Гимнастика (грек. γυμναστική [gymnastike], γυμνάζω [gymnazo] — күнегәм, тренировка үткәрәм; икенсе версия буйынса бронғо грек γυμνός [gymnos] — яланғас, шәрә) — спорт һәм кизик культураның иң популяр төрҙәренең береһе.

Гимнастика барлыҡҡа килеү тарихы:

Рим империяһының ҡолауы схоластика, мракобесия, аскетизм үҫешенә булышлыҡ итә, шуның һөҙөмтәһендә гимнастика (антик сәнғәт һәм мәҙәниәт ҡаҙаныштарын кеүек) онотола. XIV—XV быуаттарҙағы гуманизм раҫлана. Йәмәғәт фекере дәрәжәне һәм азатлыҡ яҡлауға, шәхесте төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелә, айырыуса физик һаулыҡҡа айырым иғтибар бүленә. Тик шул саҡта ғына кешеләр антик мәҙәниәткә яңынан мөрәжәғәт итә һәм тәрбиә системаһына физик яҡты ла — гимнастиканы ла яйлап индерә.

Спорт гимнастикаһына: спорт, художестволы, акробатика, эстетик, команда, аэробика гимнастика төрҙәре ҡарай.

Гимнастика буйынса ярыш. Солт Лейк Сити, Юта

Һауыҡтырыу гимнастика төрҙәре көн тәртибе эсендә иртәнге гимнастика, физкультура күнегеүҙәрен, уҡыу йорттарында һәм производствола физкультминуттар үткәреү ҡаралған. Һауыҡтырыу гимнастикаһының бер нисә төрө бар:

  • Гигиена гимнастикаһы — һаулыҡты нығытыу һәм әүҙемлекте һаҡлау өсөн ҡулланыла.
  • Ритмик гимнастика — һауыҡтырыу гимнастиканың бер төрө. Ритмик гимнастиканың мөһим элемент булып музыкаль оҙатыу тора.

Спорт гимнастикаһы

үҙгәртергә

Спорт гимнастикаһы — боронғо спорт төрҙәренең береһе, үҙ эсенә төрлө гимнастик снарядтарҙа ярыштар, ирекле күнегеүҙәр һәм таяныслы һикереүҙәре ала. Әлеге ваҡытта халыҡ-ара турнирҙарҙа гимнастар 14 комплект награда уйната: икәүһе — команда зачетында (ир-атттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар), икәүһе — абсолют шәхси беренселектә (ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙҙар) һәм унауһы — айырым күпалыш төрҙәрендә (4 — ҡатын-ҡыҙҙарҙа, 6 — ир-аттарҙа). 1896 йылдан алып Олимпия уйындары программаһына инә.

 
Гимнаст атта күнегеүҙәр башҡара.

Гимнастика бик күп спорт төрҙәренең техник нигеҙе булып тора: төрлө спорт дисциплиналарына ярашлы, төрлө спорт вәкилдәре әҙерләү программаһына индерелә. Гимнастика техник күнекмәләр генә биреп ҡалмай, көс, һығылмалылыҡ, сыҙамлыҡ, хис-тойғоларҙың тигеҙлеген, хәрәкәттәрҙең координацияһын үҫтерергә лә булышлыҡ итә.

Художестволы гимнастика

үҙгәртергә
 
Таҫма менән күнегеү (2005)

Нәфис гимнастика — төрлө гимнастик һәм бейеү күнегеүҙәрен предметһыҙ, шулай уҡ предмет менән (скакалка, обруч, туп, булава, лента) музыка аҫтына башҡарылған спорт төрө.

Һуңғы ваҡытта донъя класы ярыштарында предметһыҙ сығыштар үткәрелмәй. Төркөм менән сығыштарҙа бер үк ваҡытта ике төр предмет ҡулланылар (мәҫәлән — обручтар һәм туптар), йәки бер төр (биш туп, биш пар булава). Еңеүселәр күпалышта, айырым төрҙәрҙә һәм төркөм күнегеүҙәрҙә билдәләнә.

Команда гимнастикаһы

үҙгәртергә

Командаһы гимнастика Скандинавияла барлыҡҡа килә, ул 20 йыл буйы гимнастиканың төп төрө булып тора. 1996 йылда Финляндияла тәүге рәсми ярыштар үткәрелә, әлеге ваҡытта 2 йыл һайын уҙғарыла. Команда, клуб ярыштары өс категориянан тора: ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр һәм ҡатнаш командалар. Өс төрҙән тора: ирекле күнегеүҙәр, мини-батутта һикереүҙәр һәм акробатик һикереүҙәр. Һәр өс дисциплинала гимнастар һаны — 6-нан 12-гә тиклем. Команда гимнастикаһы иң динамик гимнастик күнегеүҙәр төрҙәрен үҙ эсенә ала: төркөмдә ирекле күнегеүҙәр, акробатика һәм таяныслы гимнастик һикереүҙәр. Уға музыкаллек, хәрәкәт- аңлатмалы йүнәлеш, күнегеүҙәрҙең оптималь ҡатмарлығы хас.

Цирк гимнастикаһы

үҙгәртергә
 
Төркөм вольтижировкаһы.

Цирк гимнасткаһын партер (манежда нығытылған снарядтарҙа һәм аппараттарҙа күнегеүҙәр) һәм һауа (манеж өҫтөндә юғарыла эленгән аппаратурала күнегеүҙәр) бүленә; шуға рәүешле гимнастар — партер һәм һауа гимнастарына.

Цирк гимнастикаһының һәр ике төрө үҙенә бик күп ярымтөрҙәр индерә (аппаратура ҡулланыу һәм эш алымына ҡарап): партер— турникта, батутта, бөтә төр ҡулсаларҙа күнегеүҙәр; һауа[1] — бөтә төр трапецияларҙа, корд де пареле, корд де волане, рамкала, бамбукта, һауа турнигында, ҡайыштарҙа, таҫмаларҙа, балданда, ҡуласала, сферала күнегеүҙәр.

Акробатик гимнастика

үҙгәртергә

Акробатик гимнастика өс төркөм күнегеүҙәрен үҙ эсенә ала: акробатик һикереү, парлы, төркөм күнегеүҙәр.

Урам (ихата) гимнастикаһы

үҙгәртергә

Урам гимнастикаһы менән, ҡағиҙә булараҡ, профессиональ булмаған спортсылар шөғөлләнә. Күптәр өсөн был мауығыу, хобби, тормош стиле, үҫеш сараһы һәм мускулдарҙы тонуста тотоу, суставтар һығылмалығын, етеҙлекте үҫтереү ысулы булып тора. Уның менән теләһә ниндәй ихата спорт майҙансығында шөғөлләнергә, ә ҡайһы бер осраҡта — урамда ла.

Урам гимнастикаһының стилдәре күп төрлө: воркаут, джимбарр, паркур, фриран, швед гимнастикаһы һ. б.

Гимнастик снарядтар

үҙгәртергә
  • Ҡуласалар
  • Параллель бүрәнә
  • Төрлө бейеклектәге брустар
  • Гимнастика аты
  • Перекладина (турник)
  • гимнастика (шве) стенкаһы
  • бүрәнә
  • гимнастика баҫмаһы
  • арҡан
  • Гимнастика предметтары:
  • Гимнастика тубы
  • Хоппер (туп)
  • Атлеттар булаваһы
  • Художестволы гимнастика өсөн булава
  • таҫма
  • скакалка
  • обруч

Спорт федерациялары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сиренко И., Воздушные жанры в цирке, М., 1976; Гуревич З. О жанрах советского цирка, М., 1977.

Һылтанмалар

үҙгәртергә