Ишембай быраулау эштәре идаралығы

скважиналар быраулау менән шөғөлләнә.

«Башнефть» берекмәһе Ишембай быраулау эштәре идаралығы (ИУБР) — Ишембай ҡалаһының быраулау эштәрен башҡарыу өсөн ҡулайламалар ҡороу, эҙләү, тикшереү һәм файҙаланыу скважиналарын быраулау һәм һынап ҡарау, шулай уҡ төп олонға эргәнән олон ялғап быраулау ысулын ҡулланып, иҫке файҙаланылған скважиналарҙы аяҡҡа баҫтырыу эштәрен башҡарыусы предприятие. 1930—1999 йылдарҙа эшләне.

Ишембай быраулау эштәре идаралығы
Нигеҙләү датаһы 1930
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1999

1929 йылдың июнендә БАССР-ҙа «Уралнефть» контораһының Стәрлетамаҡ нефть разведкаһы булдырыла. Ошо предприятие нигеҙендә 1930 йылдың 27 октябрендә «Уралнефть» тресының Стәрлетамаҡ район быраулау контораһы булараҡ Ишембай быраулау эштәре идаралығы ойошторола. Идаралыҡ Башҡорт АССР-ында тәүге нефть предприятиеһы була[1].

Стәрлетамаҡ район быраулау контораһы 1930 йылдың 3 декабрендә Стәрлетамаҡ разведкаға быраулау контораһы тип үҙгәртелә, ә 1936 йылдан — Ишембай быраулау контораһына һәм «Ишембайнефть» фәнни-производство идаралығы быраулау контораһына, 1970 йылдан предприятие хәҙерге исемен йөрөтә. 1990-сы йылдарҙан — Ишимбай быраулау эштәре идаралығы — «Башнефть» акционер нефть компанияһы филиалы.

1999 йылдан предприятие алдына ҡуйылған бурыстарҙы Өфө быраулау эштәре идаралығының Ишембай тәрәнгә быраулау бүлексәһе, Ишембай тәрәнгә быраулау бүлексәһе үтәй.

1930 йылдан алып предприятие 57 нефть һәм газ ятҡылығы аса[2]. Предприятие үҙ эшмәкәрлеген «Уралнефть» тресы составында Ишембай ауылы янында алып барылған быраулау эштәренән башлай. Ишембай быраулау эштәре идаралығын СССР-ҙың алдынғы ошо профилдәге юғары уҡыу йорттары менән фәнни-производство элемтәләре бәйләнгән була.

Ишембай быраулау эштәре идаралығы тармаҡта беренсе тапҡыр түбәндәге технлологияларҙы индерә:

  • реактив-турбина бырауҙары менән ҙур диаметрлы үтә тәрән скважиналарҙың үрге интервалдарын быраулау (1970);
  • быраулау өлкәһендә электр энергияһын етештереү өсөн газ-турбина двигателдәре ярҙамында үтә тәрән скважиналарҙы (7000 метрға тиклем) быраулау (1980, Ҡолғана ауылы).

Предприятие составы

үҙгәртергә

Ишембай быраулау эштәре идаралығы быраулау цехы, вышка монтажлау һәм прокатлау-ремонтлау участкаһы, транспорт колланнаһынан тора. Нефть скважиналарын быраулауҙың төп заказсыһы — «Ишембайнефть» НГДУ-һы.

Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының 1993 йылдың 26 авгусындағы 1106-р О һанлы бойороғо менән структур бүлексәләр «Башнефть» балансынан «Ишимбайнефть» тәжрибә-нефть-газ сығарыу идаралығы балансына күсерелә һәм «Ишембайнефть» составына инә.

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президиумының 1993 йылдың 9 авгусындағы 6-2/356г һанлы Указына ярашлы 1993 йылдың 1 авгусынан түбәндәге структур бүлексәләр «Башнефть» производство берекмәһе балансынан «Ишембайнефть» тәжрибә-нефть-газ сығарыу идаралығы балансына тапшырыла:

  • Ишембай быраулау эштәре идаралығы;
  • Ишембай 2-се технологик транспорт идаралығы;
  • элемтә производсто-техник идаралығының элемтә цехы;
  • «Ағиҙел» совхозы;
  • "Ишембайнефть"нефть-газ сығарыу идаралығының эшсе тәьминәте бүлеге;
  • «Башнефтегазпром» дәүләт предприятиеһы участкаһы.

Танылған быраулаусылар

үҙгәртергә

М. З. Ғайфуллин, И. А. Исхаҡов, Н. В. Мылицин, Н. М. Шлюхиндарҙың эшмәкәрлеге Ишембай быраулау эштәре идаралығы менән бәйле була.

  • Зайнетдинов, Э. Ишимбайская школа нефтяников: 80 лет назад было создано первое в республике нефтяное предприятие — Стерлитамакская районная контора по бурению / Э. Зайнетдинов // Республика Башкортостан. — 2010. — 28 окт. — С.3.
  • Зайнетдинов, Э. Так это начиналось: К 80-летию первенца нефтяной промышленности Башкортостана / Э. Зайнетдинов // Истоки. — 2010. — 27 окт. — С.12.
  • Зайнетдинов, Э. У истоков Башкирской нефти: к 80-летию открытия первого в республике месторождения / Э. Зайнетдинов // Ватандаш. — 2011. — № 10. — С.36-47.
  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. −672 с. ISBN 978-5-88185-064-7; Научное издательство Башкирская энциклопедия, г. Уфа.
  • ИШИМБАЙСКОЕ УПРАВЛЕНИЕ БУРОВЫХ РАБОТ // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 274. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Зайнетдинов, Э. У истоков Башкирской нефти: к 80-летию открытия первого в республике месторождения / Э. Зайнетдинов // Ватандаш. — 2011. — № 10. — С.36-47.
  2. Ишембай быраулау эштәре идаралығы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.