Ҡунаҡбай (Көйөргәҙе районы)
Ҡунаҡбай (рус. Кунакбаево) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 171 кеше[1]. Почта индексы — 453357, ОКАТО коды — 80239812004.
Ауыл | |
Ҡунаҡбай Ҡунаҡбай | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Ермолаевка): 20 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ермолаево): 20 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ермолаево): 20 км
Урамдары
үҙгәртергәАуылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Йәнбирҙина Зөбәржәт Нәби ҡыҙы (18 сентябрь 1945 — 9 май 2009) — шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006).
- Альберт Юлдыбаев — «Мираҫ» халыҡ ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, Күмертау ҡалаһында, Көйөргәҙе районында ҡурай сәнғәтен һаҡлап ҡалған һәм үҫтергән шәхес
Ауыл әҙәбиәттә
үҙгәртергә- Зөбәржәт Йәнбирҙина «Ауылым Ҡунаҡбай» шиғыры. (Ил инәһе. — Өфө:"Китап", 1995. −144 бит.
- «Ҡунаҡбай һылыуы», 62-63 биттәр. Вәлиди Туған Ә.Ә. Хәтирәләр /Төрөксәнән тәржемә.-Өфө:"Китап", 1996. — Һүрәттәре менән 656 бит.
Матбуғатта
үҙгәртергә- Башҡортостан. 25.07.2015. Кинйәнең тере рухы ине[3]
- Юшатыр. 16 август 2018. Әсәйебеҙҙән уңдыҡ[4]
Видеояҙмаларҙа
үҙгәртергәАуыл шәжәрәһе
үҙгәртергәЙәш сағымдан тарих менән ҡыҙыҡһындым. Район, Ҡунаҡбай, Айсыуаҡ ауылдары тураһында күп кенә мәғлүмәт йыйҙым. Ҡыпсаҡ бейҙән алып ошо көндәргә тиклем дауам иткән ҡунаҡбайҙар шәжәрәһенең миндә бер өлөшө тупланған. Баҡаевтар, Ҡолгилдиндар,Ишмөхәмәтовтар, Ибәтуллиндар, Ғөбәйҙуллиндарҙың 30-ҙан артыҡ быуыны бар. Шулай уҡ оло быуын вәкилдәре менән менән осрашып, боронғолар тураһында йыш һөйләшеп ултыра торғайныҡ. Баҡаев Әмерйән бабайҙан — 1973 йылда, Бикмөхәмәтов Ниғәмәт бабайҙан 1996 йылда күп кенә мәғлүмәттәр яҙып алдым. Ниғәмәт бабай миңә түбәндәгеләрҙе һөйләне: «1840—1860 йылдарҙа Ҡунаҡбайҙан бер нисә йорт айырылып, Ермолаево яғына киткән яҡҡа табан күсеп ултыра, уны Айсыуаҡ тип исемләйҙәр. Айсыуаҡ ауылынан 1921 йылда Соңғорбүләк буйына 28 хужалыҡ күсенде, 1928 йылға тиклем „Әхмәт“ артеле (Бикмөхәмәтов Әхмәт Юныс улы хөрмәтенә) төҙөп эшләнеләр. Аслыҡ ваҡытында 20 өйҙөң хужаһы үлде.Ҡунаҡбай ауылында ғүмер буйы уҡытыусы булған Вәхит менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбделғәзиздең атаһы Хәлит Бикмөхәмәтов 1919 йылда Колчак армияһында үлде. Халыҡ колхозға инә башланы. Бикмөхәмәтов Ғәбит Рәхмәтулла улы уның тәүге рәйесе ине. Ата-бабалар шул ер тип, уны башҡалар алмаһын өсөн күсеп йөрөргә мәжбүр булған. Ҡарамулла, Япарбүләк, Ҡойолоҡ, Кейәү бүләге — ҡунаҡбайҙар менән ер бүлешкәндә айсыуаҡтарға тейгән ерҙәр. Бәләкәй генә ауыл булһа ла, мәсете лә, тирмәне лә бар ине айсыуаҡтарҙың.
Заманында Ғәлиев Сәғди старшина булып торҙо. Бик яҡшы кеше ине. Уның Ғәббәс һәм Әйүп тигән улдары булды. Абдрахман менән Файзрахман — Ғәббәстең улдары. Сәғди бай кеше булған. Үҙенең ерен тәрән канау ҡаҙып кәртәләткән. Сабынлыҡ, һөрөнтө ерҙе йән башына бүлгеләп торғандар. Ир балалар ғына иҫәпкә алынған. Көтөүлек йәмәғәттеке булған. Айсыуаҡта һәм Ҡунаҡбайҙа йәшәгәндә умарта тоттоҡ. Ҡунаҡбайҙа 11 быуа быуып, күперҙәр һалғандар. „Таҡта күпер“ — Ҡаҙлайыр аша һалынғайны. Ҡунаҡбайҙағы Айтуған урамында Айсыуаҡтан күсеп килеүселәр йәшәй. Әле лә бар ул урам. 1921 йылғы аслыҡтан халыҡ ныҡ йонсоно. Ҡунаҡбайҙың ере бик күп булды — Яҡуп, Мотал, Ҡансыра яғына тиклем. Бикмөхәмәтов, Баҡаев фамилиялылар күп ине ауылда. Күптәр ике ҡатын менән йәшәне: Ғәли мулла Баҡаев,Ғүмәр Мөхәмәтов, Хәмәтриза Бикмөхәмәтов. Минең әсәйем Наҙар ауылынан килен булып төшкәйне. Ҡарттар ауылдарҙа тәртипте ныҡ тотто: араҡы эсеү, тәмәке тартыу, уйнаш итеү, уғрылыҡ, эш боҙоу булманы, халыҡ та бик берҙәм ине. Үҙ ауылың эсенән өйләнеү булмаған һәм булманы. Үҙ-ара татыу, бер-береһенә ярҙам итешеп, өмәләр үткәреп, тырышып йәшәне халыҡ. Һуғым ашы, ҡунаҡ күрһәтеүҙәр була торғайны. Һәр береһе 2-3 баш мал һуя. Яҙға баш-тояҡ өтөп, ауыл 2-3-кә бүленеп ҡунаҡҡа саҡырышалар.
„Оло тау“ҙан ат сабыштырыуҙар (бәйге) үткәрелә ине. Һабантуй ваҡытында һыу һибешәләр. Ерҙе арендаға бер сезонға бирҙеләр (һаттылар). Бөтөнләйгә һатыусылар ҙа булды.
Кейеҙ тирмәһен мин күрмәнем. Элек беҙҙең халыҡ бесән әҙерләмәгән, мин бәләкәй саҡта саба башланылар. Ә бына һунар көслө булды. Лотфый бүре ҡыуған. Шуға ла уның нәҫеленә бүре ҡушаматы тағылды. Әбдрәхимов Яппар ҡарт төлкө, бүре, ҡуян, бурһыҡ алған.
Айсыуаҡта хәлле кешеләр 2 ат, 2 һыйыр тотто. Картуф сәсмәнеләр, йәшелсә булманы.
Мин 1918 йылда Молокан ауылында Курноскин Иван тигән кешелә тире эшкәрттем. 1919 йылда Ҡолгилдин Нуриәхмәт, Баҡаев Зөлҡәрнәй менән бергәләп Ырымбурға „Хөсәиниә“ педагогия курсына уҡырға киттек. Тиф менән ауырығас, уҡыуҙы туҡтатырға тура килде. 1919—1920 йылда балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләнем.
1920—1921 йылдың авгусында ҡыҙыл командирҙар курсында уҡыным, шунан Стәрлелә, Өфөлә, Карелияла эшләнем. 1923 йылда Урта Азияға ебәрҙеләр. 2 улым һәм ҡыҙым бар».
Ниғәмәт бабайҙың һөйләгәндәренән ҡыҫҡаса өҙөк килтерҙем. Һуңғы йылдарҙа күптәр үҙенең нәҫел-нәсәп тамырҙары менән ҡыҙыҡһына, Шәжәрә байрамдары уҙғара. Халыҡ тыуып үҫкән ерен, бәләкәй Ватанын онотмаһын ине. Юшатыр 2013 йыл,28 май[5]
Ауылдың тарихы
үҙгәртергәҠунаҡбай ауылына 1786 йылда нигеҙ һалынған. Ул Ҡыпсаҡ олоҫоноң Мешәүле түбәһенә ҡарай. Ололар һөйләүенсә, Ҡунаҡбай элек бынан әллә ни алыҫ булмаған, хәҙерге рус ауылы Иҫке Отрада урынлашҡан ерҙә булған. Ырымбурҙан Өфө яғына оло юл һалына башлағас, борон-борондан иркен урында йәшәргә яратҡан халыҡ, оло юл өҫтөндә йәшәүе ауыр булыр, балаларыбыҙ аҙып китер тип, аулағыраҡ ергә, Ҡаҙлайыр йылғаһы янына, хәҙерге урынға күсенә.
Ауыл халҡы игенселек менән әллә ни шөғөлләнмәһә лә, көтөү-көтөү һарыҡ, аттар аҫырай, йәй етһә, йәйләүҙәргә сығыр була. Ҡунаҡбайҙар бынан 10 саҡрым алыҫлыҡтағы Ермолаевола йәшәгән данлыҡлы Шотт баярының эштәрен эшләгән, картуфын ҡаҙған. Арбаға спирт тултырылған мискә ултыртып, ат менән Ырымбурға барыр булғандар. Ғөмүмән, ауыл кешеләре йәйен-ҡышын бәләкәй ҡул арбаһы һөйрәп, йәйәүләп Ырымбурға йөрөгән ул замандарҙа. Ҡайтҡан саҡта буш мискәнең тауышы әллә ҡайҙан ишетелгән, күрше-тирә ауыл халҡы көлөп: «Ана, даңғырҙар ҡайтып бара», тигәндәр. Шулай итеп, Ҡунаҡбайҙы Даңғыр тип тә йөрөтә башлайҙар. Юшатыр.[6]
Ҡунаҡбай шул уҡ Ҡыпсаҡ улусының Мишәүле түбәһенә ҡараған. 1786 йылда барлыҡҡа килгән, быуат аҙағында ауыл 108 кеше йәшәгән 13 ихатанан тора. 64 йылдан һуң унда 38 ихата була, унда 330 кеше йәшәй. 1920 йылда ауылда 90 йорт хужалығында 441 кеше йәшәй.
Ун туғыҙынсы быуаттың беренсе яртыһында ауыл Ырымбур өйәҙенең 9-сы кантонының 28-се йортона ҡарай. Икенсе яртыһында ул Бөрйән йорто йәмғиәтенең Аҡһары ауыл йәмғиәтенә инә. 1919—1930 йылдарҙа ауыл Стәрлетамаҡ кантонының Мораптал улусы составында була.
Тәүге төпләнеүсенең 1774—1853 йылдарҙа йәшәгән улы Әйүп Хунаҡбаев һәм уның улы Ғүмәр билдәле.
Ҡунаҡбайҙар Айсыуаҡ ауылы халҡы менән ғаилә мөнәсәбәттәрендә булған. Ҡунаҡбайҙар Айсыуаҡ ауылы халҡы менән ғаилә мөнәсәбәттәре булған. Быны 1857 йылда Ҡунаҡбай ауылына 8 ғаиләнең күсенеүе дәлилләй. 17 йыл элек бында Быҙаулыҡ өйәҙенең Йыуасалы ауылынан 22 кеше күсерелгән. Ҡунаҡбайҙар — Бөрйән улусының айырым участкаһы керҙәштәре.
1842 йылда 212 кешенең һәр ҡайһыһына 4,5-шәр бот яҙғы иген сәселгән[7].
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с. (рус.) ISBN 978-5-87691-038-7.
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 25 по Республике Башкортостан
- ↑ Кинйәнең тере рухы ине
- ↑ Әсәйебеҙҙән уңдыҡ
- ↑ Альберт Юлдыбаев. Бәләкәй Ватаныбыҙҙы онотмайыҡ!"
- ↑ Мәүлиҙә Байсурина. Ауылға кемдәр йән өрөр? 2007 йыл, 15 ноябрь
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 77. 2022 йыл 3 апрель архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡунаҡбай (Көйөргәҙе районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.