Ғаянов Зөфәр Ғаян улы
Ғаянов Зөфәр Ғаян улы (14 май 1941 йыл — 7 март 2015 йыл) — рәссам, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1975 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) һәм атҡаҙанған (1996) рәссамы.
Ғаянов Зөфәр Ғаян улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 14 май 1941 |
Тыуған урыны | Һәйтәк, Балтаc районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 7 март 2015 (73 йәш) |
Һөнәр төрө | рәссам |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
1981—1987 йылдарҙа М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейын етәкләй, уның башланғысы менән һәм етәкселеге аҫтында тарихта беренсе тапҡыр музей ансамбленең реконструкцияһы үткәрелә. 1997—2013 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетында уҡыта.
Зөфәр Ғаяновтың әҫәрҙәре Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең күп кенә музейҙарында һәм картина галереяларында, Анкаралағы ТЮРКСОЙ генераль дирекцияһында һаҡлана.
Биографияһы
үҙгәртергәҒаянов Зөфәр Ғаян улы 1941 йылдың 14 майында БАССР-ҙың Балтас районының Һәйтәк ауылында тыуған. Шунда уҡ мәктәптә уҡыған.
1978 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының (педагогтары — РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы Р. М. Нурмөхәмәтов, профессор Э. М. Сәйетова) һынлы сәнғәт бүлеген тамамлаған.
80-се йылдарҙа М. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейының директоры булып эшләй. Өфөлә йәшәй, 1995 йылдан З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында һынлы һүрәт сәнғәте һәм китап графикаһы кафедраһы доценты.
1975 йылдан СССР Рәссамдар Союзы ағзаһы. 1995 йылдан «Артыш» ижади берекмәһе ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1996). Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2003)[1].
Ҡатыны — Роза Ғаянова — УГАЭС Академияһы галереяһы директоры, «Һәләтле балалар» хәйриә фондының башҡарма директоры.
Рәссамдың әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана (Өфө), Татарстан Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ҡазан), Удмуртия Республикаһының дәүләт һынлы сәнғәт музейында (Ижевск), «Алтын Урҙа» художество галереяһында, «Ҡазан» Республика мәҙәниәт үҙәгенең Заманса сәнғәт музейында (Ҡазан), Ғ. Туҡайҙың мемориаль музейында (Ҡазан).
Күргәҙмәләр
үҙгәртергә1972 йылдан З. Ғ. Ғаянов республика, зональ, төбәк-ара, төбәк, Бөтә Рәсәй, Бөтә Союз, халыҡ-ара һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнашыусы булған.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала Баҫма графикаһы оҫталары күргәҙмәһе (2011 йыл).
Төп эштәре
үҙгәртергәИллюстрациялар: «Башҡорт эпосы»; «Ҡарттың портреттары»; Злобиндың «Салават Юлаев» романына; «Сирень», «Ловля угря», «Ҡарт балыҡсы», «Кис» (акв.); «Иртәнсәк», «Һуңғы ямғыр», «Көн уртаһы», «Йәшел пейзаж», «Яҙғы ямғыр», «Йәйге биҙәктәр», «Бесән сабыу», «Көҙгө пейзаж», «Страда», «Ҡайтыу», «Бесән сабыу сағы» (төҫлө тушь); «Уборочная пора» «Йәй» серияһынан; «Истамбул», «Төркиәләге ҡаласыҡ», «Анҡараға юл», « Босфорҙа» (акварель, ҡағыҙ), «Заливные луга», «Ҡыш башы», «Йәй», «Первый жаворонок», «Предчувствие осени», «Ҡыш» (акварель, ҡағыҙ); «Ҡояшлы көн», «Страдная пора», «Йылы кис», «Таң алдынан», «Картуф йыйыу», «Беренсе ҡар», «Ташҡын» һ. б.
Наградалары
үҙгәртергәРФ Рәссамдар Союзы һәм халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы I дәрәжә алтын миҙалы, республика конкурс-күргәҙмәләренең, Башҡортостан Республикаһы Рәссамдар Союзының I дәрәжә дипломы.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа, 1979
- История Уфы. Сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ғаянов Зөфәр Ғаян улы (Тикшерелеү көнө: 11 май 2021)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғаянов Зөфәр Ғаян улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 11 май 2021)
- http://artru.info/ar/31495/ 2017 йыл 1 ноябрь архивланған.Был мәҡәләлә мәғлүмәт сығанаҡтарына һылтанмалар етмәй.