Минзәлә өйәҙе
Минзәлә өйәҙе — 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.
Минзәлә өйәҙе
|
Административ үҙәге — Минзәлә ҡалаһы.
Тарихы
үҙгәртергәӨйәҙгә Өфө провинцияһының төньяҡ‑көнсығыш, Ҡазан провинцияһының шул уҡ исемдәге губернаһының көнсығыш өлөштәре инә. 1796 йылдаң Ырымбур губернаһы, 1865 йылдан — Өфө губернаһы составында. Бөтә был осорҙа административ үҙәге — Минзәлә ҡалаһы.
Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Минзәлә өйәҙе территорияһында 11‑се башҡорт кантоны һәм 2‑се мишәр кантонының бер өлөшө ойошторола. 1870 йылдан өйәҙ 5 станға бүленә. 1873 йылда 35 улус була: Аҡташ, Александровка, Александровка‑Ҡарамалы, Әлмәт‑Мулла, Әмәкәй, Афанас, Әхмәт, Байсар, Балтай, Бишенде‑Останково, Бәтке, Богодаровка, Ырысби, Зәй, Ирәкте, Ҡаҙансы, Ҡарамалы, Күҙкәй, Макарьевка, Матвеевка, Мысовочелнинск, Яңы Никольское, Яңы Спас, Нөркәй, Останково, Пусы, Семиостров, Иҫке Кәшер, Иҫке Мәзин, Иҫке Мәлкән, Сухарево, Тәкмәк, Троицк‑Йосоп, Шәрип, Шығай). 1906 йылда уларҙың һаны — 30, 1919 йылда — 31 була. 1896 йылда 1363 тораҡ пункт теркәлә. Өйәҙ 1920 йылда бөтөрөлә, уның территорияһында Татар АССР-ының Минзәлә кантоны ойошторола.
Географияһы
үҙгәртергәXVIII быуат аҙағында көнбайышта һәм төньяҡта — Вятка наместниклығы, төньяҡ‑көнсығышта һәм көнсығышта — Бөрө өйәҙе, көньяҡ‑көнсығышта — Бәләбәй өйәҙе, көньяҡта Бөгөлмә өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны — 13 248 км² (1897).
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда — 98860 кеше (шул иҫәптән башҡорттар —17840), 1897 йылда — 379981 (башҡорттар — 123052, белорустар — 1585, мариҙар — 2739, мордвалар — 4608, урыҫтар — 123736, татарҙар — 107025, типтәрҙәр — 14875 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 371810 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 5794, дворяндар — 917 һәм башҡа; мосолмандар — 214425, православие динендәгеләр — 162173 (шул иҫәптән 742 старообрядсы) һәм башҡалар.
Милләт | Халыҡ, кеш. | % |
---|---|---|
Башҡорттар | 123 052 | 32,38 |
Урыҫтар | 123 736 | 32,56 |
Татарҙар | 107 025 | 28,17 |
Типтәрҙәр | 14 875 | 3,91 |
Мордвалар | 4608 | 1,21 |
Мариҙар | 2739 | 0,72 |
Белорустар | 1585 | 0,42 |
Бөтәһе | 379 981 | 100,00 |
Иҡтисад
үҙгәртергәХалыҡтың төп өлөшө игенселек менән шөғөлләнгән. 1904 йылда һөрөнтө ер майҙаны 302 мең дисәтинә самаһы тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 148,5, һоло — 65,9, борай — 34, ҡарабойҙай — 16,2, борсаҡ — 13,4, тары — 11,9, бойҙай — 4,9, картуф — 3; һыйыр малы һаны — 21252 баш, йылҡы — 20464, һарыҡ — 49728, кәзә — 1801, сусҡа — 5690. XX быуат башында 2 шарап ҡыуыу заводы, һыра ҡайнатыу заводды эшләгән. Минзәләлә, Афанас, Бережные Челны, Круглое Поле, Макарьевка (Илбаҡты), Яр Саллы, Мәлем, Яңы Никольское, Яңы Спас (Бишенде‑Останково), Орловка, Тәкмәк, Әмәкәй ауылдарында йәрминкәләр үткәрелгән. 247 мәсет, 29 сиркәү, 13 часовня (1870) иҫәпләнгән. XIX быуат аҙағында 110 уҡыу йорто булған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Бәләбәй өйәҙе(недоступная ссылка)
- Делегация Башкортостана принимает участие в сабантуе «Приикских деревень» в Татарстане. ИА «Башинформ», 2019, 16 июня (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 июнь 2019)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Уфимская губерния. Тетр. 1, 2. СПб., 1901—1904.
- Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.45.