Көньяҡ ҡотоп, Көньяҡ полюс — Ер шарының әйләнеү күсәре Көньяҡ ярымшар яғында ер йөҙөн киҫеп үткән урын. Антарктидалағы Поляр яҫы тау эсендә бейеклектә урынлашҡан.

Көньяҡ полюс (Ер)
90°
90-я параллель южной широты
1. Төньяҡ ҡотоп Көньяҡ магнит ҡотоп 2. Көньяҡ магнит ҡотоп (2007) 3. Көньяҡ геомагнит ҡотоп 4. Етеп булмаған Көньяҡ ҡотоп
Амундсен-Скотт станцияһы

Көньяҡ ҡотоп тирәһендә боҙ ҡалынлығы — 2840 метр. Һауаның уртаса температураһы −48,9 °C (иң юғары −12,3 °C, иң түбән −82,8 °C).

1911 йылдың декабрь айында Көньяҡ Ҡотопҡа Руаль Амундсен етәкселегндәге норвег экспедицияһы барып етә. Был төркөмдә шулай уҡ Олаф Бьоланд, Сверр Хассел, Хельмер Хансен һәм Оскар Вистинг була. 1912 йылдың ғинуар айында — Роберт Скотт етәкселегендәге инглиз экспедицияһы Көньяҡ Ҡотопты яйлай. 1929 йылда американлы Р. Бэрд беренсе булып Көньяҡ Ҡотоп өҫтөнән самолётта осоп үтә. 1958 йылда В. Фукс һәм Э. Хиллари етәкселегендәге британ-Яңы Зеландия экспедицияһы Уэдделл дингеҙенән Росс дингеҙенә Көньяҡ Ҡотоп аша беренсе тапҡыр саңғыла һәм сылбырлы тәгәрмәсле тракторҙа трансарктик юл үтә.

Көньяҡ Ҡотопта 1957 йылдан АҠШ-тың Амундсен-Скотт ғилми станцияһы эшләй. Боҙҙар күсеше арҡаһында 2006 йылда станция ҡотоптан 100 метр самаһы ситтә булыуы билдәләнә. Көньяҡ ҡотопта боҙ аҫтында юғары энергиялы нейтрино детекторы IceCube эшләй. Детектор 1450—2450 метр боҙ аҫтында урынлашҡан, 1 кубик километр боҙ Черенков радиаторы урынына файҙаланыла.

Асыу тарихы һәм ҡаҙаныштар

үҙгәртергә
 
Амундсен төркөмө Көньяҡ ҡотопта, 1911 йыл. Һулдан уңға: Амундсен, Хансен, Хассел и Вистинг (фото төшөрөүсе бишенсе кеше — Бьолан).

1819 йылдың 31 мартында Крузенштерн диңгеҙ министры де Траверсеға поляр һыуҙарҙы өйрәнеү зарурлығы тураһында хат ебәрә. Хатта Крузенштерн ике экспедиция әҙерлергә тәҡдим итә — Төньяҡ һәм Көньяҡ ҡотопҡа. Һәр экспедицияға икешәр судно ебәрергә планлаштыра. 1819—1821 йылдарҙағы Көньяҡ ҡотоп экспедицияһына айырыуса иғтибар бүлә.

Нәтижәлә Антарктиданы аса, әммә көньяк материктың һыҙаттары һәм геологияһы XIX быуат аҙағына тиклем билдәһеҙ булап ҡала.

В 1839—1843 йылдарҙа Джеймс Кларк Росс «Эребус» «Террор» корабльдерендә үҙ заманы өсөн масштаблы Арктиканы тикшереү үткәрә, диңгеҙ һәм уның исеме менән аталған боҙлоҡ шельфын аса. 1841 йылда Джеймс Росс антарктида вулкандары булыуын аса, уларҙы корабль исемдәре менән Эребус и Террор тип атайҙар. В 1842 йылда Росс кешеләре беренсе булып көньяҡ киңлектең 78° сиген уҙалар. Тик Британия 60 йыл буйы Көньяҡ ҡотопҡа яңы экспедициялар сараһын үткәрмәй.

1897 йылда Норвегия поляр тиешереүсеһе Фритьоф Нансен егелгән эттәрҙә Көньяҡ ҡотопты яулау планын иғлан итә, әммә ул план тормошҡа ашмай.

Новегия тикшереүсеһе Карстен Борхгревинк 1899—1900 йылдарҙа Адэр морононда беренсе тапҡыр ҡыш үткәрә. Һуңынан «Южный Крест» экпедиция судноһы көньяҡҡа табан йүнәлә, 1839—1843 йылдарҙа Джеймс Росс тапҡан Бөйөк боҙ барьерға барып сыға. Борхгревин барьерҙың эске өлөшөнә кергән диңгеҙ ҡултығы булыуын аса, ҡултыҡты Кит ҡултығы тип атайҙар. 16 февралдә Борхгревинк, Уильям Колбек эт егелгән саналарҙа барьерға менеп 10 миль (16 км) төпкәрәк үтәләр һәм көньяҡ кнлектең 78° 50' сиген уҙалар, был көньяҡ ҡотапто өйрәнеү тарихында рекорд була.

Планетаның көньяк сиген яулауҙа икенсе аҙымды 1893 йылда Клемент Маркэм ойошторған Британия арктик экспедицияһы (1901—1904) була. Экспедиция начальнигы — Роберт Скотт. Экспедицияла буласаҡ бөйөк Антарктиканы өйренеүселәр Эрнест Генри Шеклтон, Эдвард Адриан Уилсон ҡатнаша. 1902 йылдың 2 ноябрендә был өсәү Көньяк ҡотопҡа походҡа сыға. Команданың әҙерһеҙ булыуы, егелгән эттәр менән мөғәләмә итеү күнеҡмәләре булмауы, шулай уҡ эске конфликттар, 30 декабрҙа команданы, көньяҡ киңлектең 82°11' һыҙатын үтеп (Скотт үлсәүе буйынса 82°17'), кире боролорға мәжбүр итә, улар 59 көндә көньяҡ ҡотопҡа тиклем юлдың өстәр бер өлөшөн үтә. Скотт, Уилсон һәм Шеклтон «Дискавери»ға 1903 йылдың 3 февралендә әйләнеп ҡайта. Уларҙың походы 93 тәүлек дауам итә, был ваҡыт эсендә 960 миль (1540 км) ара үтәләр. Среднесуточный переход равнялся 16 км[1].

1907 йылда Шеклтон егелгән эттәр урынына пони егеп үҙ экспедицияһын уҙғара. 1908 йылдың 29 октябрендә Шеклтон поляр поход күнекмәләре булмаған Джейсон Адамс, Эрик Маршалл һәм Фрэнк Уайлд менән берлектә Көньяҡ ҡотопҡа походҡа сыға. Тәүге план буйынса команда 4 ғинуарҙа Көньяҡ ҡотопҡа етергә тейеш була. Шеклтон яңы маҡсат ҡуйырға мәжбүр була: ҡотоптан 100 диңгеҙ миле (185 км) урынға барып етергә. Кешеләр бирешә, һәм 1909 йылдың 9 ғинуарында 88°23′ көньяҡ киңлек һәм 162° көнсығыш оҙонлоҡ сигендә, юлға сығыр алдынан бирелгән, «Юнион Джек» (Бөйөк Британия флагы), ҡаҙай. Кешеләр бирешә, һәм 1909 йылдың 9 ғинуарында 88°23′ көньяҡ киңлек һәм 162° көнсығыш оҙонлоҡ сигендә, юлға сығыр алдынан бирелгән, «Юнион Джек» (Бөйөк Британия флагы), ҡаҙай. Беренсе экспедиция тураһында отчёт яҙылған латун цилиндр ҡарға күмелә. Поляр плато король Эдуард VII хөрмәтенә атала[2]. Экспедицияның 73-сө көнөнә барыһы ла иҫән-һау әйләнеп ҡайта.

Роберт Скотт 1910 йылда үҙ экспедийияһын ойоштора. Улар Антарктидаға киткәндә, британлылар норвегиялылар Руал Амундсен экспедицияһы менән ярыша икәне билдәле була. Ике команда бер береһенән 650 км алыҫлыҡта урынлаша һәм күсенеү өсөн төрлө ысулдар ҡуллана, Скотт пони һәм механик снегоходтарға ышаныс белдерә, Амундсендың ҙур булмаған командаһы (9 кеше) һәм йөҙләгән эте була. 1911 йылдың 20 октябрендә эт егелгән дүрт санала юлға сығып, 14 декабрҙа 52 егелгән эт менән Амундсен командаһы (барлығы 5 кеше), поляр платоны текә Аксел Хейберг боҙлоғо аша үтеп, Көньяҡ котопто яулай. 1912 йылдың 26 ғинурында Амундсен командаһы тулы составта базаға әйләнеп ҡайта, 11 генә эт ҡала.

Аттар үлеү һәм автотранспорт боҙолоу сәбәпле Скотт командаһы үҙ көсөнә генә ышынырға мәжбүр була. 1912 йылдың 17 ғинуарында 5 кешелек Скотт командаһы Көньяҡ котопҡа барып етә, кешеләр бик йонсоған була. Британияның полюс командаһы кире юлда тулыһынса вафат була. Бынан һуң ҡотопта кешеләр тик 1956 йылда ғына аяҡ баҫалар.

Һауа юлы менән самолётта Көньяҡ ҡотопҡа беренсе тапҡыр 1928 йылдың 29 ноябрендә АҠШ армия капитаны Ричард Ивлин Бэрд барып етә, әммә төшмәй. Америкалылыр 1956 йылдың 31 октябрендә адмирал Джордж Дюфек башланғысы менән «Амундсен — Скотт» базаһын төҙөй башлай, бөтә төҙөлөш материалдары һәм ҡышлау припастары һауа юлы менән килтерелә.

Британия Берләшмәһе Экспедицияһы эшмәкәрлеге барышында ҡоро ер буйлап Көньяҡ ҡотопҡа барып етергә ирешәләр. Баштараҡ ҡотопҡа барып етеү бөтөнләй ҡаралмай, әммә Яңы Зеландия ҡатнашыусыһы Эдмунд Хиллари — билдәле спортсмен — үҙ ирке менән Көньяҡ ҡотопҡа юллана һәм 1958 йылдың 4 ғинуарында барып етә. 19 ғинуарҙа уға экспедиция начальныгы Вивиан Фукс ҡушыла, артабан ул юлын дауам итә һәм март башына Росс диңгеҙенә сыға, Антарктика материгын ҡоро юл менән үтеү тамамлана.

1980 йылдың 4 декабрендә сэр Ранульф Файнс етәкләгән Трансглобаль экспедиция Көньяҡ ҡотопҡа барып етергә ирешә.1989 йылдың 11 декабрендә Трансантарктик экспедиция ағзалары 221 көндә егелгән эттәрҙә, механик транспорт ҡулланмай бөтә ҡитғаны иң киң урынында киҫеп сыға. СССР-ҙан командала Виктор Боярский ҡатнаша.

1989 йылдың 30 декабрендә Арвид Фукс һәм Рейнольд Мейснер Көньяҡ ҡотопҡа барып етергә ирешә, улар эттәр һәм механик транспорт ҡулланмайса, мускул көсө һәм елкәндәр ҡулланып, Антарктида аша сыға.

Ҡотопто билдәләү

үҙгәртергә
 
Географик Көньяҡ полюс
 
Географик Көньяҡ полюс

Географик Көньяҡ полюс ҙур булмаған билдә һәм боҙға ҡаҙалған ҡолға менән билдәләнгән, йыл һайын йылдың беренсе көнөндә боҙ ҡатламы хәрәкәте булғанға дөрөҫләп ҡуйыла. Билдәлә Руаль Амундсен һәм Роберт Ф. Скотт килеп етеүге ирешкән дата һәм был полярниктарҙың ҙур булмаған цитаталары яҙылған. Эргәһенә Америка Ҡушма Штаттары флагы ҡуйылған.[3][4][5].

Географик Көньяҡ полюстан йыраҡ түгел церомониаль Көньяҡ полюс, Амундсен — Скотт станцияһында фотоға төшөү өсөн махсус урын, билдәләнгән. Был урынға Антарктида тураһында килешеү илдәре флагтары менән уратып алынған терәү өҫтөндәге металл шар ҡуйылған.

Ҡыш ваҡытында көньяҡ ярымшарҙа (23 март — 23 сентябрь) Көньяҡ ҡотопҡа бөтөнләй ҡояш яҡтыһы төшмәй. Майҙан июльгә тиклем, оҙон эңерҙәр араһында, ай яҡтыһын һәм төньяҡ балҡышын иҫәпкә алмағанда, тулы ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә. Йәй көнө (23 сентябрь — 23 март) ҡояш горизонт өҫтөндә, сәғәт йөрөнә ҡаршы хәрәкәт итә. Тик ул бер ваҡыттала юғары күтәрелмәй, иң бейек нөктәһе 22 декабрьҙа горизонт өҫтөнән 23,5° бейеклектә . Ер өҫтөнә төшкән ҡояш яҡтыһының ҙур өлөшөн аҡ ҡар кире сағылдыра. Диңгеҙ кимәленән юғары кимәлдә булыуы 2800 м һәм йылылыҡ булмауы менән берлектә Көньяҡ ҡотоп планеталағы иң һалҡын һәм ҡырыҫ урын булып тора, шулай ҙа иң түбән температура рекорды Төньяҡ ҡотопта түгел, шулай уҡ диңгеҙ кимәленән юғары урынлашҡан Антакркдидалағы Рәсәй станцияһы «Восток» янындағы нөктәлә[6] теркәлгән. Көньяҡ ҡотоп климаты Төньяҡ ҡотоп менән сағыштырғанда күпкә һалҡыныраҡ, бының сәбәбе — Көньяҡ ҡотоп ҡалҡыулыҡта һәм диңгеҙ ярҙарынан йыраҡ урынлашҡан, Төньяҡ ҡотоп диңгеҙ кимәлендә һәм төрлө яҡтан, йылылыҡ резервуары булап хеҙмәт иткән, океан менән уратып алынған.

Йәй уртаһында (дөрөҫөрәге, декабрь аҙағында) ҡояш иң юғары 23,5° бейеклектә булғанда, ғинуар температураһы −25,9 °C-ҡа етә. Ҡышын уртаса температура −58 °C тирәһе була. Иң юғары температура (−12,3 °C) 2011 йылдың 21 июлендә Амундсен-Скотт станцияһында теркәлгән, ә иң түбән температура 1982 йылдың 23 июлендә (−82,8 °C) теркәлгән (Ерҙә иң түбән температура 1983 йылдың 21 июлендә «Восток» сианцияһында −89,2 °C теркәлгән).

Астрономик үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Көньяҡ ҡотоптың координаталары көньяҡ киңлектең 90 градусы. Ҡотоптың оҙонлоғо юҡ, сөнки полюс аша бөтә меридиандар ҙа үтә.

  • Ҡотопта көн оҙонлоғо 187 тәүлек. Төн — 178 тәүлек, шуның 15—16 тәүлегендә аҡ төндәр күҙәтелә.

Ер үҙ күсәре тирәләй әйләнгәнгә түгел, ЕрҠояш тирәләй әйләнгәнгә көн менән төн алышына, тәүлек әйләнәһенә Ҡояш күк көмбәҙендә горизонталь түңәрәк буйынса, дөрөҫөрәге ҡыя спираль буйынса хәрәкәт итә. Ҡояш горизонт өҫтөнә күтәрелгәс, 3 айҙан артығыраҡ (йәйге ҡояш торошона тиклем) күтәрелә, йәйге ҡояш торошо ваҡытында иң бейек нөктәлә була (күктә горизонталь хәрәкәт итеүен дауам итә), һуңынан 3 ай дауамында батыуын дауам итә. Атмосфера рефракциялары вариациялары булыу сәбәпле Ҡояш сыҡҡанын йәки байығанын бер нисә мәртәбә күрерге мөмкин. Ҡояштың үҙ диаметрының, 32′ тирәһе, рефракциялары булғанға, Ҡояш ике полюстанда күренә.

  • Ҡотопта горизонт өҫтөндә Ҡояш бейеклеге, йәйге ҡояш торошо көнөндәге ≈23°26′ бейек күтәрелмәй. Сағыштармаса был күп түгел, ошо бейеклектә Мәскәү киңлегендә көн уртаһында 21 февралдә йәки 21 октябрҙа була.
  • Күк көмбәҙендә Ай хәрәкәте Ҡояш хәрәкәтенә оҡшаған, тик айырмаһы шунда, тулы цикл бер йыл түгел, ә тропик ай (яҡынса 27,32 тәүлек). Ай ике аҙна буйы ҡыя спираль буйынса горизонттан иң бейек нөктәгә тиклем күтәрелә, киләһе аҙнала байый, һуңынан ике аҙна горизонт аҫтында була. Горизонт өҫтөнән Айҙың иң юғары бейеклеге 28°43′.
  • Көньяҡ ҡотопта күк көмбәҙе экваторы горизонт һыҙығы менән тура килә. Күк көмбәҙе экваторынан көньяҡтағы йондоҙҙар батмайҙар, төньяҡтағы барлыҡ йондоҙҙар сыҡмай, сөнки горизонт өҫтөндәге йондоҙҙар бейеклеге үҙгәрмәй. Надирҙа Поляр йондоҙ (дөрөҫөрәге — донъяның төньяҡ полюсы), ә зенитта — донъяның Көньяҡ полюсы. Горизонт өҫтөндә йондоҙҙар бейеклеге даими һәм уларҙың ауышлағына тигеҙ (рефракцияны иҫәпкә алмағанда).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Preston, 1999, p. 67
  2. Шеклтон1, 1910, p. 210
  3. «Marker makes annual move», Antarctic Sun. January 8, 2006; McMurdo Station, Antarctica.
  4. http://www.classicalarchives.com/prs/astro/Antarctica/0640-Sign_at_the__moving__actual_geographical_South_Pole.jpg
  5. Kiefer, Alex. South Pole Marker (January 1994). Дата обращения: 24 март 2008. Архивировано 5 ғинуар 2013 года.
  6. Science question of the week 2009 йыл 10 июнь архивланған., Goddard Space Flight Center.

Һылтанмалар

үҙгәртергә