Арктика
Арктика (грек. ἄρκτος — «инә айыу», ἀρκτικός — «Оло Етегән йондоҙлоғо аҫтында», «төньяҡтағы») — Ерҙең Төньяҡ полюсҡа тоташҡан берҙәм физик-географик районы, үҙ эсенә Евразия менән Төньяҡ Америка ҡитғалары ситтәрен, тотош тиерлек Төньяҡ Боҙло океанды һәм уның утрауҙарын (Норвегияның яр буйы утрауҙарынан тыш), шулай уҡ Атлантик һәм Тымыҡ океандарҙың терәлеп ятҡан өлөштәрен алып тора. Арктиканың көньяҡ сиге тундра зонаһының көньяҡ сигенә тап килә[1]. Майҙаны — 27 млн км² самаһы; ҡайһы берҙә Арктиканы көньяҡтан Төньяҡ поляр түңәрәк (так как 66° 33′) менән сиктәш итәләр, был осраҡта уның майҙаны 21 млн км²[2] була.
Арктика | |
Халыҡ һаны | 0 кеше |
---|---|
Сиктәш | Средние широты[d] |
Майҙан | 27 000 000 км² |
Ҡапма-ҡаршыһы | Антарктика |
Арктика Викимилектә |
Тәбиғәте
үҙгәртергәФлораһы. Фаунаһы
үҙгәртергәАрктикала кәрлә ҡыуаҡтар, бөртөклөләр, үләндәр, лишайлыҡтар һәм мүк үҫә. Йәйге түбән температуралар төрҙәрҙең әҙлегенә һәм үҫемлектәрҙең бәләкәй булыуына сәбәпсе. Арктикала ағастар юҡ, әммә уның йылы өлөшөндә ике метр бейеклеккә еткән ҡыуаҡтар осрай, ә күрән, мүк һәм лишай ҡалын түшәмә хасил итә. Арктика сүллеге — тәбиғәт зоналарының иң төньяҡтағыһы — ғәмәлдә үҫемлектәрһеҙ; мүк һәм лишай кеүек күҙәнәкле үҫемлектәр өҫтөнлөк итә, һирәк-мирәк поляр мәк кеүек үләндәр осрай.
Арктика — һарыҡ-үгеҙ, ҡырағай төньяҡ боланы, ҡар бәрәне, аҡ айыу кеүек уникаль хайуандар йәшәгән төбәк. Тундраның үлән ашаусы хайуандары: арктика аҡҡуяны, лемминг, һарыҡ-үгеҙ һәм ҡырағай төньяҡ боланы. Улар аҡ төлкө менән бүре өсөн аҙыҡ булып хеҙмәт итә. Поляр айыу ҙа ҡырағай йыртҡыстарға инә, ул боҙҙан тороп диңгеҙ хайуандарына һунар итеүгә өҫтөнлөк бирә. Һалҡын төбәктәр өсөн ҡоштарҙың һәм диңгеҙҙәге йән эйәләренең күп төрҙәре эндемик булып тора. Бынан тыш Арктикала ҡоно, аҫ һәм оҙон ҡойроҡло йомран йәшәй.
Поляр йәйҙә тундрала миллиондарса күсмә ҡош оя ҡора. Арктика диңгеҙҙәрендә тюлендәр, морждар, кит һымаҡтарҙың бер нисә төрө (мыйыҡлы кит, нарвал, косатка, белуха) йәшәй.
Рельефы
үҙгәртергәРельеф үҙенсәлектәре йәһәтенән Арктикала түбәндәгеләрҙе айыралар: ҡитға сығышлы утрауҙар һәм ҡитғаларҙың терәлеп ятҡан ситке һыҙаттары менән шельф һәм Арктик бассейн. Шельф өлкәһенә Баренц, Кара, Лаптевтар, Көнсығыш Себер һәм Чукот диңгеҙҙәре инә. Рәсәй Арктикаһының ҡоро ер шельфы башлыса тиҙелектән тора; урыны-урыны менән, айырыуса утрауҙарҙа, таулы. Үҙәк өлөшө — Арктик бассейн, тәрән соҡорҙар (5527 метрғаса) һәм һыу аҫты тауҙары өлкәһе.
Арктиканың иң юғары нөктәһе — Гунбьёрн тауы (Гренландия).
Үҙенсәлектәре
үҙгәртергәТәбиғәтенең үҙенсәлектәре: түбән радиация балансы, йәйге айҙарҙа һауаның уртаса температураһы 0 °C самаһы, кире уртаса йыллыҡ температура, боҙлоҡтар һәм күп йылдар буйы туң тоҡомдар, тундра үҫемлектәре һәм арктик сүллектәр хас.
Иң һыуыҡ ҡышҡы ай булған ғинуарҙың уртаса температуралары Арктика районының көньяғында Цельсий буйынса −2…−4 градустан Баренц диңгеҙенең төньяғында Гренланд диңгеҙенең көнбайышында, Баффин һәм Чукот диңгеҙҙәрендә −25 градусҡаса, Себер районында, Канада һәм уның буйындағы Арктика бассейнында −32…−36 градустан Гренландия уртаһында −45…−50 градусҡаса тирбәлә. Был райондарҙа минималь температуралар ҡайһы берҙә −55…−60 градусҡа тиклем түбәнәйә, тик Арктика бассейнында ғына −45…−50 градустан да түбән төшмәй. Тәрән циклондар үтеп ингәндә температура −2…−10 °C тиклем күтәрелеп китә. Арктика бассейнында июлдең уртаса температуралары — 0…−1 °C.
Диңгеҙ акваторияларының боҙлолоғо — ҡыш 11 млн км² һәм йәй 8 млн км² самаһы.
Тәбиғәт ресурстары
үҙгәртергәАрктикала нефть һәм газдың иҫ киткес күп запастары бар. АҠШ-тың Геология хеҙмәте баһалауы буйынса, Арктикала нефть запасы (шельфта ла, ҡоро ерҙә лә) 90 млрд баррель тәшкил итә[3]. «Бритиш Петролеум» мәғлүмәттәре буйынса, донъяла йыл һайын яҡынса 584 миллион баррель нефть тотонола (көнөнә 1,6 миллион баррель күләмендәге уртаса көнлөк күрһәткестән сығып иҫәпләгәндә)[4]. Шулай итеп, нефткә әлеге ихтыяж күләменән сығып иҫәпләгәндә, Арктика нефте 154 йылға етәсәк.
Әммә Арктикала тәбиғәт ресурстарын сығарыу ҡатмарлы һәм экология йәһәтенән хәүефле. Арктиканың ҡырыҫ климаты шарттарында авариялар ихтималлығы күп тапҡырҙарға арта. Нефть түгелеү эҙемтәләрен бөтөрөү эштәрен бейек тулҡынлы штормдар, ҡуйы томан, күп метрлы ҡалынлыҡтағы боҙҙар ҡатмарлаштыра. Авария айҙарға һуҙыла торған поляр төн ваҡытында булһа, эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн ҡараңғыла тоҫмаллап ҡына эшләргә тура киләсәк. Тағы бер хәүефте айсбергтар тыуҙыра, улар менән бәрелешеү нефть сығарыусы платформаларҙы ҡыйратырға һәләтле буласаҡ. Айсбергтар менән көрәшеү өсөн брандерҙар — яныусан матдәләр тейәлгән караптар (бындай караптар диңгеҙҙәге һуғыштарҙа дошман судноларын яндырыу һәм юҡ итеү өсөн ҡулланылған) — файҙаланыу планлаштырыла.
Арктиканың шельфында беренсе булып «Газпром нефть» нефть сығара башлай: нефть 2013 йылдың декабрендә Печора диңгеҙендә Приразломный ятҡылығында алына. Нефть сығарыу «Приразломная» платформаһынан алып барыла — ул Арктикала эшләүгә махсуслашҡан. Платформа «нулле ҡалдыҡтар» системаһы менән йыһазландырылған — бөтә ҡалдыҡтар, шул иҫәптән быраулау ҡалдыҡтары ла, ярға сығарыла йә йотҡос махсус скважинаға һурҙырыла. Платформа диңгеҙ төбөндә тора (ятҡылыҡ урынында тәрәнлек — ни бары 20 метр), скважиналар платформаның нигеҙендә урынлашҡан һәм тирә-яҡ мөхиттән үтә юғары ныҡлыҡтағы плакирланған ҡорос менән көпләнгән 3 метрлы бетон диуарҙар менән уратып айырылған. Тәүге арктик нефть Arctic oil (ARCO) тигән атама ала һәм Приразломныйҙан 2014 йылдың апрелендә тейәп оҙатыла[5].
Экологик ойошмалар, мәҫәлән, «Гринпис» һәм Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды, Арктикала нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә ҡаршы сыға.
«Арктика шельфын …үҙләштермәй тороп, Рәсәйҙең 2020 йылға тиклемге Энергетика стратегияһы бурыстарын хәл итеп булмаясаҡ»[6]. Рәсәйҙең иң ҙур газ ятҡылыҡтары — көнбайыш Арктикала урынлашҡан Штокмановское, Русановское һәм Ленинградское ятҡылыҡтары.
Арктика климатының үҙгәреүе
үҙгәртергәАрктика климаты һуңғы 600 йыл эсендә һиҙелерлек тирбәлеүҙәр кисерә. Ошо осор эсендә өс-дүрт йылыныу була. Ғалимдар Рәсәй Арктикаһының ғәҙәттән тыш йылыныуы XXI быуаттың 30-сы йылдарында булыр тип фараз итә[7].
Температура
үҙгәртергәТикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, Арктикала температура ҡалған донъялағыға ҡарағанда ике тапҡырға шәберәк күтәрелә. Ошо арҡала төбәктәге үҫемлектәр һәм хайуандарҙың күп төрҙәре юҡҡа сығыуы ихтимал. Йылыныу Арктиканың ерле халыҡтары өсөн дә хәүефле — уларҙың туҡланыуы һәм тормош рәүеше үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһына туранан-тура бәйле.
Арктика һәм Арктик илдәр халыҡтарының мәнфәғәттәрен яҡлауға Арктика кәңәшмәһе ойошмаһы вәкәләтле.
Арктика боҙҙары
үҙгәртергәАрктика боҙҙары Ерҙең климатик системаһы өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Боҙ бүрек ҡояш нурҙарын сағылдырып кире ҡайтара һәм планетаға артыҡ йылынырға ирек бирмәй. Бынан тыш, арктик боҙҙар океандарҙағы һыу циркуляцияһы системаларында мөһим урын биләй.
Арктика боҙҙарының дөйөм массаһы, 1980-се йылдар менән сағыштырғанда, 70 процентҡа ҡалған[8]. 2012 йылдың сентябрендә, Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, боҙ бүректең майҙаны бөтә күҙәтеү осоронда иң бәләкәй күләмгә еткән һәм 3346,2 мең км² тәшкил иткән. Айырыуса Лаптевтар диңгеҙендә, Көнсығыш Себер диңгеҙендә, Чукот диңгеҙендә күрһәткестәр түбән — норманың 65 проценты. Боҙҙоң тығыҙлығы ла кәмей[9]. 2013—2014 йылдарҙа боҙ яйыраҡ ирей[10][11].
Америка ғалимдары билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа боҙ япма майҙаны йылдам кәмей. 2015 йылдың 25 февраленә был күрһәткес 14,54 млн км² тәшкил итә. Ә 1981—2010 йылдарҙа Арктикалағы боҙҙар майҙаны уртаса 15,64 млн км² була.
Арктиканы үҙләштереү
үҙгәртергәОҙаҡ ваҡыттар Арктика кеше йәшәү өсөн ҡулайһыҙ («үле ер»), һыу менән дә, ҡоро ер буйлап та йөрөп булмай торған территория тип иҫәпләнә.
XI быуатта рус диңгеҙселәре Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙҙәренә сыға. XII—XIII быуаттарҙа — Вайгач, Яңы Ер, XV быуат аҙағында Шпицберген архипелагы утрауҙары, Айыу утрауы асыла. XVI быуаттың беренсе яртыһында Боҙло океан бассейнының тәүге картаһы барлыҡҡа килә, ул Д. Герасимов һыҙымы буйынса төшөрөлә. Төньяҡ диңгеҙ юлының көнбайышындағы Төньяҡ Двинанан Обь тамағында Таз ҡултығына тиклемге өлөшө («Мангазея диңгеҙ юлы» тип йөрөтөлә) үҙләштерелә.
XVII быуаттың 30-40-сы йылдарында рус сәйәхәтселәре Иван Ребров, Илья Перфильев, Михаил Стадухин Төньяҡ диңгеҙ юлының Лена тамағынан Колыма тамағына тиклемге көнсығыш өлөшөн үҙләштерә. Семён Дежнёв Колыма тамағынан ҡитғаның иң көнсығыш нөктәһенә тиклемге аралыҡты диңгеҙ менән үтә һәм 1648 йылда Азия менән Америка араһындағы боғаҙҙы аса[12].
Бөйөк төньяҡ экспедицияһында (1733—1743) Төньяҡ Боҙло океандың бөтә Себер яры Оло Баранов моронона тиклем тикшерелә, тасуирлана һәм картаға төшөрөлә.
1874 йылдан парҙа йөрөгән судноларҙа Кара диңгеҙе аша Обь һәм Йәнәсәй тамаҡтарына йөҙә башлайҙар, был сәфәрҙәр Кара экспедициялары тигән атама ала.
Норвегия поляр тикшеренеүсеһе Фритьоф Нансен Арктиканы «Боҙло дәһшәт иле» тип атай.
Арктиканы үҙләштереүҙә Төньяҡ диңгеҙ юлы ҙур әһәмиәткә эйә була.
Дрейфлаусы поляр станциялар
үҙгәртергәРәсәй — дрейфлаусы поляр станцияларҙы файҙалана башлаған тәүге ил. Ошондай һәр станция күсеп йөрөгән арктик боҙ киҫәгенә урынлаштырылған ҡорамалдарҙан һәм станция йорттарынан тора, уларҙа экспедицияларҙа ҡатнашыусылар йәшәй. Арктиканы өйрәнеүҙең был арзан һәм һөҙөмтәле ысулын 1929 йылда Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институтында эшләгән белгес Владимир Визе тәҡдим итә.
«Төньяҡ полюс» тип аталған беренсе дрейфлаусы экспедиция полюс эргәһенә 1937 йылдың 21 майында төшөрөлә.
2005 йылдың сентябрендә Арктиканы үҙләштерергә «Северный полюс-34» экспедицияһы китә.
2007 йылдың 24 июлендә Мурманскиҙан «Арктика-2007» поляр экспедицияһы юлға сыға. Уға Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты, Рәсәй президентының халыҡ-ара поляр йыл мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле, Советтар Союзы Геройы билдәле полярник Артур Чилингаров етәкселек итә. Экспедицияла ҡатнашыусылар алдына полюс эргәһендә океан төбө төҙөлөшөн ентекле тикшереү һәм уникаль ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү бурысы ҡуйыла.
Арктиканың хоҡуҡи режимы
үҙгәртергәАрктиканың халыҡ-ара статусы Арктика буйынса халыҡ-ара килешеүҙәрҙә нығытылған. Арктика үҙе Рәсәй, АҠШ, Норвегия, Канада һәм Дания араһында биш яуаплылыҡ секторына бүленгән. Шуға ҡарамаҫтан, Арктиканың аныҡ сиктәре билдәләнмәгән. 1982 йылда Диңгеҙ хоҡуҡиәте тураһында конвенция ҡабул ителә. Уға ярашлы, дәүләттең акваторияһы тик арктик шельфҡа ғына ҡағыла, ә шельфтан тыш зона халыҡ-ара зона тип иғлан ителә. Рәсәй был килешеүгә 1997 йылда ҡушыла[13]. Яңы конвенция буйынса, 12 миль киңлегендәге яр буйы һыуҙары — территориаль, яр буйына яҡындағы 200 миль киңлегендәге зона иҡтисади территория тип иғлан ителә[14].
Рәсәйҙең поляр биләмәләре
үҙгәртергәСССР-ҙың төньяҡ поляр биләмәләре сиктәре СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1926 йыл 15 апрель ҡарары менән билдәләнә.
Ул саҡта һыуҙағы сик Кола ярымутрауынан Төньяҡ полюс аша Беринг боғаҙына тиклем үтә.
1997 йылда Рәсәй 1982 йылғы Диңгеҙ хоҡуҡиәте буйынса конвенцияны ратификациялай[15]. Конвенция һәр ҡатнашыусы өсөн 12 миль киңлегендәге яр буйы һыуҙарын — территориаль, унан арғы 200 миль киңлегендәге зонаны иҡтисади территория тип иғлан итә. Был зонала суднолар йөрөшө ирекле, ләкин минераль һәм биоресурстарға айырым хоҡуҡтар билдәләнә. Дөрөҫ, һәр бер ил, үҙ ярынан һуҙылған шельфтың уға беркетелгәндән арыраҡ дауам иткәнен иҫбатлай алһа, диңгеҙ төбөнә һәм диңгеҙ төбөндәге ер аҫтына ҡарата үҙ дәүләтенең юрисдикцияһын 200 милдән арттырыуға ла дәғүәләшә ала (Конвенцияның VI өлөшө).
Поляр биләмәләргә хоҡуҡ алыу өсөн, Рәсәйгә һыу аҫтындағы Ломоносов һәм Менделеев һырттарының Рәсәй территорияһына бәйле континенталь сығышлы булыуын иҫбат итергә кәрәк. Ломоносов һыртына ҡарата Дания дәғүә белдерә, ул, был һырт — Гренландияның батҡан өлөшө, тип раҫлай[16]. Ломоносов һырты Рәсәй биләмәләренең дауамы икәнлеген иҫбатлар өсөн Рәсәй 2007 йылдың июль-авгусында «Арктика-2007» экспедицияһын үткәрҙе.
Ҡоро ерле территориялар
үҙгәртергәРәсәй Федерацияһы Арктик зонаһының ҡоро ерле территориялары РФ Президентының «Рәсәй Федерацияһы Арктик зонаһының ҡоро ерле территориялары тураһында» 2014 йыл 2 майҙағы 296-сы указы менән билдәләнә[17]. Улар түбәндә һанала:
- Мурманск өлкәһе (тулыһынса).
- Ненец автономиялы округы (тулыһынса).
- Чукот автономиялы округы (тулыһынса).
- Ямал-Ненец автономиялы округы (тулыһынса).
- Коми Республикаһының төньяғындағы ҡайһы бер территориялар:
- Воркута (ҡала округы).
- Саха — Якутия Республикаһының төньяғындағы ҡайһы бер территориялар:
- Аллаиха улусы;
- Анабар улусы;
- Булун улусы;
- Түбәнге Колыма районы;
- Усть-Яна улусы.
- Красноярск крайының төньяғындағы ҡайһы бер территориялар:
- Норильск (ҡала округы);
- Таймыр районы;
- Турухан районы.
- Архангельск өлкәһенең төньяғындағы ҡайһы бер территориялар:
- Архангельск (ҡала округы);
- Мезен районы;
- Яңы Ер;
- Новодвинск (ҡала округы);
- Онега районы;
- Приморье районы;
- Северодвинск (ҡала округы).
- Үҙәк Башҡарма Комитет Президиумының «Төньяҡ Боҙло океанда урынлашҡан ерҙәрҙе һәм утрауҙарҙы ССР Союзы территорияһы тип иғлан итеү тураһында»ғы 1926 йыл 15 апрель ҡарарында һәм СССР-ҙың башҡа акттарында һаналған ерҙәр һәм утрауҙар.
Транспорт юлдары
үҙгәртергәАрктику аша кроссполяр авиакүпер (Төньяҡ Америка менән Азия араһындағы иң ҡыҫҡа юл) һәм Көнсығыш Азия менән Европа араһындағы иң ҡыҫҡа юл булған Төньяҡ диңгеҙ юлы үтә.
Хәрби маҡсаттарҙа ҡулланыу
үҙгәртергәАрктикаға терәлеп ятҡан территорияларҙа Рәсәйҙең һәм АҠШ-тың ракета һөжүме тураһында иҫкәртеү системаларының компоненттары, шулай уҡ АҠШ-тың (Аляска) һәм Рәсәйҙең (Төньяҡ Боҙло океан яр буйы) аулағыс ракеталары урынлашҡан. Гренландияла Туле авиабазаһы бар.
Яңы Ер архипелагының көньяғында Рәсәй ядро полигоны урынлашҡан. Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флоты Төньяҡ флотының база урыны — Мурманск өлкәһенең Североморск ябыҡ административ-территориаль биләмәһе. 2013 йылда Рәсәй Яңы Себер утрауҙарында хәрби базаһын тергеҙә башланы, төньяҡ аэродромдары төҙөү планлаштырыла[18][19][20]. 2007 йылдан Александра Ерендә «Арктический трилистник» хәрби базаһы төҙөлә.
2007 йылда Канада Арктикала урынын нығытыуы тураһында белдерә (Резольют)[21].
Арктик державалар төбәктә даими хәрби учениелар үткәрә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ БЭС, статья «Арктика»
- ↑ Арктика // Большая Советская Энциклопедия. 3-е изд. / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Советская Энциклопедия, 1970. — Т. 2. Ангола — Барзас. — С. 203—205.
- ↑ Circum-Arctic Resource Appraisal: Estimates of Undiscovered Oil and Gas North of the Arctic Circle Публикация USGS. — 2008.
- ↑ Statistical Reviewof World Energy Публикация BP. — 2012.
- ↑ Пресс-релиз «Отгружена первая нефть арктического шельфа России» 2016 йыл 22 апрель архивланған.
- ↑ В. Каминский, директор ВНИИОкеангеология. — Цит. по: З. Данаева. Арктика раздора . Interfax (11 март 2008). Дата обращения: 30 ғинуар 2014.
- ↑ Клименко В. В., Астрина Н. А. Документальные свидетельства сильных колебаний климата российской Арктики в XV—XX вв. // История и современность : Журнал. — 2006. — № 1. — С. 179—217.
- ↑ Площадь льдов в Арктике достигла рекордно низкого уровня
- ↑ 15.01.2013: Итоги 2012 года и прогноз на вторую половину января. Пресс-конференция директора Гидрометцентра России Романа Вильфанда
- ↑ GISMETEO.RU: Площадь ледяного арктического покрова достигла годового минимума | Климат | Новости погоды
- ↑ Arctic Sea-Ice Monitor 2009 йыл 23 декабрь архивланған.
- ↑ Всемирная история. Т.IV.— М., 1958.— С. 100.
- ↑ Правовой режим Арктики
- ↑ Российский арктический сектор: правовой статус 2018 йыл 7 май архивланған.
- ↑ О правовом статусе российского арктического сектора журнал «Право и политика» № 12, 2000
- ↑ Арктическая жемчужина датской короны 2007 йыл 23 октябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 2 мая 2014 года № 296 «О сухопутных территориях Арктической зоны Российской Федерации».
- ↑ Россия приступила к восстановлению военной базы в Арктике 2015 йыл 8 декабрь архивланған.
- ↑ Россия воссоздаёт военную базу в Арктике
- ↑ Шойгу создаст арктическую группировку войск
- ↑ Военные базы в Арктике — сигнал к новой «холодной войне»
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- «Арктическая Россия». Под редакцией А. И. Бедрицкого. Издательство «СК-Россия», 2007 г. 2012 йыл 19 ғинуар архивланған.
- Додин Д. А. Устойчивое развитие Арктики (проблемы и перспективы). — СПб.: Наука, 2005. 283 с. ISBN 5-02-025086-4
- Воздействие изменения климата на российскую Арктику: анализ и пути решения проблемы. — М.: WWF России, 2008. — 28 с.
- Лагутина М. Л., Харлампьева Н. К. Международное сотрудничество в Арктике: эколого-политический аспект. // Общество. Среда. Развитие (Terra Humana). Выпуск № 3. 2010.
- Лагутина М. Л., Харлампьева Н. К. Транснациональная модель арктического управления в XXI веке//Арктика и Север, 2011. № 3. С. 64—83.
- Маркушина Н. Ю., Харлампьева Н. К., Церпицкая О. Л. «Арктическое окно» Северного измерения//Каспийский регион: политика, экономика, культура, 2011. № 3.
- Харлампьева Н. К. Арктика — новый регион мира // Известия Саратовского университета, 2011. Том 11, Вып. 1.
- Kharlampieva, N. «The Transnational Arctic and Russia.» In Energy Security and Geopolitics in the Arctic: Challenges and Opportunities in the 21st Century, edited by Hooman Peimani. Singapore: World Scientific, 2012.
- Lagutina M. Russian Arctic Policy in the 21st Century:From International to Transnational Cooperation? 2014 йыл 14 июль архивланған. // Global Review. Winter 2013. 2014 йыл 14 июль архивланған.
- Смирнова О. О. Арктика — территория партнёрства будущего. // Экономические стратегии. — 2011. — № 10. — с. 32—39
Арктикала хәүефһеҙлек проблемалары
үҙгәртергә- Добромыслова В. Ю., Смирнова О. О. Некоторые вопросы государственной политики Российской Федерации в Арктической зоне. // ЭКО. Всероссийский экономический журнал. — 2010. — № 12. — с. 76—92.
- Конышев В. Н., Сергунин А. А. Арктика на перекрёстке геополитических интересов // Мировая экономика и международные отношения. 2010, № 9
- Арктика: зона мира и сотрудничества / Отв. ред. А. В. Загорский. — М.: ИМЭМО РАН, 2011. ISBN 978-5-9535-0284-9
- Конышев В. Н., Сергунин А. А. Национальные интересы России в Арктике: мифы и реальность // Национальные интересы: приоритеты и безопасность. 2011, № 29 2013 йыл 10 октябрь архивланған.
- Конышев В. Н., Сергунин А. А. Арктический вызов России // Мир и политика. 2011, № 4.
- Конышев В. Н., Сергунин А. А. Арктическое направление внешней политики России // Обозреватель-Observer. 2011, № 3 2016 йыл 4 март архивланған.
- Конышев В. Н., Сергунин А. А. Ремилитаризация Арктики и безопасность России // Национальная безопасность. 2011, № 3—4(недоступная ссылка)
- Конышев В. Н., Сергунин А. А. Международные организации и сотрудничество в Арктике // Вестник международных организаций. 2011, № 3
- Конышев В. Н., Сергунин А. А. Северная Европа: общий арктический вектор // Европейская безопасность. 2011. Вып. 24(40).
- Конышев В. Н., Сергунин А. А. Арктические стратегии стран Северной Америки и Россия // Россия и Америка в XXI веке. 2011, № 2 2018 йыл 12 июль архивланған.
- Конышев В. Н., Сергунин А. А. Арктика в международной политике: сотрудничество или соперничество? — М.: Российский институт стратегических исследований, 2011. ISBN 978-5-7893-0135-7
- Фёдоров П. В. Северный вектор в российской истории: центр и Кольское Заполярье в XVI—XX вв. 2016 йыл 24 октябрь архивланған. — Мурманск, 2009. — 388 с.
- Фёдоров П. Почему Север? 2016 йыл 24 октябрь архивланған. // Литературная газета. 2011. № 46-47.
- Мазур И. И. Арктика — точка бифуркации в развитии глобального мира // Век глобализации. — 2010. — № 2. — С. 93—104.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Арктика / В. М. Котляков, В. Н. Гуцуляк // Анкилоз — Банка. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 227—231. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 2). — ISBN 5-85270-330-3.
- Арктика на сервисе Яндекс. Панорамы.
- Агентство новостей арктического региона России 2021 йыл 21 апрель архивланған..
- О правовом статусе российского арктического сектора.
- Отделение географии полярных стран 2007 йыл 13 май архивланған. // Московский центр Русского географического общества.
- Котляков В. М., Саруханян Э. И. Международный полярный год. 2007—2008.
- Ашик И. М., Зеньков А. Ф., Костенич А. В. Основные итоги экспедиции по определению и обоснованию внешней границы континентального шельфа Российской Федерации в Северном Ледовитом океане в 2010 г. 2016 йыл 13 март архивланған.
- John E. Walsh, James E. Overland, Pavel Y. Groisman, Bruno Rudolf. Ongoing Climate Change in the Arctic. 2012 йыл 21 июль архивланған. Royal Swedish Academy of Sciences, 2012. (инг.)(инг.)
- «Арктик-Фонд» 2016 йыл 16 май архивланған. // Информационно-аналитический портал САФУ имени М. В. Ломоносова.
- Проблемы освоения Арктики // Библиографическая справка Отделения ГПНТБ СО РАН.
- Культурная память современной России: Евро-Арктический Север 2018 йыл 14 май архивланған.