Кинзин Рәшит Кинйә улы
Кинзин Рәшит Кинйә улы (15 ноябрь 1923 йыл — 12 сентябрь 2002 йыл)- хужалыҡ эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1986 йылдарҙа Салауат районы «Һарғамыш» (артабан «Йүрүҙән») совхозы директоры. Башҡорт АССР-ының 9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1971), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983).
Кинзин Рәшит Кинйә улы |
Биографияһы
үҙгәртергәРәшит Кинйә улы Кинзин 1923 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны[1] Бишәүҙәр ауылында тыуған. Атаһы — Кинйә Вәлихан улы Вәлиуллин, инәһе — Бәҙерниса Ғәйнислам ҡыҙы Вәлиуллина. Кескәй йәшенән хеҙмәт юлын башлай. Арҡауыл мәктәбендә уҡый. 1941 йылдың аҙағында Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Ҡыҫҡа ваҡытлы командир курстарын тамамлай, офицер чинында Волхов фронтында 145-се миномёт полкының разведка бүлексәһе менән командалыҡ итеп, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың апреленә саҡлы Кинзин Рәшит Кинйә улы Сталинград фронтында «Уран» һөжүм итеү операцияһында ҡатнаша. Һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Батырлыҡ өсөн» һалдат даны миҙалы менән наградлана. 1943 йылда Кинзин офицерҙар әҙерләүсе хәрби училищеға ебәрелә. Ленинград зенит артиллерияһы училищеһын тамамлағандан һуң Урал хәрби округында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғансы, күп кенә хәрби һөжүм операцияларында ҡатнаша.
Запасҡа сығарылған лейтенант Рәшит Кинзин 1946 йылдан тыныс хеҙмәткә күсә. Башта ВЛКСМ-дың Салауат район комитетында икенсе секретарь, 1948 йылдан хеҙмәтсәндәр депутаттарының район Советы башҡарма комитеты секретары, 1949 йылдан Мәсетле ауыл советы рәйесе була.
1951 йылдан Молотов исемендәге эреләтелгән, һуңынан «Йүрүҙән» исемен алған колхоз рәйесе итеп һайлана. 1958—1959 йылдарҙа Р. К. Кинзин Салауат районы ауыл хужалығы инспекцияһы начальнигы булып эшләп ала.
1959 йылдан тағы ла «Йүрүҙән» колхозы рәйесе.
1960 йылдан Салауат районының артабан өлгөлө тәжрибә хужалығы булараҡ дан ҡаҙанған «Һарғамыш» совхозын етәкләй. 1981 йылдан башлап 1986 йылда хаҡлы ялға киткәнсе «Йүрүҙән» совхозы директоры була.
Майҙаны менән был совхозды хатта ҡайһы бер райондар менән сағыштырырға мөмкин: һөрөнтө ерҙәр майҙаны — 26 мең гектар. Йыл һайын «Йүрүҙән» совхозы Тыуған ил бураларына 10 — 18 000 тонна ашлыҡ, 1300 тонна ит, 5 500 — 5 800 тонна һөт, 31 тонна йөн, 1,5 млн йомортҡа тапшырған. Рәшит Кинйә улы етәкселек иткән йылдарҙа эре мөгөҙлө малдар һаны 10 мең башҡа, сусҡалар — 11 мең, ҡуй-һарыҡтар — 9 мең башҡа еткерелде. Был хужалыҡ Салауат районының 1/3 өлөшөн биләп, районда һәм республикала иң эре хужалыҡтарҙың береһе ине.
Республиканың төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһында совхозда тәүге тапҡыр культуралы көтөүлектәр булдырыла һәм һуғарыу ҡулланыла, һыйыр малының ҡара-сыбар тоҡомон үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ эше ойошторола[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1983)
- БАССР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советының депутаты
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957)
- «Почёт билдәһе» ордены (1966)
- Ленин ордены (1971)
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Өфө, «Башҡорт энциклопедияһы», 2015, 3-сө том, 162 бит. Ә. Й. Закиров. Г. А. Миһранова тәржемәһе
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Земля салаватская, земля батыра. Уфа, Гилем, 2010, стр. 295—296.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кинзин Рәшит Кинйә улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Рашит Кинзинович Кинзин(недоступная ссылка)