Никифоров Алексей Фёдорович

Никифоров Алексей Фёдорович (17 март 1915 йыл — 21 март 1977 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының отделение командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1944).

Никифоров Алексей Фёдорович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 17 март 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 март 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны Ялта[d], Ҡырым өлкәһе[d], Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы

Биографияһы

үҙгәртергә

Алексей Фёдорович Никифоров 1915 йылдың 17 мартында Өфө өйәҙенең[1] Өфө өйәҙенең Яковлевка ауылында тыуған. Колхозда, һуңынан Благовар район эске эштәр хәрби комиссариаты бүлексәһендә эшләгән.

1936—1938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла һәм 1942 йылдың март айынан сапер взводы отделениеһы командиры (58-се гвардия кавалерия полкы, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһы, 7-се гвардия кавалерия корпусы, 1-се Белоруссия фронты).

Днепр йылғаһын һуғышып аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы указы менән Никифоров Алексей Федоровичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 3015) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.[2]

1943 йылдан КПСС ағзаһы.

Бүләктәре

үҙгәртергә

Геройҙың исеме Башҡортостан Республикаһының Милли музейында (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14) һәм 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) урынлашҡан мемориал таҡталарҙа 112-се Башҡорт (16-сы Чернигов гвардия) кавалерия дивизияһының 78 Советтар Союзы Геройҙары исемдәре менән бергә уйып яҙылған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза генералам, офицерскому, сержантскому и рядовому составу Красной Армии» от 15 января 1944 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1944. — 23 января (№ 4 (264)). — С. 1.
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 3/34, л. 28/8, 9).
  4. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 962, л. 2, 38, 39).

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Никифоров Алексей Фёдорович. «Герои страны» сайты.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь; Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.

Һылтанмалар

үҙгәртергә