Эдинбург
Эдинбург (ингл. һәм гэл. Edinburgh [ˈɛdɪnb(ʌ)rə], гэл. Dùn Èideann [tuːn ˈeːtʃən]) — Шотландияның баш ҡалаһы (1437 йыл) һәм уның ҙурлығы буйынса икенсе ҡалаһы. Сити-оф-Эдинбург округының административ үҙәге. Эдинбург халҡы 2016 йылда 488,1 мең кеше тәшкил итә. Был ҡала ҙурлығы буйынса Берләшкән короллектең етенсе урынында торған ҡалаһы. Шотландия ярҙарының көнсығышында, Урта Шотландия уйһыулығында, Ферт-оф-Форт ҡултығының көньяғында, урынлашҡан.
Эдинбург | |
ингл. Edinburgh | |
Байраҡ | Герб |
Нигеҙләү датаһы | VII быуат |
---|---|
Рәсми атамаһы | Edinburgh, Dùn Èideann һәм Edinburgh |
Ҡушамат | Athens of the North |
Этнохороним | edimburghese, edimburgués, edimburguesa, Édimbourgeois[1], Édimbourgeoise[1], edimburguès, edimburguesa, Edinburgano һәм edimburghesi |
Девиз тексы | Nisi Dominus Frustra |
Донъя ҡитғаһы | Европа |
Дәүләт | Бөйөк Британия[2] |
Административ үҙәге | Шотландия, Королевство Шотландия[d] һәм Эдинбург[d] |
Административ-территориаль берәмек | Эдинбург[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC±0:00[d] һәм UTC+1:00[d] |
Историческое графство | Мидлотиан[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Water of Leith[d], River Almond[d], Форт[d] һәм Фёрт-оф-Форт[d] |
Хөкүмәт башлығы | Frank Ross[d][3] |
Ойошма ағзаһы | Creative Cities Network[d][4], Лига исторических городов[d][5], Всемирная федерация туристических городов[d][6] һәм Организация городов всемирного наследия[d][7] |
Халыҡ һаны | 488 050 кеше (2016) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 47 ± 1 метр |
Туғандаш ҡала | Мюнхен[8][9][10][…], Флоренция[11][8][12][…], Данидин[d][13][8][14][…], Ванкувер[11][8][15][…], Сан-Диего[d][8][16][10], Киев[11][17][8][…] һәм Ольборг[11][8][18][…] |
Ҡулланылған тел | шотландский гэльский язык[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Civilization V[d] |
Майҙан | 259 ± 0 км² |
Почта индексы | EH1-EH13 |
Рәсми сайт | edinburgh.org |
Һештег | Edinburgh |
Тема иҡтисады | economy of Edinburgh[d] |
Урындағы телефон коды | 0131 |
Географический код Великобритании | NT275735 |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Категория:Похороненные в Эдинбурге[d] |
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы | Category:Films shot in Edinburgh[d] |
Эдинбург Викимилектә |
Эдинбург районы — Иҫке ҡала һәм Яңы ҡала — 1995 йылда ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Этимология
үҙгәртергәБыл Эдинбург торған ауылдың исеме .боронғо валлий телендә Din Eidyn тип аталған, һуңғараҡ латинса Oppidum Eden тип атала.
Тарих
үҙгәртергә1124 йылда ҡәлғә менән уратылған ҡала король Давид I указында телгә алына. Эдинбургта Изге Тәре сиркәүе король указы буйынса төҙөлә. Вильгельм I Арыҫлан 1170 йылда ҡаланың исеме — Edenesburch тип үҙгәртә
XII быуатта Эдинбург бик йылдам үҫешә башлай, уға Данфермлиндан король ғаиләһе, ихатаһы күсеп килә. XIII быуатта Шотландия парламенты барлыҡҡа килгәс, Эдинбургҡа баш ҡала статусы бирелә. 1707 йылда шотландия парламенты бөтөрөлә, Эдинбургтан король һарайы тулыһынса Лондонға күсә. Шуға ҡарамаҫтан Мәғрифәтселек осоронда ҡалала мәҙәни тормош юғары үҫешә һәм сәскә ата, бында күренекле ғалим һәм философтар күпләп йәшәй һәм эшләй.
XIX быуатта Эдинбургҡа Ирландиянан «картуф аслығынан» ҡасҡан бик күп халыҡ күсеп килә, шунлыҡтан ҡала халҡы ныҡ артып китә.
Эдинбург бөгөн — Бөйөк Британияның иң сәскә иҡтисади төбәктәренең береһе. Иҡтисади күтәрелеш 1999 йылда башлана, артабан Шотландия парламенты тергеҙелә, шунан һуң ҡалала бик күп хөкүмәт учреждениелары барлыҡҡа килә, һәм бының менән халыҡтың мәшғүллеге арта башлай. Әлеге ваҡытта илдәге иң түбән эшһеҙлек кимәле Эдинбургта. Яйлап ҡала халҡы арта бара, башлыса башҡа илдән килгән эмигранттар иҫәбенә, әҙерәк — Бөйөк Британияның башҡа райондарынан килеүселәр арҡаһында.
Климат
үҙгәртергәЭдинбургта, Шотландия өсөн дөйөм алғандағы кеүек үк, уртаса диңгеҙ климаты хас — сағыштырмаса йомшаҡ климат, Шул уҡ киңлектә ятҡан Мәскәү һәм Лабрадор (Ньюфаундленд) менән сағыштырғанда бында ҡышын йылы, һауа температураһы бик һирәк 0 °C -тан түбән төшәт, йәй көндәре һауа температураһы 23 °C юғары күтәрелмәй. Шулай уҡ йыш ҡына ҡойма ямғырҙар булып тора. Атлантик циклондар һауа торошона йоғонто яһамай ҡалмай. март һәм октябрь айҙарында бында — Европа дауылдары була.
Эдинбург климаты | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткес | Ғин. | Фев. | Март | Апр. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сен. | Окт. | Нояб. | Дек. | Йыл |
Абсолют максимум, °C | 14,2 | 15,5 | 21,0 | 22,0 | 26,0 | 29,1 | 28,7 | 31,0 | 26,2 | 23,0 | 17,0 | 15,0 | 31,0 |
Уртаса максимум, °C | 6,7 | 7,2 | 9,3 | 11,6 | 14,5 | 17,2 | 19,2 | 19,1 | 16,6 | 13,0 | 9,3 | 6,7 | 12,5 |
Уртаса температура, °C | 4,0 | 4,2 | 5,8 | 7,7 | 10,3 | 13,1 | 15,1 | 14,9 | 12,7 | 9,6 | 6,5 | 4,0 | 9,0 |
Уртаса минимум, °C | 1,0 | 1,2 | 2,2 | 3,6 | 6,1 | 8,9 | 10,7 | 10,6 | 8,7 | 5,9 | 3,2 | 0,9 | 5,3 |
Абсолют минимум, °C | −18 | −17 | −11,4 | −5 | −3 | 0,0 | 2,1 | 2,0 | −2 | −5,6 | −10 | −15 | −18 |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 73 | 49 | 55 | 41 | 53 | 63 | 67 | 70 | 65 | 83 | 64 | 64 | 746 |
Сығанаҡ: Погода и Климат |
Халыҡ
үҙгәртергә2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Эдинбург ҡалаһында 430 930 кеше йәшәй, 2005 йылда был һан, Шотландияның гражданлыҡ хәле акттарын яҙыу департаменты мәғлүмәттәре буйынса 457 830 кеше тәшкил итә, шуларҙың 48 % (220 094) ир-егеттәр, 52 % (237 736) — ҡатын-ҡыҙ. 2010 йылдағы баһа буйынса Эдинбургта 486 120 кеше йәшәй, шуларҙың 235 249 кеше ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙар 250 871 кеше.
Эдинбург халыҡ һанының үҙгәреүе[19] осоро менән 1755 буйынса 2005 йылда[20][21] | ||||||||||
1755 | 1791 | 1811 | 1821 | 1831 | 1841 | 1851 | 1861 | 1871 | 1881 | 1891 |
195 57 | 865 81 | 624 82 | 235 112 | 136 054 | 182 138 | 160 511 | 168 121 | 979 196 | 357 228 | 261 225 |
1901 | 1911 | 1921 | 1931 | 1951 | 1961 | 1971 | 1981 | 1991 | 2001 | 2005 |
837 316 | 320. 318а | 264 420 | 439 010 | 761 466 | 361 468 | 575 453 | 425 575 | 914 418 | 448 624 | 830 457 |
Дин
үҙгәртергәШотландия пресвитериан сиркәүенә йөрөүселәр ҡалала иң күп һанда. Иң билдәле сиркәү — ҡаланың ҡурсалаусыһы тип иҫәпләнгән Изге Эгидий соборы, яҡлаусыһы булып ҡала.
Эдинбург ислам үҙәге — йәмиғ мәсете. Ул 1990-сы йылдарҙа асыла, мәсеттең төҙөлөшөн Сәғүд Ғәрәбстаны короле Фәхд финанслай. Ортодоксаль йәһүдтәрҙең синагогаһы Эдинбургта 1932 йылда асыла. Бында буддизмды тотоусылар ҙа бар.
Иҡтисад
үҙгәртергәЭдинбург — Бөйөк Британияның иң сәскә атҡан иҡтисади төбәктәренең береһе. Иҡтисади күтәрелеш күҙәтелмәй. 1999 йылда иҡтисади күтәрелеш башлана, артабан Шотландия парламенты тергеҙелә, шунан һуң ҡалала бик күп хөкүмәт учреждениелары барлыҡҡа килә, һәм бының менән халыҡтың мәшғүллеге арта башлай. Әлеге ваҡытта илдәге иң түбән эшһеҙлек кимәле,ә халыҡты эш урындары менән тәьмин итеү — иң юғары урында тора. Яйлап ҡала халҡы арта бара, башлыса башҡа илдән килгән эмигранттар иҫәбенә, әҙерәк — Бөйөк Британияның башҡа райондарынан килеүселәр арҡаһында
Эдинбург иҡтисадының иң ныҡ үҫешкән секторы булып банк эше, туризм, белем биреү һәм юғары технологиялар тора. 1695 йылда Шотландия парламенты ҡарары нигеҙендә Шотландия милли банкыһы ойошторола. Әлеге ваҡытта ул HBOS холдинг компанияһына инә, банкыныңтөп офисы Эдинбург ҡалаһында урынлашҡан. Эдинбург иҡтисади ҙурлығы буйынса Бөйөк Британияла дөйөм алғанда икенсе урында тора (Лондондан ҡала) һәм Европала бишенсе урынды биләй.
Эдинбургтың тарихи үҙәгендә һәм Яңы ҡалала бик күп эшлекле компанияларҙың офистары урынлашҡан була, әммә ваҡыт үтеү менән эшлекле тормош башҡа райондарға күсә. Мәҫәлән, ҡала үҙәгенән көнбайышҡа табан Exchange business district эшлекле үҙәк төҙөлә — бында Widows Scottish, Standard Life, Clydesdale Bank һәм Baillie Gifford компаниялары урынлашҡан. Бынан тыш ҡаланың алыҫ көнбайыш өлөшөндә,Эдинбург аэропорты янында, Эдинбург паркы — эшлекле парк зонаһы бар, Шотландияның король банкыһы офистары, HSBC һәм HBOS холдинг компанияларының банкылары бар.
2005 йылдан алып Brewery Caledonian һыра ҡайнатыу компанияһы эшләй. Бынан тыш Эдинбург Scottish & Newcastle һыра ҡайнатыу компанияһының төп офисы урынлашҡан
Эдинбург иҡтисадтың башҡа мөһим өлкәһе — туризм. Шотландия иң популяр туристик йүнәлеш булып тора. Йәйге айҙарҙа бында сәнғәт фестивале үтә. Эдинбург 100 миллион фунт стерлинг табышты йыл һайын туризмдан ала.
Бынан тыш, иҡтисадҡа ҙур өлөштө эшлекле туризм индерә, бында донъя кимәлендәге төрлө осрашыуҙар, дипломатик һәм фәнни конференциялар, чемпионаттар һәм спорт саралары, театр һәм музыка фестивалдәре үткәрелә.
Транспорт
үҙгәртергәЭдинбург — Шотландияның тимер юл транспортының төп үҙәге
Автобус — Эдинбургтың төп пассажирҙар транспорты. Төп автобус компаниялары — Lothian Buses һәм First Bus. 2007 йылда 1956 йылда туҡтатылған трамвай хәрәкәте яңынан тергеҙелә.
Эдинбург-Уэверли вокзалы — Эдинбургтың төп тимер юл станцияһы. Ҡала вокзалы аша үткән East Line Coast Main линияһы ҡаланы Лондон, Данди, Абердин һәм Бөйөк Британияның башҡа ҡалалары менән бәйләп тора. Вокзалдан бик яҡында ғына A1 — Бөйөк Британияның иң оҙон нумерланған шоссеһы үтә
Эдинбургта Бөйөк Британияла ҙурлығы буйынса һигеҙенсе урында торған халыҡ-ара аэропорт бар — ул урындағы һәм халыҡ-ара рейстарҙы хеҙмәтләндерә. Ҡала үҙәгенән көнбайышҡа табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Туризм
үҙгәртергәБында йыл һайын августа донъяла иң ҙур Эдинбург фестивале үткәрелә. Ҡала халҡы был ваҡытта туристарҙың күпләп килеүе арҡаһында ҡырҡа арта. Йыл һайын бында 13 миллион тирәһе турист килә.
Мәҙәниәт
үҙгәртергәМузейҙар
үҙгәртергә- Яҙыусылар музейы — Шотландияның бөйөк яҙыусылары һәм шағирҙары (сэр Вальтер Скотт, Роберт Бернс, Роберт Льюис Стивенсон һәм башҡалар) ижадына һәм тормошона арналған
- Бала саҡ музейы — (ҡурсаҡтан алып өс тәгәрмәсле велосипедҡа тиклем) бөтә ҡитғаларҙан килтерелгән балалар уйынсыҡтары коллекциялары ҡуйылған
- Эдинбург музейы — борондан беҙҙең көндәргә тиклемге ҡала тарихын кәүҙәләндергән музей экспозицияһы.
Галереялар
үҙгәртергә- Шотландияның милли галереяһы — картиналар галереяһы. Унда һынлы сәнғәт һәм скульптуралар бар, улар Яңырыу дәүеренән алып постимпрессионизм дәүеренә тиклемге ә полотноларҙы үҙ эсенә ала. Бында бөйөк рәссамдар Вермеер, Рубенс, Тициан, Тинторетто, В Дейка, Греко Эль, Рембрандт, Ватто, Гейнсборо, Моне, Гоген, Писсаро, Сезанналарҙың һәм башҡаларҙың картиналары бар.
- Шотландияның милли портрет галереяһы портрет — билдәле шотландтар (хаким, милли герой, шағир, революционер һәм башҡа тарихи шәхестәр) портреттары ҡуйылған
- Хәҙерге Шотландия милли сәнғәт галереяһы — уға1960 йылда нигеҙ һалыған. Хәҙерге ваҡытта бында 5000 ашыу төрлө жанр әҫәрҙәре объекттары иҫәпләнә.
Ғибәҙәтханалар
үҙгәртергә- Изге Джайлс соборы
- Йәмиғ мәсете
Төрлөһөнән
үҙгәртергә- Эдинбург король ботаника баҡсаһы
Белем
үҙгәртергәУниверситеттар һәм колледждар
үҙгәртергәЭдинбург университеты, Шотландияның иң ҙур юғары уҡыу йорто, король Яков I указы буйынса 1583 йылда нигеҙ һалынған.
1760 йылда Эдинбург ҡалаһында сәнғәт академияһы барлыҡҡа килә, 1907 йылда институт яңы статус ала — Королева Маргрет исемендәге университеттың сәнғәт колледжы тип атала.
1821 йылда ҡалала техник эшсе йәштәр мәктәбе асыла, һуңғараҡ ул университет статусы ала һәм шотланд уйлап табыусыһы-механик Джеймс Уатт исеме менән Хериот-Ватт университеты тип атала. бында шулай уҡ шотланд математигы Джон Непер университеты, Эдинбург бизнес-мәктәбе эшләй.
Спорт
үҙгәртергәЭдинбург — «Хиберниан» — Hibernian, ҡыҫҡаса Hibs — һәм «Харт оф. Мидлотианин» — Heart of Midlothian футбол клубтарының тыуған ере (тәр жемәһе «Мидлотиан Йөрәге», ҡыҫҡаса Hearts). Ике клуб та шотланд Премьер-Лигһына инә. «Хиберниан» Лит ҡалаһының «Истир Роуд» стадионында, «Харт оф. Мидлотианин» — Эдинбургтың «Тайнкасл» стадионында уйнай.
2008 йылда кросс буйынса донъя чемпионаты үткәрелә.
Иҫтәлекле урындары
үҙгәртергәҮҙәк өлөшөндәге тарихи һәм архитектура ҡиммәттәре күп булған Эдинбург 1995 йылда юнеско-ның бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелә. Территорияһы үҙ эсенә ҡаланың урта быуаттар архитектураһы һәм Шотландия Реформацияһы осоронда төҙөлгән ҡоролмаларын, шулай уҡ Яңы ҡаланы (ул xviii быуатта неоклассик архитектуралы итеп төҙөлгән) һәм Вест-Эндтың төньяҡ өлөшөн (ул викториан стилендә төҙөлгән) алып тора.
Төп туристик объекттарҙың береһе булып изге Джайлс соборы, Эдинбург пресвитериан сиркәүе тора
Эдинбург замогы
үҙгәртергәЭдинбург замогы ҡала үҙәгендә Замок ҡаяһында урынлашҡан һәм, Эдинбург өҫтөнән байтаҡҡа күтәрелеп тора. Замок Урта быуаттарҙа төҙөлгән, һаҡланып ҡалған Изге Маргарита Сиркәүе XII быуаттарға ҡарай. Замок Шотландия һәм Англия короле резиденцияһы булып 1603 йылға тиклем ҡала. XVII быуатта замок хәрби базаларға, шулай уҡ төрмәгә бирелә. XIX быуатта һарай яңынан тергеҙелә һәм Эдинбургтың тарихи ҡомартҡыһы булып тора. Хәҙер унда Шотландияның Милли хәрби музейы урынлашҡан, хәрби һәм оборона ҡоролмалары, донъяның иң ҙур Mons Meg пушкаһы тора. Һарай территорияһында көн һайын Сәғәт пушкаһы аттракционы эшләй. Замок алдындағы эспланадала йыл һайын Эдинбург король хәрби оркестрының парады үткәрелә.
Король миле
үҙгәртергәБаш ҡаланың иҫтәлекле урындарының береһе булып Король миле тора— унда бер-бер артлы теҙелгән, тупик менән тамамланған урта быуат урамдары, Иҫке ҡаланың Эдинбург замогы, Хаб соборы һәм Холируд һарайы бар. Бындағы урамдарҙың тупиктары, мәҫәлән, Тупик Мэри Кинг, әлегә тиклем уҙған быуат тарихын һаҡлай. Хәҙер Король миленә Обскур камераһы, виски музейы, Баласаҡ музейы, Халыҡ тарихы музейы, изге Джайлс соборы, сувенир кибеттәре ҡушылған. Король миле районы янында Грассмаркет менән күп пабтар һәм төнгө клубтар урынлашҡан.
Эдинбург әҙәбиәттә һәм кинола
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергәВальтер Скоттың «Эдинбургская темница» романындағы төп ваҡиғалар Эдинбургта һәм уның тирә-яғында бара.
Сергей Лукьяненконың «Последний дозор» китабының беренсе һәм һуңғы өлөшөндәге ваҡиғалар Эдинбургта бара.
Матиас Мальзьеның «Механика сердец» китабы ла Эдинбургта барған ваҡиғалар тураһында һөйләй.
Кино
үҙгәртергәВаҡиғалары Эдинбургта барған ҡайһы бер кинофильмдар[22]:
- 1994 — «Неглубокая могила», режиссеры Дэниел Бойл, төп ролде Юэн Макгрегор башҡара.
- 1996 — «Джуд», режиссеры Майкл Уинтерботт, төп ролдә — Кейт Уинслет. Ҡала үҙәгендә төшөрөлгән.
- 1996 — «На игле», режиссеры Дэниел Бойл, төп ролдә Юэн Макгрегор.
- 1998 — «Кислотный дом», режиссеры Пол Макгиган Иҙән. Эдинбургта һәм Глазгола төшөрөлгән
- 2003 — «Молодой Адам», режиссеры Дэвид Маккензи.
- 2010 — «Иллюзионист», режиссеры Сильвен Шоме, төп ролдәр Жан-Клод Донда һәм Эйлид Ранкин тауышы менән яҙыла.
- 2011 — «Один день», режиссеры Лоне Шерфиг, төп ролдәрҙә Джим Стерджес һәм Энн Хэтэуэй.
- 2012 — «Облачный атлас», режиссерҙары Том Тыквер, Энди Вачовски, Лана Вачовски
- 2013 — «Грязь», режиссеры Джон С Бейрд.
- 2013 — «on Leith Sunshine»
- 2011—2014 —Преступления прошлого / Case Histories (Сериал), Режиссерҙары: Джобст Марк,Андерсон,Дэн Зефф. Ролдәрҙә: Айзекс Джейсон һ. б.
- * 2014 — «Механика сердца», француз-бельгия йәнһүрәте, Мальзье Матиас ярҙамында уның китаптары нигеҙендә төшөрөлгән.
Туғанлашҡан ҡалалары
үҙгәртергәЭдинбург ҡалаһының туғандаш ҡалалары түбәндәгеләр:
- Германия: Мюнхен (1954)
- Франция: Ницца (1958)
- Италия: Флоренция (1964)
- Яңы Зеландия: Данидин (1974)
- Канада: Ванкувер (1977)
- АҠШ: Сан-Диего (1977)
- Испания: Сеговия (1985)
- ҠХР: Сиань (1985)
- Украина: Киев (1989)
- Дания: Ольборг (1991)
- Япония: Префектура Киото (1994)
- Польша: Краков (1995)
- Рәсәй Федерацияһы: Санкт-Петербург (1995)
Фотоһүрәттәр
үҙгәртергә-
Яңы ҡала архитектураһы -
Монумент Роберт Бернс -
Һәйкәл Вальтер Скотт -
Хаб (Эдинбург)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Бөйөк Эдинбург янғыны
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- <i id="mwAjI">Воронихина Л. Н.</i> Эдинбург. Л. : Искусство. Ленингр. отд-ние, 1974. 255 с. (Города и музеи мира).
- <i id="mwAjc">Фрай М.</i> Эдинбург : история города. М. ; СПб., 2011. 605, [2] с., [8] л. ил. ISBN 978-5-699-48209-2.
- Эдинбург // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ http://www.edinburgh.gov.uk/info/20004/council_and_democracy/641/lord_provost_of_the_city_of_edinburgh/1
- ↑ https://en.unesco.org/creative-cities/edinburgh
- ↑ https://web.archive.org/web/20240528114922/https://www.lhc-s.org/member_cities/
- ↑ https://cn.wtcf.org.cn/citys/919461b1-3ca7-45db-8188-01ec2202304e.html
- ↑ https://web.archive.org/web/20240528143447/https://www.ovpm.org/members/cities/
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 8,5 8,6 https://www.edinburghlive.co.uk/news/edinburgh-news/edinburghs-ten-sisters-remarkable-cities-18177349
- ↑ https://www.muenchen.de/rathaus/Stadtpolitik/Partnerstaedte/Edinburgh.html
- ↑ 10,0 10,1 https://democracy.edinburgh.gov.uk/documents/s34650/Item%207.8%20-%20Edinburgh%20International%20Framework.pdf
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 http://www.edinburgh.gov.uk/a_to_z/service/940831/twin_and_partner_cities
- ↑ https://www.comune.fi.it/pagina/firenze-internazionale/gemellaggi-e-patti-di-amicizia
- ↑ https://www.dunedin.govt.nz/your-council/sister-cities/edinburgh
- ↑ https://www.dunedin.govt.nz/council/sister-cities/edinburgh-scotland
- ↑ https://council.vancouver.ca/20080311/documents/a14.pdf
- ↑ https://www.sandiego.gov/insidesd/san-diego-sister-cities
- ↑ https://old.kyivcity.gov.ua/files/2018/2/15/Mista-pobratymy.pdf
- ↑ https://www.aalborgevents.dk/venskabsbyer/edinburgh-skotland
- ↑ Мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә халҡының Әҙәби
- ↑ Council of Edinburgh City 2005 йыл 19 май архивланған.
- ↑ Edinphoto 2008 йыл 12 октябрь архивланған.
- ↑