5 ноябрь
көнө
(5 ноябрь (ҡырпағай) битенән йүнәлтелде)
5 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 309-сы көнө (кәбисә йылында 310-сы). Йыл аҙағына тиклем 56 көн ҡала.
5 ноябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
5 ноябрь Викимилектә |
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Америка футболы көнө.
- Утын көнө.
- Бразилия: Португал теле көнө.
- КАР: Балалар көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Иҫке фотографияларҙы ҡарау көнө.
- Төркмәнстан: Сәләмәтлек көнө.
- Ер: Менеджер-ирекмәндәр көнө.
- Ҡаҙағстан: Тышҡы разведка көнө.
- Беларусь: Хәрби разведчиктар көнө.
- Граждандар авиацияһы хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Рәсәй Федерацияһы: Хәрби разведчиктар көнө
- Әрмәнстан: Разведка ғәскәрҙәре көнө.
- 1846: Хәҙерге Өфө дәүләт ат конюшняһы ойошторола.
- 1929: СССР-ҙа беренсе планетарий асыла.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Михаил (донъяуи исеме Добров Матвей Алексеевич; 1795— 19.05.1858), дин әһеле, 1831—1835 йылдарҙа Ырымбур һәм Өфө епискобы. Дини тәғлимәт магистры (1818). Архимандрит (1822), монах (1818). Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында Воскресение кафедраль соборын төҙөү инициаторы була, ҡатын-ҡыҙҙар общинаһын Минзәлә өйәҙе Бәтке ауылынан Өфөгә күсерә. Сығышы менән Мәскәү ҡалаһынан.
- Зәйнуллин Марат Вәли улы (1935—13.05.2016), башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм эшмәкәре. 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология, 2000—2011 йылдарҙа — башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), филология фәндәре докторы (1988), профессор (1991), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992) һәм мәғариф отличнигы (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Жәлил Кейекбаев (1996) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2008) премиялар лауреаты.
тулы исемлек
- Ураҡсин Зиннур Ғәзиз улы (1935—3.03.2007), башҡорт тел белгесе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. 1990 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1976), профессор (1983). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1984) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (1999).
- Севостьянов Сергей Александрович (1960), спортсы. Күреү йәһәтенән инвалид спортсыларҙың еңел атлетика буйынса — 1983 йылдан СССР, 1992 йылда БДБ, (1992), 1993—2009 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командалары ағзаһы. Еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1992). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Паралимпия уйындары чемпионы (2 тапҡыр 1992; 1996, 2000), күп тапҡыр көмөш һәм бронза призёры; шулай уҡ күп тапҡыр донъя, Европа, СССР, БДБ, РСФСР һәм Рәсәй чемпионы. «Шәхси батырлыҡ өсөн» (1992), Почёт (2002), Дуҫлыҡ (1996) һәм «Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000), Салауат Юлаев (2004) ордендары, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2006) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Белгород өлкәһенең Валуйки ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Домрачёв Александр Васильевич (1906—26.01.1961), комсомол һәм хужалыҡ органдары хеҙмәткәре, дәүләт эшмәкәре. 1927 йылдан Өфөлә комсомол эшендә; 1936 йылдан илдең төрлө ҡалаларындағы оборона заводтары директоры; 1951 йылдың мартынан СССР ҡорал (артабан оборона сәнәғәте) министрының урынбаҫары һәм беренсе урынбаҫары; 1957 йылдан СССР-ҙың Оборона техникаһы буйынса дәүләт комитеты рәйесе — СССР министры. РСФСР-ҙың икенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Ленин, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Бикбулатова Әлфиә Нәзих ҡыҙы (1951), юғары мәктәп ветераны, ғалим-аллерголог. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Сафин Мөхтәр Сафа улы (1917—17.10.2005), педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан Әбйәлил районы Үтәгән башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1965—1977 йылдарҙа — мәктәп мөдире. 1953—1963 йылдарҙа Амангилде ауыл Советы рәйесе. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Үтәгән ауылынан.
- Шведчиков Николай Степанович (1927—11.02.2003), быраулаусы. 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1951 йылдан хәҙерге «Башкиргеология» берекмәһенә ҡараған һәм Хәйбулла районында эшләгән Переволачан геология-разведка партияһының быраулаусы ярҙамсыһы, 1954—1985 йылдарҙа — быраулаусыһы. Октябрь Революцияһы (1977) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1972) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1969). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Воскресенка ауылынан.
тулы исемлек
- Эдуард Әғзәми (Әғзәмов Эдуард Лотфи улы; 1937—5.01.2020), журналист, яҙыусы. 1964—2008 йылдарҙа «Кызыл таң» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1965—2004 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһы һәм республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе. 1991 йылдан СССР Журналистар союзы, 1993 йылдан Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), [[[Яңауыл (ҡала)|Яңауыл]] ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (1997) һәм Ғәли Соҡорой исемендәге әҙәби премияһы лауреаты (1999).
- Баутский Александр Олегович (1957), төҙөүсе, йәмәғәтсе. Өфөләге «БашАнтэк» төҙөлөш ойошмаһының генераль директоры. Өфө ҡалаһы ҡала округының 1—4-се саҡырылыш (2005—2021) советы депутаты, шул иҫәптән 3-сө саҡырылыш (2012—2016) ҡала советы рәйесе урынбаҫары. РСФСР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Байков Эдуард Артур улы (1967), тарихсы, философ, яҙыусы, журналист. «Истоки» мәғлүмәт-публицистика аҙналыҡ республика гәзитенең яуаплы секретары. 2011 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы. Төрлө кимәлдәге әҙәби конкурстар лауреаты.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Неплюев Иван Иванович (1693—11.11.1773), Рәсәй империяһының дәүләт эшмәкәре, дипломат, адмирал, действительный йәшерен советник. Ырымбур губернаһының беренсе губернаторы (1744—1758).
- Хәмитов Нәжип Шәңгәрәй улы (1898—5.09.1943), граждандар һуғышында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған хәрби хеҙмәткәр, уҡсылар корпусы командиры, генерал-майор (1943). Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ һәм 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылынан.
тулы исемлек
- Орлинский Борис Михайлович (1933—19.08.2006), геофизик-ғалим. 1957 йылдан Бөтә Союз геофизика ғилми-тикшеренеү институтының Волга-Урал филиалы (Октябрьский ҡалаһы) инженеры, партия начальнигы, 1961 йылдан Татарстан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының (Бөгөлмә ҡалаһы) лаборатория мөдире, 1980 йылдан – Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ғилми-тикшеренеү институтының (Өфө) бүлек мөдире, 1984—2006 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университетының геофизика кафедраһы мөдире. Геология-минералогия фәндәре докторы (1980), профессор (1987). Сығышы менән Нальчик ҡалаһынан.
- Мусин Сәфәр Ғайсар улы (1948), төҙөүсе. 1965—2007 йылдарҙа хәҙерге «Салауатстрой» йәмғиәтенең балта оҫтаһы, ташсыһы, 1995 йылдан — мастеры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1975, 1977, 1986). Фёдоровка районы Фёдоровка ауылының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Ялсы ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Нестеров Дмитрий Леонтьевич (1899—1.01.1986), ауыл хужалығы алдынғыһы. 1935—1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының Дәүләкән машина-трактор станцияһының өлкән агрономы. СССР-ҙың дүртенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1954—1958). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948).
- Лебединский Лев Николаевич (1904—21.11.1992), СССР-ҙың музыка белгесе, фольклорсы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1935 йылдан СССР Фәндәр академияһы Этнография институтының ғилми хеҙмәткәре, 1939—1940 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡта музыкаль консультант. «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. Башҡорт музыка фольклористикаһы үҫешенең мөһим этабы булған «Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре» йыйынтығының автор‑төҙөүсеһе.
тулы исемлек
- Фоменков Михаил Петрович (1924—22.01.2004), хор дирижёры, педагог, йәмәғәтсе. 1968–2003 йылдарҙа (өҙөклөк менән) хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1970 һәм 1990—1995 йылдарҙа хор менән дирижёрлыҡ итеү кафедраһы мөдире һәм институт проректоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1959—1971 йылдарҙа Башҡортостандың Хор йәмғиәте рәйесе. Сәнғәт ғилеме кандидаты (1978), профессор (1988). Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1963) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Пятков Виктор Евгеньевич (1929—3.09.2008), алдынғы нефтсе, 1956 йылдан Башҡорт АССР-ының «Октябрьскнефть» промысла идаралығы, 1965—1989 йылдарҙа — Төмән өлкәһе «Юганскнефть» нефть һәм сығарыу идаралығы операторы. КПСС-тың XXVI съезы делегаты (1981), КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1981—1986). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981). СССР-ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1970).
- Фенченко Николай Григорьевич (1939), ғалим-зоотехник, 1966—1999 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1973 йылдан — ауыл хужалығы малдарын үрсетеү кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1976 йылдан — мөдире; 1999 йылдан — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1992). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1990), РСФСР-ҙың ауыл хужалығы отличнигы (1985) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1988). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Полтава өлкәһе Лубенский районы Енковцы ауылынан.
- Тотманова Ася Валентиновна (1954), бейеүсе. 1971 йылдан — хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1992 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт концерт залының «Гранде» бейеү ансамбленең балетмесйтер‑ҡуйыусыһы, бер үк ваҡытта етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Бөтə Рəсəй йыр һəм бейеү ансамблдəре һəм халыҡ бейеүҙəре ансамблдəре смотры дипломанты (Мәскәү, 1978).
- Гулак Сергей Викторович (1984, спортсы. Пуля менән атыу буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006). Үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта Рәсәй чемпионы. (2000—2003), Рәсәй беренселектәренең дүрт тапҡыр көмөш (2001—2002, 2005) һәм алты тапҡыр бронза (2000, 2002—2004) призёры, команда зачётында донъя чемпионы. (2002). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1896: Николай Бернштейн, СССР физиологы.
- 1954: Джеффри Сакс, АҠШ иҡтисадсыһы.
- 1879: Джеймс Максвелл, Англия физигы.
- 1930: Христиан Эйкман, Голландия табибы.
тулы исемлек
- 1944: Алексис Каррель, Франция биологы.
- 1988: Ричард Аллаяров, СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959).
- 2000: Рәшит Солтангәрәев, башҡорт яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының (1996) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1978).