Зәйнуллин Марат Вәли улы

Зәйнуллин Марат Вәли улы (5 ноябрь 1935 йыл — 13 май 2016 йыл) — башҡорт теле белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы һәм эшмәкәре. 1966—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология, 2000—2011 йылдарҙа — башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), филология фәндәре докторы (1988), профессор (1991), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992) һәм мәғариф отличнигы (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Жәлил Кейекбаев (1996) һәм Зәйнәб Биишева исемендәге (2008) премиялар лауреаты.

Зәйнуллин Марат Вәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 5 ноябрь 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Үрге Һаҙ, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 13 май 2016({{padleft:2016|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Эш урыны Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы

үҙгәртергә

Марат Вәли улы Зәйнуллин 1935 йылдың 5 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Үрге Һаҙ ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, 1950 йылда Мораҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. 1954 йылда бер төркөм уҡыу алдынғылары иҫәбендә К. А. Тимирязев исемендәге педагогия институтына уҡырға ебәрелә.

1954—1959 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультеты студенты. БДУ-ны ҡыҙыл дипломға тамамлап, профессор Жәлил Кейекбаев юллауы буйынса аспирантураға уҡырға инә. 1963 йылда Ҡазанда «Хәҙерге башҡорт телендә хәбәр һөйкәлеше ҡылымының заман категорияһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1962 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшләй.

1966—1991 йылдарҙа филология факультеты, 2000—2011 йылдарҙа башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1989 йылдан алып башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы мөдире.

Марат Вәли улы Зәйнуллин 2016 йылдың 13 майында Өфө ҡалаһында вафат булды[1].

Ғилми эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ғилми эшмәкәрлеге башҡорт теле һәм башҡа төрки телдәр грамматикаһына, башҡорт телен һәм рус телен сағыштырма өйрәнеүгә, лингвокультурология проблемаларына арналған. «Башҡорт телендә тел модаллеге асылы һәм сиктәре тураһында» («О сущности и границах языковой модальности в башкирском языке»; 2000) монографияһында телдең төрлө кимәлдәренә (лексик, һүҙьяһалыш, морфологик, синтаксик) ҡараған модаллекте сағылдырыусы төп сараларҙы тикшерә. 600-ҙән ашыу фәнни, шул иҫәптән 12 монография, дәреслектәр авторы.

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Грамматика современного башкирского литературного языка. М.: Наука, 1981 (соавтор). (рус.)
  • Функционально-семантическая категория модальности (на материале башкирского языка), Саратов, 1986. (рус.)
  • О сущности и границах категории модальности. Уфа: Мир печати, 2000. (рус.)
  • Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. Өфө: Китап, 2005.
  • Общие проблемы лингвокульурологии. Уфа, 2008 (соавтор). (рус.)
  • Башкирское, тюркское и сопоставительное языкознание: избранные статьи. Уфа, 2012. (рус.)

Маҡтаулы исемдәре

үҙгәртергә

Ғалим матбуғатта

үҙгәртергә
  • Санъяров Ф. Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй… «Башҡортостан» гәзите, 2017, 9 май[2]
  • Ишморатова Д. «Аманатҡа хыянат итмәнем». «Башҡортостан» гәзите, 2015, 6 ноябрь[3].
  • Синенко Д. ПРОФЕССИОНАЛЫ. Живого слова верный почитатель. Известному филологу Марату Валиевичу Зайнуллину — 75 лет. Газета «Республика Башкортостан», 2010, 10 ноября[4].
  • Актуальные проблемы современной тюркской филологии: сборник научных статей к 75-летию М. В. Зайнуллина. — Уфа, 2010;
  • Санъяров Ф. Академик М. В. Зәйнуллин һәм башҡорт тел ғилеме. // Башҡортостан уҡытыусыһы. № 10. 2010.
  • Актуальные проблемы башкирского, тюркского и сопоставительного языкознания: сборник научных статей к 70-летию М. В. Зайнуллина. — Уфа, 2005;

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Башкортостан: Краткая энциклопедия. Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. (рус.)
  • Лауреаты премии имени Дж. Г. Киекбаева. Уфа: БашГУ, 2004. (рус.)
  • Кто есть кто в БГУ. Библиографический справочник. Уфа: Мир печати, 2004. (рус.)
  • Профессор М. В. Зайнуллин. Биобиблиография. Уфа: БашГУ, 2005. (рус.)
  • Башкирская энциклопедия. В 7 т. Т. 3: З-К. Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Зәйнуллин Марат Вәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 декабрь 2022)