Үтәшев Фәрит Зәйнулла улы
Үтәшев Фәрит Зәйнулла улы (15 ноябрь 1947 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең инженер‑механигы. БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2012), техник фәндәр докторы (1992). Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997).
Фәрит Зәйнулла улы Үтәшев | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
инженер-механик |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәр докторы |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Фәрит Үтәшев |
Биографияһы
үҙгәртергәФәрит Зәйнулла улы Үтәшев1947 йылдың 15 ноябрендә Калининград өлкәһенең Советск ҡалаһында тыуа.
1972 йылда Өфө авиация институтын инженер-механик һөнәре буйынса тамамлай. 1974 йылдан алып шунда уҡ эшләй: 1982 йылдан башлап «Тантал» махсус конструкторлыҡ-технология бюроһының ҙур габаритлы деталдәр эшләү технологияһы бүлеге мөдире, 1987 йылдан — баш инженер вазифаһын биләй.
1989 йылдан алып Фәрит Үтәшев Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында эшләй башлай: 1990 йылдан — ҡыҙҙырыуға сыҙамлы иретмәләрҙе йәйеү технологияһы бүлеге мөдире, 2006 йылдан башлап — баш ғилми хеҙмәткәр, 2014 йылдан — сектор мөдире булып эшләй.
1992 йылда Фәрит Зәйнулла улы техник фәндәр докторы исемен яҡлай. 1997 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы исеменә лайыҡ була. 2012 йылдан ул Башҡортостан Республикаһы фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы була башлай.
Үтәшевтың ғилми эшмәкәрлеге металлдан булған материалдарҙа ультраваҡ бөртөклө һәм нанокристаллик структураны формалаштырыуға, ҡыҙҙырыуға сыҙамлы иретмәләрҙе баҫым ярҙамында эшкәртеүгә бағышланған. Үтәшев ҡарамағында металдарҙы һәм иретмәләрҙе үтә һығылмалы итеп локаль деформациялау технологияһы, ҡыҙҙырыуға сыҙамлы никель иретмәләренән һәм титан иретмәләренән үтә һығылмалы ярымфабрикаттар яһау, прокатлау юлдары менән ҙур габаритлы деталдәрҙе әҙерләү ысулдары, йәйеү станының өр-яңы тибы, күсәргә ҡарата симметрик деталдәрҙе прокатлауға кәрәк булған автоматлаштырылған линиялар уйлап табылған.
Фәрит Зәйнулла улының 150 тирәһе ғилми хеҙмәте һәм 55 уйлап табыуы бар.
Ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Сверхпластичность, измельчение структуры и обработка труднодеформируемых сплавов. Мәскәү, 2002 (авторҙ.)
Наградалары һәм исемдәре
үҙгәртергә- БР фәндәр академияһының мөхбир ағҙаһы (2012)
- Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1997)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- В.В. Астанин. Үтәшев Фәрит Зәйнулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Үтәшев Фәрит Зәйнулла улы 2020 йыл 19 февраль архивланған.