Билалов Муса Ғайса улы

Билалов Муса Ғайса улы (1923—2008) — публицист. Иҡтисад фәндәре кандидаты.

Муса Ғайса улы Билалов
Тыуған көнө

1923({{padleft:1923|4|0}})

Тыуған урыны

Башҡортостан АССР-ы, Тамъян-Ҡатай кантоны, Яңы Байрамғол ауылы

Вафат булған көнө

2008({{padleft:2008|4|0}})

Вафат булған урыны

Башҡортостан, Өфө

Тормош иптәше

Сажиҙә Мөхәмәтйән ҡыҙы

Наградалары һәм премиялары

1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденыХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Билалов Муса Ғайса улы 1923 йылда Башҡортостан АССР-ы Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Яңы Байрамғол ауылында тыуған.

1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, лётчик булып хеҙмәт итә. Алыштарҙың береһендә яралана.

1945 йылдың ноябренән Учалы районында уҡытыусы булып эшләй, КПСС-тың Учалы район комитетында инструктор була. 1947—1949 йылдарҙа өлкә партия мәктәбендә белем ала.

1949—1955 йылдарҙа Әбйәлил районы Советы рәйесе урынбаҫары, Абҙан районы Советы рәйесе вазифаларын үтәй. 1953 йылда ситтән тороп Магнитогорск педагогия институтын тамамлай.

1955 йылдың ноябрендә КПСС-тың Бөрйән район комитетының 1-се секретары итеп һайлана.

1959—1962 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академяһында уҡый.

1962 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында бүлек мөдире урынбаҫары, артабан Башҡортостан Халыҡ контроле комитеты рәйесе урынбаҫары була.

1970—1986 йылдарҙа Ауыл хужалығы аҙыҡ-түлек әҙерләү буйынса Башҡортостандың Баш дәүләт инспекторы вазтфаһын башҡара. 1986 йылда хаҡлы ялға сыға.

Биш тапҡыр Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Биш орден, миҙалдар менән бүләкләнгән. Сәйәси һәм милли мәсьәләләр буйынса матбуғатта мәҡәләләр баҫтыра.

  • Билалов М. Киләсәгебеҙ үҙебеҙҙән тора // Ватандаш : журнал. — 1997. — № 5. — С. 43. — ISSN 1683-3554.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Белалов Мансур. Жил ради людей // Республика Башкортостан, 15 ноября 2008, № 222.