Йәнекәйев Әхмәт Сафиулла улы
Йәнекәев Әхмәт Сафиулла улы (3 апрель 1903 йыл — 1989 йыл) — башҡорт совет дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, республикала ауыл хужалығын ойоштора һәм етәкләй, байтаҡ эштәр авторы була.
Йәнекәйев Әхмәт Сафиулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР |
Тыуған көнө | 3 апрель 1903 |
Тыуған урыны | Түбәнге Ҡарғалы, Ҡарғалы ауыл Советы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1989 |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | йәмәғәт эшмәкәре, дәүләт эшмәкәре, министр урынбаҫары |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт аграр университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәӘхмәт Сафиулла улы Йәнекәев 1903 йылдың 3 апрелендә Рәсәй империяһында, хәҙерге Башҡортостандың Благовар районы Түбәнге Ҡарғалы ауылында Сафиулла Әсәҙулла улы һәм Мәҙинә Мөхәмәтгәрәй ҡыҙының күп балалы (8 бала) ғаиләһендә тыуа[1].
1926 йылда Бәләбәй педагогия техникумын тамамлай һәм Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының Туҡай ауылына мәктәп мөдире итеп ебәрелә. 1930 йылда яңы ғына асылған Башҡортостан ауыл хужалығы институтына (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) уҡырға инә, 1933 йылда уның тәүге сығарылышы була. Артабан Башҡорт АССР-ы Наркомземының баш зоотехнигы булып эшләй, һуңынан малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ идаралығы начальнигы була.
3-сө Белорус фронтының 69-сы айырым химик һаҡланыу батальоны составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Һуғышты өлкән лейтенант званиеһында тамамлай.
Һуғыштан һуң Башҡорт АССР-ы Ауыл хужалығы министрлығында эшләй, министрҙың малсылыҡ буйынса урынбаҫары була.
1989 йылда вафат була[2].
Ғаиләһе
үҙгәртергә1934 йылда Хәнифә Сафиулла ҡыҙы Тереғоловаға (1909—1989)[2] өйләнә. Ҡатыны — педагог, мәктәпкәсә белем биреү системаһы эшләй. Бергә дүрт бала үҫтерәләр: Клим (1936, инженер-электронсы), Дамир (1939, табип, медицина фәндәре докторы, профессор)[3], Клара (1941, уҡытыусы) һәм Светлана (1946, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы). Йәнекәев Әхмәт Сафиулла улы «Тормош юлы» китабын улы Дамирға арнай. Унда ул балалары, яҡындары һәм мырҙалар тоҡомонан булған ҡырғалы Йәнекәйевтар тураһында һөйләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Ике «Почёт Билдәһе» ордены
- Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы премияһы лауреаты
- Миҙалдар, шул иҫәптән «Кенигсбергты алған өсөн», «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», юбилей миҙалдары.[1]
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
- «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы
- ВДНХ-ның көмөш һәм бронза миҙалы
- «СССР-ҙың ауыл хужалығы отличнигы» почет билдәһе
- Бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм дипломдар.