Тотманова Ася Валентиновна
Тотманова Ася Валентиновна (5 ноябрь 1954 йыл) — бейеүсе. 1971 йылдан — хәҙерге Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1992 йылдан — «Башҡортостан» дәүләт концерт залының «Гранде»" бейеү ансамбленең балетмесйтер‑ҡуйыусыһы, бер үк ваҡытта етәксеһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Бөтə Рəсəй йыр һəм бейеү ансамблдəре һəм халыҡ бейеүҙəре ансамблдəре смотры дипломанты (Мəскəү, 1978).
Тотманова Ася Валентиновна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 ноябрь 1954 (70 йәш) |
Һөнәр төрө | актёр |
Биографияһы
үҙгәртергәАся Валентиновна Тотманова 1954 йылдың 5 ноябрендә Өфөлә тыуған.
1975 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһын (Башҡорт республика мәҙәниәт техникумы) тамамлай.
Эш урыны: 1970 йылдан башлап Сухуми ҡалаһында "Шаратын" Абхаз халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләй, 1971 йылдан алып - Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1992 йылдан – "Нефтсе" мәҙәниәт йортоноң "Гранде"[1] бейеү ансамбленең етәксеһе һәм балетмейстр-ҡуйыусыһы.
Тотманова Ася Валентиновна Башҡорт академия драма театрында Н. Асанбаевтың "Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта" (“То в молодости, то в старости”) спектакленә бейеүҙәр ҡуя.
Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978) һəм Татар (1989) АССР‑ҙарында үткəрелгəн БАССР əҙəбиəте һəм сəнғəте көндəрендə, Сыуаш АССР‑ындағы БАССР мəҙəниəте көндəрендə (1981) ҡатнаша. СССР һəм сит илдəр (Германия, Испания, Италия, Чехословакия, Һиндостан һ.б.) буйлап гастролдəрҙə була. Бөтə Рəсəй йыр һəм бейеү ансамблдəре һəм халыҡ бейеүҙəре ансамблдəре смотры дипломанты (Мəскəү, 1978).
Репертуарында
үҙгәртергә"Бишбармаҡ" (“Бишбармак”), “Бүләк” (“Подарок”), “Һыу буйында” (“У ручья”), "Гопак", татар бейеүе "Яҙғы ағым", мари бейеүе "Кис ҡапҡа төбөндә", рус бейеүе "Кадриль", грек бейеүе "Сиртаки".
Ғаиләһе
үҙгәртергәИре: Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы - Рәдис Тотманов.
Балалары: Кондратьева Альбина ( Тотманова ) һәм Ғәлиә Тотманова.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- БАССР-ҙың халыҡ артисы (1989)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1984)
- Бөтә Рәсәй йыр һәм бейеү ансамблдәре һәм халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре смотры дипломанты. Мәскәү (1978).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ритм-балет "Гранде"(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тотманова Ася Валентиновна // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2019)