡайтыш», тигән. Тимәк,  Dell  Intel процессорҙарына техник сәбәптәр буйынса өҫтөнлөк биргән, ә  Intel йоғонтоһо аҫтында түгел[12]. Эш киң билдәлелек алғас, Европа комиссияһы дәлилдәрен асырға мәжбүр була. Матбуғат релизы сығарыла, унда  Intel һәм үрҙә аталған компаниялар араһындағы эш хатлашыуынан өҙөктәр килтерелә. Унда процессорҙар баҙарында AMD өлөшөн 5 һәм хатта 0 %-ҡа тиклем кәметеү тураһында һүҙ бара, бының өсөн Intel был компанияларға төрлө бонустар тәҡдим итә.

 2009 йылдың октябренә аңлашмаусылыҡтарҙың күбеһе яйға һалына. Intel  AMD-ға $1,25 млрдты түләргә, эшмәкәрлектә тейешле ҡағиҙәләргә эйәрергә ризалаша. AMD иһә бөтә донъя буйлап Intel'ға ҡаршы асҡан суд эштәрен ябырға тейеш була[13].

2009 йылдың 19 декабрендә АҠШ-тың Федераль сауҙа комиссияһы (FTC) Intel'ды судҡа бирә. Комиссия корпорацияны «баҫым яһау, ришүәтле һатып алыу һәм янауҙар юлы менән»  ПК етештереүселәрҙе конкуренттары менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартырға мәжбүр итеүҙә ғәйепләй. Комиссия фекеренсә, ҡулланыусыларҙы был һайлау мөмкинлегенән мәхрүм итә, хаҡтар менән манипуляцияларға һәм АҠШ-тың микроэлектрон сәнәғәтенә яңылыҡтар инеүенә аяҡ салыуға килтерә[14].  2010 йылдың йәйендә  FTC менән килешеү төҙөлә, унда  Intel'ға бизнес-эшмәкәрлегендә ҡайһы бер ысулдарҙы ҡулланыу тыйыла.[15][16]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Глеб Крампец.
  2. Intel 2013 Annual Report. Sales and marketing. (ингл.) (2014). Дата обращения: 21 апрель 2014.
  3. Intel 2013 Annual Report. Sales and marketing. (ингл.) (2014). Дата обращения: 21 апрель 2014.
  4. 4,0 4,1 4,2 Intel 2014 Annual Report(недоступная ссылка) (англ.). Проверено 7 июля 2015.
  5. Intel 2014 Annual Report. Consolidated statements of income (ингл.) (2015). Дата обращения: 30 апрель 2015.
  6. Intel открыла Центр исследований и разработок в Новосибирске 2005 йыл 11 май архивланған., Compulenta, 29 октября 2004 года
  7. Intel открыла Центр исследований и разработок в Новосибирске 2005 йыл 11 май архивланған., Compulenta, 29 октября 2004 года
  8. Инициативы Intel® в образовании
  9. Состоялась презентация учебно-исследовательской лаборатории НГУ-Intel 2011 йыл 18 ноябрь архивланған.
  10. Будущее согласно Intel // EGZT.ru 2016 йыл 5 март архивланған.
  11. Евросоюз оштрафовал Intel на 1,06 млрд. евро, Би-би-си (13 май 2009).
  12. Решение Еврокомиссии в отношении Intel жёстко раскритиковано, CNews (10 август 2009).
  13. Андрей Кузин. Intel помирилась с AMD за $1,25 млрд. 3dnews.ru.
  14. Власти США начали судебное расследование против Intel
  15. Intel и Федеральная торговая комиссия США достигли предварительного согласия 2016 йыл 30 май архивланған.
  16. Intel пришла к соглашению с Федеральной торговой комиссией
  • Тим Джексон. Inside Intel. История корпорации, совершившей технологическую революцию XX века = Inside Intel. The unauthorized history of the world’s most successful chip company. — М.: Альпина Паблишер, 2013. — 328 с. — ISBN 978-5-9614-1956-6.
  • Роман Морозов Кремниевый оверлорд. Бренд Intel, часть 1 // Железо : журнал. — 2011. — № 2 (84). — С. 84—87.
  • Роман Морозов Кремниевый кудесник. Бренд Intel, часть 2 // Железо : журнал. — 2011. — № 3 (85). — С. 85—89.

Һылтанмалар

үҙгәртергә