Мусин Сәфәр Ғайсар улы
Мусин Сәфәр Ғайсар улы (5 ноябрь 1948 йыл) — төҙөүсе. 1965—2007 йылдарҙа Салауат ҡалаһының «Салаватстрой» төҙөлөш тресының балта оҫтаһы, ташсыһы, мастеры (1995 йылдан). Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры (1975, 1977, 1986). Фёдоровка районының почётлы гражданы.
Мусин Сәфәр Ғайсар улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 5 ноябрь 1948 (76 йәш) |
Тыуған урыны | Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәСәфәр Ғайсар улы Мусин Башҡорт АССР-ының Йомағужа районы[1] Ялсы ауылында 1948 йылдың 5 ноябрендә тыуған. Урта белемле.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1965 йылда Салауат ҡалаһындағы 27-се һөнәрселек училищеһын тамамлағандан һуң «Салауатстрой» тресының 3-сө төҙөлөш идаралығында балта оҫтаһы булып башлай. 1971 йылдан «Салауатстрой» тресында ташсылар бригадаһы бригадиры булып эшләй. 1995 йылдан — «Салауатстрой» тресы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры.
2008 йылда С. Ғ. Мусин хаҡлы ялға сыға, Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районында йәшәй. Райондың почётлы гражданы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Оҙаҡ йылдар емешле эшләгәне, юғары производство күрһәткестәре, пландарҙы һәм социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәгәне өсөн С. Ғ. Мусин 1-се (1986), 2-се (1977) һәм 3-сө (1975) дәрәжәләге Хеҙмәт Даны ордендары, миҙалдар менән бүләкләнә.
- Фёдоровка районының почётлы гражданы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мусин Сәфәр Ғайсар улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Мусин Сәфәр Ғайсар улы . «Герои страны» сайты.