Әбүбәкеров Мөнир Риза улы

йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, рәссам

Әбүбәкеров Мөнир Риза улы (7 март 1954 йыл) — дәүләт хеҙмәткәре, үҙешмәкәр рәссам. 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы ойоштороу бүлегенең баш белгесе, 1998—2015 йылдарҙа кеше хоуҡтары буйынса сектор мөдире.

Әбүбәкеров Мөнир Риза улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 7 март 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Арҡауыл, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, рәссам, дәүләт эшмәкәре
Уҡыу йорто БДМУ
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Мөнир Риза улы Әбүбәкеров 1954 йылдың 7 мартында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуа.

1971 йылда ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 19721978 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының санитар-гигиена факультетында юғары һөнәри белем ала.

Хеҙмәт юлын Салауат районында санитар-эпидемиология станцияһында санитар табибы булып башлай. 1987 йылда Салауат район Советы башҡарма комитеты секретары итеп һайлана, 19911992 йылдарҙа район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары була.

1991 йылдан — Һаҡлыҡ банкыһының Салауат районы бүлексәһе управляющийы, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр палатаһы ойоштороу бүлегенең баш белгесе, 1998 йылда кеше хоуҡтары буйынса сектор мөдире итеп тәғәйенләнә һәм ошо вазифала 17 йыл эшләй.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәй Федерацияһының Кеше хоҡуҡтары буйынса уполномоченныйының Маҡтау ҡағыҙы.

Ҡыҙыҡһыныуы үҙгәртергә

Ауыл пейзажын һүрәтләргә ярата. Уның эштәрендә ысынбарлыҡ, тәбиғилек асыҡ сағылыш таба. Салауат районының Малаяҙ ауылында, Салауат Юлаев музейында, Янғантауҙа, Өфөлә күргәҙмәләре үтә[1]. «Бесән мәле» (2016), «Ҡылған» (2015), «Ҡурай менән натрюрморт» (2017), «Уралда май» (2017), «Ҡышҡы миләш» (2018), «Хәтер» тип аталған эштәре билдәле.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Махмутов Наиль Мазитович. Любимые художники Башкирии. — Уфа: Лето, 2012. — С. 117—121. — 288 с. — ISBN 978-5-87308-038-0.

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Земля салаватская, земля батыра. / Автор-составитель: Сабирьянова С. Г. — Уфа: АН РБ, Гилем, 2010. — 400 с. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 29 февраль 2020)