Аҙнабаев Булат Әхмәр улы
Аҙнабаев Булат Әхмәр улы (7 март 1966 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (2007).
Аҙнабаев Булат Әхмәр улы | |
![]() | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: |
СССР, Россия |
Эшләгән урыны: | |
Ғилми дәрәжәһе: |
тарих фәндәре докторы (2007) |
Уҡыу йорто: |
БиографияһыҮҙгәртергә
Булат Әхмәр улы Аҙнабаев 1966 йылдың 7 мартында Өфөлә тыуған. Атаһы Әхмәр Мөхәмәтдин улы Аҙнабаев — тел белгесе, педагог‑методист.
1988 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1992 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, бер үк ваҡытта 2008 йылдан — БДУ-ның Нефтекама филиалының тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы кафедраһы мөдире.
Ғилми эшмәкәрлегеҮҙгәртергә
Б. Ә. Аҙнабаевтың фәнни тикшеренеүҙәре Өфө өйәҙе халҡының этник составы һәм социаль структураһы формалашыуы, күсмә һәм ярым күсмә халыҡтарҙың Рус дәүләте составына ҡушылыуы проблемаларына, сығанаҡтар өйрәнеүҙең теоретик һәм методологик мәсьәләләренә арналған. 100-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.
ХеҙмәттәреҮҙгәртергә
- Уфимское дворянство в конце XVI — первой трети XVIII вв.: землевладение, состав, служба. — Уфа, 1999.
- Интеграция Башкирии в административную структуру Российского государства (вторая половина XVI — первая треть XVIII вв.). — Уфа, 2005.
- Копия жалованной грамоты Иоанна Васильевича башкиру Уранской волости Авдуаку Санбаеву //Вестник Башкирского университета. 2009. Т.14. №3.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Аҙнабаев Булат Әхмәр улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Азнабаев Булат Ахмерович // Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.