Крупская Надежда Константиновна

Сәйәси эшмәкәр, педагог
(Н. К. Крупская битенән йүнәлтелде)

Крупская Надежда Константиновна (26 февраль 1869 йыл27 февраль 1936 йыл) — сәйәси эшмәкәр, педагог. 1898 йылдан РСДРП ағзаһы. СССР Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы (1931). Педагогия фәндәре докторы (1936). Владимир Ильич Ульяновтың (Лениндың) ҡатыны.

Крупская Надежда Константиновна
рус. Надежда Константиновна Крупская
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 СССР
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Надежда Константиновна Крупская
Тыуған көнө 14 (26) февраль 1869[3][4]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы[5]
Вафат булған көнө 27 февраль 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[5][6][7][…] (70 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР[5]
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Атаһы Константин Игнатьевич Крупский[d]
Әсәһе Елизавета Васильевна Крупская[d]
Хәләл ефете Ленин Владимир Ильич
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө китапханасы, яҙыусы, уҡытыусы, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы[d] һәм СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Бестужев курсы
Ғилми дәрәжә педагогия фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]
Сәләмәтлек торошо диффузный токсический зоб[d]
Ҡатнашыусы II съезд РСДРП[d], III съезд РСДРП[d], IV съезд РСДРП[d], VI съезд РСДРП(б)[d], VII съезд РКП(б)[d], РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d], РКП(б)-ның XIII съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Әҫәрҙәр исемлеге Библиография Надежды Константиновны Крупской[d]
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы[d], КПСС Үҙәк комитеты, СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d], Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Общество старых большевиков[d]
Сәйәси спектрҙағы урыны ультралевые[d]
Сәйәси идеология коммунизм һәм марксизм-ленинизм[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Телгә алынған хеҙмәттәр Ленин в Польше[d]
Тасуирлау биттәре biografiasyvidas.com/bio…
 Крупская Надежда Константиновна Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә
 
Н. К. Крупская бала сағында, 1876 йыл

Наде́жда Константи́новна Кру́пская (иренең фамилияһы буйынса Ульянова) Санкт-Петербургта ярлы дворян ғаиләһендә тыуған. Атаһы — поручик Крупский Константин Игнатьевич (1838—1883), рус офицерҙары Комитетында ҡатнашҡан, 1863 йылдағы поляк ихтилалында ҡатнашыусыларҙы яҡлап сыҡҡан, әсәһе — Тистрова Елизавета Васильевна (1843—1915), гувернантка.

 
Н. К. Крупская, 1890 йыл
 
Крупская тураһында белешмә (Рәсәй сәйәси тарих музейы)

1889—1990 йылдарҙа Петербург юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында уҡый. 1890 йылда студент марксистик түңәрәгенә инә һәм 1891 — 1896 йылдарҙа Петербургта Смоленск өлкәндәр өсөн йәкшәмбе киске мәктәбендә уҡыта һәм пропаганда эше менән шөғөлләнә.

1894 йылда йәш марксист Владимир Ульянов (Ленин) менән таныша. Уның менән бергә 1895 йылда С.- Петербургта «Эшсе синыфты азат итеү өсөн көрәш союзы» ойошмаһын ойоштороуҙа һәм уның эшмәкәрлегендә ҡатнаша.

Өфөлә һәм Шушенское ауылында

үҙгәртергә

1896 йылда ҡулға алына һәм ете ай төрмәлә тотолғандан һуң һөргөнгә Өфө губернаһына ебәрелә. Һөргөндөң бер ни тиклем өлөшөн Енисей губернаһы Шушенское ауылында В. И. Ленин менән бергә үткәрә. 1898 йылдың 10 (22) июлендә Ульянов (Ленин) сиркәү никахына инә. 1898 йылда РСДРП-ға инә. Бер нисә партия псевдонимдары аҫтында (Саблина, Ленина, Н. К., Артамонова, Онегина, Рыба, Минога, Рыбкина, Шарко, Катя, Фрей, Галлилей) билдәле була[8]. 1900—1901 йылдарҙа Өфөлә тимер юл оҫтаханаларындағы түңәрәктә дәрестәр алып бара.

Глеб Кржижановский хәтерләй: «Владимир Ильич мог найти красивее женщину, вот и моя Зина была красивая, но умнее, чем Надежда Константиновна, преданнее делу, чем она, у нас не было…»[9].

Эмиграцияла

үҙгәртергә

1901 йылда Германияға эмиграцияға китә, «Искра» гәзитенең секретары була. Лондондағы РСДРП съезын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнаша. 1905 йылда Ленин менән бергә Рәсәйгә ҡайта, Үҙәк комитеты секретары була. 1905—1907 йылдарҙағы революция ҡыйратылғандан һуң икенсе тапҡыр эмиграцияға китә. Париж эргәһендәге Лонжюмола партия мәктәбендә уҡыта. Лениндың секретары сифатында Рәсәйҙәге партия ойошмалары менән бәйләнештәр булдырырға ярҙам итә, большевистик матбуғаты эшендә әүҙем ҡатнаша.

Октябрь революцияһынан һуң

үҙгәртергә

1917 йылдың апрелендә Ленин менән бергә Рәсәйгә ҡайта, Ленинға Октябрь революцияһын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ярҙам итә. Пролетар үҫмер хәрәкәтен ойоштороуы менән шөғөлләнә, эшсе йәштәрҙең, к Социалистик союзының, комсомолдың һәм пионер ойошмаһының башында торған. 1917 йылдан мәғариф буйынса Дәүләт комиссияһы ағзаһы була. РКП(б) Үҙәк Комитеты бригадаһы составында Пермь ҡалаһына килә. 1920 йылда Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағындағы Главполитпросвет рәйесе була; «Друг детей» йәмғиәте ойоштороу инициаторы була. Совет балаларын тәрбиәләҙә скаут системаһын ҡулланыу буйынса бәхәстә Крупская пионер ойошмаһы формаһы буйынса — скаут, йөкмәткеһе буйынса — коммунистик булырға тейеш тип иҫәпләгән. Был мәсьәләгә Крупская «РКСМ и бойскаутизм» мәҡәләһен бағышлай. Немец коммунисты Эдвин Гернле менән берлектә балаларҙың пролетар, коммунистик тәрбиәһе мәсьәләләрен тикшерә.

Лениндың тол ҡатыны булараҡ уның һәр сығышы ул ваҡытта бик мөһим һанала. 1928 йылдың февралендә «Правда» гәзитендә Крупскаяның «О „Крокодиле“ Чуковского» мәҡәләһе донъя күрә. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Чуковский "Литературная газета"ла әкиәттәрҙән баш тартыуы хаҡында хатын баҫтырып сығара[10] (ошонан һуң 1942 йылға тиклем ул бер әкиәт тә яҙмай).

1924 йылдан — партияның үҙәк комитеты ағзаһы, 1927 йылдан — ВКП(б)-ның Үҙәк комитетының ағзаһы. Партияның XIV съезында Крупская Г. Е. Зиновьев һәм Л. Б. Каменевтың Сталинға ҡаршы көрәшендә "яңы оппозиция"ны яҡлап сыға, әммә һуңынан был ҡарашын хаталы тип һанап[11], партияның Үҙәк комитетының Пленумдарында Н. И. Бухаринды -хөкөмгә тарттырыу, Л. Д. Троцкий, Г. Е. Зиновьев, Л. Б. Каменевтарҙы партиянан сығарыу өсөн тауыш бирә. Крупская репрессияланғандарҙы яҡлап сыға, әммә күпселек өлөштә һөҙөмтәһеҙ. 1930-сы йылдарҙа Крупская административ-командалыҡ системаның урынлаштырылыуына ҡаршы торорға тырыша, «халыҡ дошмандары» балаларын эҙәрлекләүенә ҡаршы сығыш яһай, әммә ул тулыһынса тиерлек Наркомпрос эшенән ситләтелгән була һәм китапхана эше мәсьәләләре менән шөғөлләнә башлай[12].

Крупская — В. И. Ленин тураһында, коммунистик тәрбиәһе, педагогика һәм большевиктар партияһы тарихы буйынса бик күп хеҙмәттәр авторы. Крупская пионерҙар, совет балалары менән әүҙем яҙыша. СССР-ҙа бик күп музейҙарҙы асыу инициаторы була, шул иҫәптән Пенза өлкәһендә Белинский һәм Лермонтов музейҙары.

Ғүмеренең аҙағына тиклем матбуғатта сығыш яһай, ВКП(б), ВЦИК һәм СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының ағзаһы булып ҡала. 1937 йылда СССР-ҙың 1-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы.

1939 йылда вафат була, кремациянан һуң көлө Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙандағы Кремль диуарында ерләнә[13].

 
В. И. Ленин һәм Н. К. Крупская 1 майҙа парадта, 1918 йыл
  • Ҡартатаһы (атаһы яғынан) — Игнатий Андреевич Крупский (17941848)[14].
  • Атаһы — Константин Игнатьевич Крупский (18381883), поручик, элекке Речь Посполитая территорияһында 1863 йылдағы ихтилалда ҡатнаша .
  • Ҡартатаһы (әсәһе яғынан) — Василий Иванович Тистров (17991870), тау инженеры, руда белгесе, Барнаул көмөш иретеү, Сузун баҡыр иретеү, Томск тимер эшләү заводтарының идарасыһы, Барнаул тыуған яҡты өйрәнеү музейының беренсе приставы.
  • Әсәһе — Елизавета Васильевна Тистрова (18431915), гувернантка
  • Ире — Владимир Ильич Ульянов (Ленин) (18701924).

Наградалары

үҙгәртергә

Крупская иҫтәлегенә

үҙгәртергә
 
Н. К. Крупская, 1936 йыл
  • Харьков ҡурсаҡ театры, Крупская башланғысы менән ойошторолған, 1990-сы йылдарға тиклем Крупская исемен йөрөткән.
  • Крупская һәйкәле (Мәскәү)
  • Йүрүҙән ҡалаһындағы 1-се һанлы мәктәп Н. К. Крупская исемен йөрөтә (Силәбе өлкәһе)- уның шәхсән рөхсәтенән
  • Түбәнге Тагил ҡалаһындағы 1-се һанлы мәктәп Н. К. Крупская исемен йөрөтә(Свердловск өлкәһе)
  • Н. К. Крупская музейы Мәскәүҙә
  • Астраханская областная научная библиотека им. Н. К. Крупской
  • Санкт-Петербургская библиотека им. Н. К. Крупской 2016 йыл 17 декабрь архивланған.
  • Н. К. Крупская исемендәге Донецк өлкә универсаль ғилми китапхана
  • Н. К. Крупская исемендәге Башҡорт республика китапханаһы (хәҙер — Зәки Вәлиди)
  • Н. К. Крупская исемендәге дәүләт республика китапханаһы (Кишинёв, Молдавия)
  • Алтайская краевая детская библиотека им. Крупской
  • Костромская областная универсальная научная библиотека им. Н. К. Крупской 2016 йыл 4 март архивланған.
  • Московская областная государственная научная библиотека им. Н. К. Крупской 2009 йыл 21 март архивланған.
  • Оренбургская областная библиотека им. Н. К. Крупской
  • Марийский государственный педагогический институт им. Н. К. Крупской, г. Йошкар-Ола 2008 йыл 13 май архивланған.
  • Московский государственный областной университет (МОПИ им. Крупской)
  • Н. К. Крупская исемендәге Ленинград дәүләт мәҙәниәт институты
  • Н. К. Крупская исемендәге Горлов дәүләт педагогия сит телдәре институты
  • Н. К. Крупская исемендәге Мозыр дәүләт педагогия институт (1964—2002)
  • Н. К. Крупская исемендәге коммунистик тәрбиәһе академияһы
  • Н. К. Крупская исемендәге Үҙәк район ауыл-ара китапханаһы (Тверь)
  • Н. К. Крупская исемендәге йәш тамашасы өлкә театры, Түбәнге Новгород
  • Н. К. Крупская исемендәге Пионерҙар һәм уҡыусылар Һарайы, Силәбе ҡалаһы
  • Н. К. Крупская исемендәге Халыҡ ижады Бөтә Союз йорто
  • Н. К. Крупская исемендәге Кондитер фабрикаһы, Санкт-Петербург
  • Н. К. Крупская исемендәге ААЙ «Минск ҡошсолоҡ фабрикаһы»
  • Н. К. Крупская исемендәге Совхоз, Ульяновск өлкәһе.
  • Н. К. Крупская исемендәге китапхана, Королёв (Мәскәү өлкәһе)
  • Н. К. Крупская исемендәге китапхана, Новороссийск, Краснодар крайы
  • Н. К. Крупская исемендәге Үҙәк ҡала китапханаһы, Армавир, Краснодар крайы
  • Н. К. Крупская исемендәге Колхоз, Украина, Николаев өлкәһе
  • Н. К. Крупская исемендәге Колхоз, Һарытау өлкәһе, Старые Бурасы ауылы
  • Н. К. Крупская исемендәге Санаторий, Евпатория (Ҡырым)
  • Н. К. Крупская исемендәге дәүләт рус драма театры (Бишкәк ҡалаһы, Ҡырғыҙстан).
  • Н. К. Крупская исемендәге Санаторий (балалар), Железноводск (Ставрополь крайы)
  • Н. К. Крупская исемендәге Үҙәк ҡала китапханаһы, Дзержинск ҡалаһы, Нижегород өлкәһе
  • МОУ СОШ № 70 с углубленным изучением французского языка им. Н. К. Крупской в г. Новосибирске
  • МОУ СОШ № 2 им. Н. К. Крупской в г. Истра (Московская область)
  • МОУ СОШ № 25 им. Н. К. Крупской в г. Ульяновск
  • СШ № 25 им. Н. К. Крупской в г. Сталинград (с 1934 до 1959 г.)
  • Средняя школа № 3 им. Н. К. Крупской с преподаванием ряда предметов на английском языке в г. Джамбуле Казахской ССР (ныне г. Тараз республики Казахстан)
  • МОУ гимназия № 1 им. Н. К. Крупской (г. Благовещенск, Амурская область)
  • Н. К. Крупская исемендәге Херсон дәүләт педагогияинститут имени . В 1990-х годах переименован в университет и соответственно уже без посвящения. (Украина)
  • Н. К. Крупская исемендәге Семипалатинский педагогия институт (Казахстан)
  • СШ № 10 им. Н. К. Крупской в г. Петропавловск (Казахстан)
  • В Можайске на здании бывшей школы № 5 (сейчас внутри находится городской архив и музей боевой славы) находится мемориальная табличка, которая говорит о том, что это здание в 1918 году посещала Надежда Крупская. Само здание школы имеет адрес — улица Крупской, дом 1.
  • Памятная доска на здании бывшей гостиницы «Бельведер» в Выборге.
  • Н. К. Крупская исемендәге дәүләт премия РСФСР
  • Улицы и переулки во многих городах бывшего СССР, в том числе в:
  • В городе Хмельницком до 1991 года были улица и переулок Крупской. Сегодня они носят имя Владимира Винниченко.
  • Улица Крупской есть в центре города Батайска Ростовской области.
  • В городе Шахтёрске центральная улица города носит имя Крупской Н. К.
  • В Костроме в доме № 73 по улице Советской стоит Библиотека имени Н. К. Крупской
  • Крупская хөрмәтенә Болгарияла 1960 йылда Почта маркаһы сығарылған.
Файл:Медаль Н.К. Крупской.jpeg
 
 
Файл:Мемориальная доска Н.К. Крупской.jpg
Слева направо:
Медаль Н. К. Крупской,
Почтовая марка СССР, 1956 год,
Почтовая марка СССР, 1964 год,
Памятная доска Н.К. Крупской расположенная на Чистопрудном бульваре, дом 6. в Москве

Крупскаяның исеме Башҡортостанда

үҙгәртергә

Крупская — фильмдарҙа

үҙгәртергә
  • Зинаида Добина (Ленин в 1918 году, 1939)
  • Мария Пастухова (Пролог, 1956, Рассказы о Ленине, 1957, Лично известен, Шли солдаты, 1958, «Штрихи к портрету В. И. Ленина», 1969).
  • В. Бренер (В дни Октября, 1958)
  • Елена Ситко (В начале века, 1961, «Ленин в Швейцарии», 1965, «Ссыльный N 011», 1978)
  • Эмма Попова (На одной планете, 1965, «Поезд в завтрашний день», 1970)
  • Анна Лисянская (Ленин в Польше, 1966)
  • Сента Соммерфельд («Bürgerkrieg in Rußland» (телесериал) ФРГ, 1967)
  • Вивиан Пиклес («Николай и Александра» Nicholas and Alexandra (1971)
  • Наталья Белохвостикова («Надежда», 1973)
  • Линн Фэрлейн («Падение орлов» «Fall of Eagles» Англия, 1974)
  • Мария Мерико (Staline-Trotsky: Le pouvoir et la révolution, Франция, 1979)
  • Валентина Светлова (Ленин в Париже, 1981)
  • Клер Маффей («Ленин», Франция, 1982)
  • Лесли Карон («Ленин. Поезд», 1988)
  • Полли Уолкер (Screen Two. The Kremlin, Farewell (телесериал) Англия, 1990)
  • Лидия Драновская (Враг народа — Бухарин, 1990)
  • Мириам Маргулис (Сталин, 1992)
  • Людмила Титова (Раскол, 1993)
  • Людмила Смородина (Ленин в огненном кольце, 1993)
  • Хелен Ваннари («Все мои Ленины», Эстония, 1997)
  • Мария Кузнецова (Телец, 2001)
  • Наталья Орлова («Stalin: Inside the Terror», Англия, 2003)
  • Валентина Касьянова (Гибель империи, 2006)
  • Ирина Чипиженко «Жена Сталина», 2006
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 110-111 с. ISBN 5-295-02294-3. Дом, где жила и работала Крупская Н. К. Кирова улица, 20

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Библиография Надежды Константиновны Крупской
  • Крупские

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118724827 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  4. Педагоги и психологи мира (урыҫ) — 2012.
  5. 5,0 5,1 5,2 Крупская Надежда Константиновна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  7. Nadezhda Krupskaya // SNAC (ингл.) — 2010.
  8. Крупская. Статья в Советской исторической энциклопедии
  9. Ленин — Крупская — Арманд 2014 йыл 31 август архивланған.Ҡалып:Прояснить
  10. Чуковский К. И. Архивировано 26 ноябрь 2012 года.
  11. речь Н. К. Крупской на объединённом Пленуме ЦК и ЦКК, заседание 2 августа 1927 года. Сайт «Старые газеты». — «В заключение я хотела ещё сказать пару слов по личному вопросу. В 1925 году всеми ощущалась определённая стабилизация, вот тогда казалось, что надо особенно резко сигнализировать опасность некоторых явлений, которые имели место. Поэтому мне казалось тогда в 1925 году правильной позиция оппозиции. Но сейчас, в момент борьбы, в момент необходимости сплочения всех сил, мне кажется, что все члены оппозиции должны выйти из оппозиции и теснее сомкнуться около ЦК». Дата обращения: 28 июль 2015. Архивировано 6 октябрь 2014 года. 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  12. Педагогический энциклопедический словарь / Ред. Б. Бим-Бад. — М.: Большая Российская энциклопедия; Дрофа, 2003. — С. 370. — 528 с. — (Золотой фонд). — ISBN 5-85270-230-2.
  13. Кладбища мира. «Московские новости» (31 октябрь 2011). Дата обращения: 28 июль 2015. Архивировано 15 май 2012 года. 2012 йыл 15 май архивланған.
  14. Абрамов, Виталий. Турчанка из рода Крупских

Һылтанмалар

үҙгәртергә