Ир

(Ир-егет битенән йүнәлтелде)

Ир — кеше, биологик төрләнештәге ике енестең береһе, ир енесендә. Икенсе енестәге кеше ҡатын тип йөрөтөлә. Шулай уҡ өлкән ир йәш ирҙән (малай, егет) айырмалыҡтары бар.[2][3]

Ир
Рәсем
Алдағы малай
Һештег men
Пиктограмма
Коллаж
Тауыш сығара мужской голос[d]
Ҡапма-ҡаршыһы ҡатын
 Ир Викимилектә
Изображение мужской особи человека (самец вида Homo sapiens), посланное на зонде «Пионер-11»
Витрувианский человек Леонардо да Винчи изображает пропорции мужского тела[1]

Ир-ат символы булып — ♂ (Марс символы тора).

Ир енесендәге кешеләргә ҡарата өндәшеүҙәр

үҙгәртергә

13-15 йәштәргә тиклем малай, үҫмер. Бәлиғәт йәшенә еткәс егет, йәш кеше тип атайҙар. Өлкән йәштә ир. Ир кеше никахҡа керә ала. Ир кеше үҙенең балаһына атай, ейәндәренә олатай була. Олатай тип башҡорттар бар өлкән кешегә лә әйтә. Ҡарт тип бик өлкән кешегә әйтәләр.

Енестең генетик детерминацияһы

үҙгәртергә

Һөтимәрҙәрҙә, шул иҫәптән кешелә ир енесе гетерогаметлы. Ирҙәрҙең хромосомалар йыйылмаһы ике төрлө енес хромосомаларынан тора: X һәм Y.

Гаплоидлы хромосомалар йыйылмаһы булған сперматозоидта енес хромосомаларынан йә X, йә Y-хромосома ғына була. Буласаҡ баланың енесе спермотозоид ниндәй хромосома йөрөтөүгә ҡарай. Сөнки күкәй күҙәнәктәре тик Х-хромосома ғына йөрөтә.

Былар ирҙәрҙең төрлө анатомик үҫеш үҙенсәлектәренә алып килә:

  • Ир енес биҙҙәре, шулай уҡ гаметтар һәм сперматозидтар эшләп сығарыусы күкәйҙәр булыуы.
  • Беренсел енси билдәләрҙең, кеше эмбрионда саҡта уҡ енес ағзаһы һәм күкәй тоҡсаһының үҫеше.
  • Енси өлгөрөү осоронда икенсел енси билдәләрҙең үҫеше, ҡандағы тестостеронда ир енесе гармондарының юғары кимәлдә булыуы.

Ирҙәр ауырыуы буйынса махсуслашҡан медицина өлкәһе андрология тип атала. Ирҙәр, башлыса ҡатындар ауырыған ауырыуҙар менән ауырый. Шулай ҙа, енси яҡтан ҡайһы бер ауырыуҙар айырыла. Мәҫәлән, дальтонизм һәм Х-хромосомаһы менән бәйле нәҫелдән килеүсе сирҙәр. Шул уҡ ваҡытта енестәрҙең антагоник эволюцияһы һөҙөмтәһендә Y-хромосомаһында тик енестәрҙең диморфизммы менән бәйле гендар ғына ҡалған. [4] За 300 миллионов лет непрерывной «гонки вооружений» с Х-хромосомой, Y-хромосома мужчины из исходных 1438 лишилась 1393 генов.[5]

Анатомия һәм физиология

үҙгәртергә

Биология күҙлегенән ҡарағанда, ир-аттарҙың организмы ҡатын-ҡыҙ организмынан анатимик һәм физиологик яҡтан айырыла. Ер-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙыарҙың күәҙә төҙөлөшө беренсел енси билдәләр һәм икенсел енси билдәләр буйынса айырыла. Беренсел енси билдәләр — әсә ҡарынында ятҡан ваҡытта формалашҡан һәм енси өлгөрөү ваҡытында ғына әүҙемләшкән үрсеү органдарынын үҙенсәлектәре. Енси өлгөрөү процессында кәүҙәнең башҡа өлөштәрендә икенсел енси билдәләр барлыҡҡа килә.

был үрсеү ағзалары төҙөлөшөнөң үҙенсәлектәрен, уның формалашыу внутриутробный үҫтергән ваҡытында уҡ, тик һөҙөмтәһе генә енесле әүҙем енси өлгөрөүе булды. Формалашыу процестары икенсел енси билдәләр енси өлгөрөү — кәүҙәһенең ҡалған өлөшө үҙенсәлектәре.

 
Ирҙәрҙең енес системаһы:
1 — бәүел ҡыуығы (рус. мочевой пузырь);
2 — сат һөйәге, түмһәкәй һойәге (рус. лобковая кость);
3 — енес ағзаһы (рус. половой член);
4 — көпшәле тәне (рус. пещеристое тело);
5 — енес ағзаһы башы (рус. головка члена);
6 — енес ағзаһы япмаһы, ҡыҫа (рус. крайняя плоть);
7 — һейҙек каналының тышҡы тишеге (рус.  наружное отверстие);
8 — туҡ эсәк (рус. ободочная кишка);
9 — туры эсәк (рус. прямая кишка);
10 — орлоҡ ҡыуыҡсаһы (рус.  семенной пузырёк);
11 — орлоҡ ырғытҡыс көпшә (рус. семявыбрасывающий проток);
12 — простата биҙе (рус. предстательная железа);
13 — куперов биҙ (рус. куперова железа);
14 — арт юл (рус. задний проход);
15 — орлоҡ юлы (рус. семенной канал);
16 — түллек ҡушылмаһы (рус. придаток яичка);
17 — күкәй (рус. яичко);
18 — күкәй тоҡсаһы (рус. мошонка).

Ирҙәрҙең енси органдары репродуктив системаның өлөшө булып тора. Енес ағзаһы, күкәйлек, орлоҡ юлы һәм простата репродуктив системаға ҡарай. Ирҙәрҙең репродуктив системаһына тәғәйенләнеше — ҡатын-ҡыҙ организмындағы күкәй-күҙәнәк менән ҡушыла алырлыҡ сперматозоид булған сперма етештереү. Аналыҡҡа һәм артабан балаятҡылығы торбаһына үтеп ингән спермотозоид күкәй-күҙәнәкте аталандыра һәм артабан эмбрион үҫешә. Шулай итеп ирҙәрҙәң репродуктив системаһы йөклөлөк процессында ҡатнашмай.

   
Ирҙәр кәүҙәһе алдан һәм арттан

Ирҙәр организмындағы икенсел енси билдәләр ғәҙәттә енси өлгөрөү ваҡыныда андроген гормондары (ирҙәрҙәң енси гормондары) йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Малайҙарҙа енси өлгөрөү ҡыҙҙарға ҡарағанда һуңыраҡ, 12-13 йәштәрҙә башлана. Атап әйкәндә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда, мускул системаһының юғары үҫеше, ҡул һәм үксәнең эрерәк булыуы, буй юғарыраҡ, оса һөйәге тарыраҡ, яурын киңерәк, түбән тауыш, сығып торған күмәгәй һөйәге булыуы ирҙәрҙе ҡатын-ҡыҙҙан айырып тора. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер шәхестәр дөйөм һыҙаттарҙан айырылыуы ла мөмкин.

Ауырыуҙар

үҙгәртергә

Ирҙәргә генә хас аурыуыарҙы медицинаның андрология тигән фәне өйрәнә. Ғәмәлдә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бер үк ауырыуҙарға дусар булалар, шул уҡ ваҡытта ирҙәр заты өсөн үҙенсәлекле ауырыуҙар ҙа бар. Ҡайһы бер ауырыуҙар кешенең енесе менән коррелятив. Мәҫәлән, дальтонизм һәм башҡа нәҫелдән килә торған ауырыуҙар.

Затты билдәләү һәм гендер оҡшашлығы

үҙгәртергә

Бала тыуғас уның енси органдары буйынса затын малай йәки ҡыҙ тип билдәләйҙәр. Тик енес органдарының формаһы баланың артабанғы анатомик һәм физиологик үҫеше һәм гендер үҙаңы менән бәйле түгел. Ҡайһы бер балаларҙың енси органдарын бер төрлө тип кенә билдәләп булмай. Күп илдәрҙә бындай балаларҙың енси органдарын хирургик операция ярҙамында «төҙәтәләр», тик бындай операцияларҙың баланың артабанғы енси яҡтан үҫешенә тәьҫире иҫбат ителмәгән[6]. Кешелә ике төрлө енес билдәләре булыуы күп осраҡта енси өлгөрөү осоронда ғына билдәле була. Ҡайһы бер биологтар гендер системаһын икегә бүлеү дөрөҫлөккә тип килмәй[7].

Бала тыуғанда билдәләнгән зат кешенең гендер үҙаңына тура килмәүе лә мөмкин. Кеше үҙен ҡапма-ҡаршы заттан тип хис итеүе лә мөмкин.

Ирҙәрҙең гендер роле

үҙгәртергә


Гендер роле — кешенең затына ҡарап йәмғиәттә үҙен-үҙе тотоу тәртибе. Хәҙерге заманда бинар гендер системаһы, йәғни кешеләрҙе ирҙәргә һәм ҡатын-ҡыҙҙарға бүлеү системаһы өҫтөнлөк алған. Шуға ҡарап заттарға йәмғиәттә үҙен нисек тоторға икәне күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта, ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен нисек тоторға тейеш тигән сикләүҙәр юҡ, йәғи гендер роле билдәләнмәгән[8]. В других культурах выделяется три и более гендеров и соответствующих гендерных ролей[9][10].

Ирҙәрҙәң гендер роле билдәләнгән мәҙәниәттә, уның эстәлеге төрлө заманда һәм төрлө социаль ҡатламдарҙа үҙгәрергә мөмкин. 1970-се йылдарҙаға СССР-ҙа булған патриархат хәҙерге ваҡытта йәмғиәттең рухи һәм әхлаки ҡиммәтенә тура килмәй. Патриархат индивидуализм, тигеҙлек һәм йомшаҡлыҡ менән алышына. Хәҙерге заман ирҙәрендә агрессивлыҡ, физик көс икенсе планға күсә. Интеллектуаллек, белем, сабырлыҡ, рәхимлелек өҫтәнләк ала[11].

Гендер айырмалары

үҙгәртергә

Боронғо замандан бирле көйбайыш йәмғиәтендә ир менән ҡатын араһындағы айырмалыҡ тәбиғи айырмалыҡ тип иҫәпләнә[12]. Хәҙерге фән гендер ролен эволюция теорияһы менән бәйләй һәм тәбиғи һайланыш нәтижәһендә барлыҡҡа килгән тип иҫәпләй. Эволюция теорияһының эмперик мәғлүмәттәре гендер айырмаһы булыуын раҫламай. Мәҫәлән, эмперик тикшеренеүҙәр ҡатын-ҡыҙ үҙенә партнёр һайлағанда ир кешенең ғаиләне ашатыусы кеүек сифатына ҡарай, ә ир кеше ҡатын кешенең һөйкөмлөлөгенә ҡарап һайлай тип раҫланған фекерҙе инҡар итә [13]. Күп кенә ғалимдар был тикшеренеүҙәрҙә тупаҫ хаталар булыуын да күрһәтә[14][15].

Ирҙәр менән ҡатындар араһындағы төҙәтеп булмаҫлыҡ айырманы ла төҙәтеү тәжрибәһе лә булды, тик тулыһынса айырманы бөтөрөп булманы. Гендерҙар араһындағы оҡшашлыҡ, айырмаға ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ, тип иҫәпләйҙәр күпселек ғалимдар хәҙерге фәнни мәғлүмәттәргә таянып, шуға күрә гендер оҡшашлыға турыһындағы гипотеза маҡсатҡа ярашлы булыр ине [16]. Ирҙәр менән ҡатындар араһындағы математик һәләт, арауыҡта үҙ урыныңды билдәләү һәм агрессивлыҡ кеүек айырмалар универсал түгел. Был айрмалар гентер стериотибы йоғонтоһо ғына. [17][18].

Гендер стереотиптары

үҙгәртергә

Хәҙерге йәмғиәттә ирҙәр агрессив, әүҙем, лидер булыуға ынтылыу, авторитар һәм тәүәкәл кеүек сифаттарға эйә тигән стереотип йәшәп килә, ә ирҙәрҙә булған көсһөҙлөк һәм эмоционаллек ғәйепләнә. Был стереотиптар дөрөҫләккә тип килмәй. Мәҫәлән, ир кешеләр эмпатияға бирешмәйем тиһәләр ҙә, физиологик һәм мимика реакциялары ирҙәр һәм ҡатындарҙың эмпатик реакциялары бер төрлө булыуын күрһәтә[19]. Башҡа тикшеренеүҙәр ир кешеләр уҫаллыҡ, моңһоулыҡ һәм ҡурҡыу кеүек хистәрҙе ҡатын-ҡыҙ кеүек йыш кисерә, тик шул уҡ ваҡытта ир кешеләр уҫаллыҡты күрһәтә һәм тиҫкәре эмоцияларҙы йәшерә, ә ҡатын-ғыҙҙар киреһенсә уҫаллыҡтә йәшерә, моңһоулыҡты һәм ҡурҡыуҙы күрһәтә[20] икәнлеген күрһәтә. Хәҙерге заман фәне күҙлегенән ҡарағанда, гендер стереотибы йәмғиәттә гендер ролен һаҡлау өсөн, атап әйикәндә гендер тигеҙлеген тотоп тороу өсөн хеҙмәт итә. Ҡағиҙә булараҡ, тегә йәки был мәҙәниәттә тик ирҙәрҙә була тип иҫәпләнгән стереотип сифаттар, ошо мәҙәниәт эсендә ҡатын-ҡыҙ сифаттарына ҡарағанда юғарыраҡ баһалана [21]. Шула итеп, гендер стереотиптары андроцентризм, йәғни ир сифаттарын норма тип күҙаллау, ҡатын-ҡыҙ сифаттары ситкә тайпылыш тигән күҙаллауҙы күрһәтә һәм нығыта [22].

Тикшеренеүҙәр күрһәткәнсә, ир кешеләр тураһында гендер стереотиптаар һәм шул гендер стереотиптарын ғәмәлгә ашырыуҙы талап иткән йәмғиәт һәм тирә яҡ мөхиттең баҫымы ит кешеләргә зыян килтерә. Атап әйткәндә, гендер стереотиптары ир кешеләрҙе хәүефле эштәргә йәлеп итә һәм енәйәт ҡаларға мәжбүр итә[23][24]. Икенее яҡтан, гендер стереотиптары ир кешеләргә ҡаршы көс ҡулланыу осрағанда ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә ҡамасаулай[25].

Ирҙәр затын график символдар ярҙамында күрһәтеү

үҙгәртергә
  • Марс планетаһы бронғо Римдың һуғыш аллаһы хҡрмәтенә аталған, уның символы — ♂. Был символ шулай уҡ ике енесле заттар араһында ирҙәр енесен билдәләү өсөн ҡулланыла.
  • Ян — боронғо ҡытай фәлсәфәһендә аҡ, яҡтылыҡ һәм эске донъяны һүрәтләүсе ирҙәр башланғысы. Ирҙәр башланғысы Ян ҡатын-ҡыҙҙар башланғысы Инь менән тығыҙ айыпылғыһыҙ бәйләнештә. Инь — ҡара, тышҡы донъяны һүрәтләүсе ҡатын-ҡыҙ башланғысы.
  • Медицина генетикаһында генеалогик схемане төҙөгәндә ирҙәрҙе квадрат, ҡатын-ҡыҙҙарҙы түңәрәк итеп күрһәтәләр.
  • Киң татарлғын мәҙәниәттә ирҙәр төҫө зәңгәр, ҡатын-ҡыҙҙар төҫө ҡыҙыл тип билдәләнә. Күп кенә илдәрҙә йәш сабый тыуғанда малайһарға зәңгәр кейем, ҡыҙ балаға ҡыҙыл кейем алалар.

Йәмғиәттә ирҙәр роле

үҙгәртергә
   
Мифологияла ирҙәр образы:
1. Геракл — көслө ирҙәр өлгөһө;
2. Аполлон — матур ирҙәр өлгөһө

Бик күп мәҙәниәттә тарих төпкөлөнән үк ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда киң хоҡуҡлы һәм абруйлыраҡ булып формалашҡан. Был ғөрөф-ғәҙәтте һаҡларға дини яҙмалар күрһәтмә бирә. Был ҡатын-ҡыҙ бала тапғас ғаилә эсендә балалар тәрбиәләү менән мәшғүл булыуы менән бәйле. Хәҙерге ваҡытта көнбайыш илдәрендә һәм АҠШ-та ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын тигеҙләү тенденцияһы күҙәтелә. XX быуаттағы ирҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын тигәҙләү ынтылышы сексуаль революция һәм феминизм күренештәрндә сағыла.

Ир-егеттәрҙең сәнғәттәге образдары

үҙгәртергә

Ир образы һәр ваҡытта батырлыҡ образы булараҡ һүрәтләнә. Бында ҡайһы бер донъялағы танылған әҫәрҙәр генә алынған.

 
Микеланджело Әҙәмде яралтыу (Рәсемдән деталь, 1511 йыл тирәһе)

Һынлы сәнғәттә: Сотворение Адама[26].

Музыкала: «Комбат» (йыр)[27]

Кинола: Укрощение строптивого[28]

 
Микеланджело. Давид — Көнбайыш сәнғәтендә йәш ир матурлығын һынландырыусы.

Скульптурала: Давид (Микеланджело)[29]

Әҙәбиәттә: Одиссея[30]

Байрамдар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. The Vitruvian man
  2. Толковый словарь русского языка / Под ред. Д. Н. Ушакова, — М.: Астрель, 2007.
  3. Ожегов С. И. / Словарь русского языка: 70 000 слов, — М.: Русский язык, 1990.
  4. Мэтт Ридли «Геном: автобиография вида в 23 главах» — М: Эксмо, 2010, С. 145—164. ISBN 978-5-699-34865-7
  5. Джон Ллойд и Джон Митчинсон. Вторая Книга всеобщих заблуждений. — М.: Фантом Пресс, 2012. — С. 228. — 416 с. — ISBN 978-5-86471-619-9.
  6. Submission 88 to the Australian Senate inquiry on the involuntary or coerced sterilisation of people with disabilities in Australia (ингл.). Australasian Paediatric Endocrine Group (APEG) (27 июнь 2013). Дата обращения: 9 сентябрь 2015.
  7. Fausto-Sterling, A. The Five Sexes: Why Male and Female Are Not Enough // The Sciences. — 1993. — Т. 33. — № 2. — С. 20—24.
  8. Oyewumi, Oyeronke Conceptualizing gender: the eurocentric foundations of feminist concepts and the challenge of African epistemologies // Jenda: a Journal of Culture and African Woman Studies. — 2002. — Т. 2.
  9. Nanda, Serena. Gender Diversity: Crosscultural Variations. — Waveland Pr Inc, 1999. — ISBN 978-1577660743.
  10. Roscoe, Will. Changing Ones: Third and Fourth Genders in Native North America. — Palgrave Macmillan, 2000. — ISBN 978-0312224790.
  11. Ирина Костерина «Ботаники» против Джеймса Бонда: некоторые тренды современной маскулинности // Неприкосновенный запас. — 2012. — Т. 83. — № 3. Архивировано из первоисточника 9 ноябрь 2015.
  12. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; oyewumi төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  13. Sprecher, S. The importance to males and females of physical attractiveness, earning potential and expressiveness in initial attraction // Sex Roles. — 1989. — № 21. — С. 591—607.
  14. Fausto-Sterling, A. Beyond difference: A biologist's perspective // Journal of Social Issues. — 1997. — Т. 53. — № 2. — С. 233–258.
  15. Bussey, K., Bandura, A. Social cognitive theory of gender development and differentiation // Psychological review. — 1999. — Т. 106. — № 4. — С. 676—713.
  16. Hyde, J.S. The Gender Similarities Hypothesis // American Psychologist. — 2005. — Т. 60. — № 6. — С. 581–592.
  17. Guiso, L. et al. Culture, gender, and math // Science. — 2008. — Т. 320. — № 5880. — С. 1164—1165.
  18. Lightdale, J. R., & Prentice, D. A. Rethinking sex differences in aggression: Aggressive behavior in the absence of social roles // Personality and Social Psychology Bulletin. — 1994. — № 20. — С. 34—44. Архивировано из первоисточника 23 июнь 2016.
  19. Eisenberg, Nancy, Lennon, Randy Sex differences in empathy and related capacities // Psychological Bulletin. — 1983. — Т. 94. — № 1. — С. 100—131.
  20. Бёрн Шон. Гендерная психология = The Social Psychology of Gender. — СПб: Прайм-Еврознак, 2002.
  21. Hartsock, N. The feminist standpoint: Developing the ground for a specifically feminist historical materialism // Feminism and Methodology: Social Science Issues / Harding, S.. — Indiana University Press, 1987. — ISBN 9780253204448.
  22. Hegarty, P., Buechel, C. Androcentric Reporting of Gender Differences in APA Journals: 1965–2004 // Review of General Psychology. — 2006. — Т. 10. — № 4. — С. 377–389.
  23. Santana, C., et al. Masculine Gender Roles Associated with Increased Sexual Risk and Intimate Partner Violence Perpetration among Young Adult Men // Journal of Urban Health: Bulletin of the New York Academy of Medicine. — 2006. — Т. 83. — № 4. — С. 575—585.
  24. Panel on Research on Violence Against Women, Division of Behavioral and Social Sciences and Education, National Research Council, Commission on Behavioral and Social Sciences and Education. Understanding Violence Against Women. — National Academies Press, 1996. — 225 p. — ISBN 9780309054256.
  25. Donnelly, D., Kenyon, S. “Honey, We Don't Do Men” Gender Stereotypes and the Provision of Services to Sexually Assaulted Males // Journal of Interpersonal Violence. — 1996. — Т. 11. — № 3. — С. 441—448. Архивировано из первоисточника 4 март 2016.
  26. Сотворение Адама 2015 йыл 3 февраль архивланған.
  27. Роман Алексеевич Илющенко «Безотцовщина»
  28. «Феномен Челентано (Адриано Челентано)» Г. Богемский. (Сборник ежегодника «Экран», Москва, «Искусство» 1986). 2016 йыл 12 март архивланған.
  29.  (инг.) Anton Gill. Il Gigante: Michelangelo, Florence, and the David, 1492—1504. St. Martin’s Press, 2003. ISBN 0-312-31442-6.
  30. В. С. Вахрушев «Гомер» // Зарубежные писатели. Биобиблиографический словарь. Ч. 1. — М., 1997. — С.201-207 2012 йыл 26 декабрь архивланған.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә