Желтова Татьяна Николаевна
Желтова Татьяна Николаевна (3 апрель 1957 йыл) — музыкант, педагог. 1982 йылдан Өфөләге Әҙеһәм Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбенең фортепиано класы уҡытыусыһы, бер үк ваҡыта 2008 йылдан — директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008), төрлө кимәл ижади конкурс һәм фестивалдәр еңеүсеһе һәм лауреаты.
Биографияһы
үҙгәртергәТатьяна Николаевна Желтова 1957 йылдың 3 апрелендә Өфө ҡалаһында тыуған.
117-се урта мәктәптең һигеҙ класын һәм бер үк ваҡытта 2-се Балалар музыка мәктәбен тамамлағандан һуң Дәүләкән музыка училищеһының фортепиано бүлегенә уҡырға инә. Был урта махсус уҡыу йортон 1976 йылда отличноға бөтөрә һәм йүнәлтмә менән Бөрө балалар музыка мәктәбендә үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Бында ул өс йыл фортепиано буйынса уҡыта, төп эшенән айырылмай ситтән тороп Бөрө дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый һәм уны 1982 йылда тамамлай.
1979 йылда Өфөгә күсеп ҡайта һәм өс йыл Резина-техник изделиелар заводының Мәҙәниәт һарайында фортепиано буйынса музыка түңәрәгенең штаттан тыш етәксеһе була.
1982 йылдан Өфө ҡалаһының 9-сы Балалар музыка мәктәбенең фортепиано класында уҡыта, 1993 йылдан — ошонда уҡ фортепиано бүлеге мөдире, 2008 йылдан — директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары[1].
Хеҙмәт эшмәкәрлеге дауамында Вена йәйге музыка академияһында, Болгариялағы «Славянский путь» Йәйге ижад мәктәбендә, шулай уҡ Мәскәү, хәҙерге Санкт-Петербург һәм Өфө ҡалаларында квалификация күтәреү буйынса уҡыуҙа була. 2007 йылдан юғары квалификация категорияһына эйә. Педагог бер нисә дөйөм белем биреү программаһы, башҡорт халыҡ көйҙәренең фортепиано өсөн эшкәртелгән йыйынтығы авторы. Уҡыусылары араһында — төрлө кимәл ижади конкурс лауреаттары, стипендиаттар бар[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008)
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2016)
- «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл» юбилей миҙалы (2018)
- Өфө ҡала хакимиәтенең Почёт грамотаһы (2022)
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының Рәхмәт хаты (2017)
- Өфө ҡала хакимиәте башлығының «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының туған телдәрен үҫтереүҙәге һәм пропагандалауҙағы өлөшө өсөн» премияһы (2011)
- «Рәсәйҙең иң хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙары» почётлы йәмәғәт исеме (2017)
- Музыкант-башҡарыусыларҙың һәм педагогтарҙың «Техника һәм стиль» 10-сы Халыҡ-ара конгресс-фестивале һәм конкурсы лауреаты (Мәскәү, 2010)
- Музыкаль-компьютер технологиялары өлкәһендәге 5-се халыҡ-ара художестволы ижад конкурсының гран-при эйәһе (Екатеринбург, 2018)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Структура и органы управления образовательной организацией. Заместитель директора по УВР Желтова Татьяна Николаевна. Детская школа искусств имени Адигама Искужина городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Муниципальное бюджетное учреждение. Официальный сайт 2019 йыл 19 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2022)
- ↑ Результаты Всероссийского конкурса пианистов «Голос рояля». 19 декабря 2020 года. Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова. Официальный сайт (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2022)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Структура и органы управления образовательной организацией. Детская школа искусств имени Адигама Искужина городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Муниципальное бюджетное учреждение. Официальный сайт 2019 йыл 19 апрель архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 май 2022)