Төп менюны асырға

Николаев Василий Семёнович (3 апрель 1907 йыл — 29 декабрь 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, механизацияланған бригада пулемётсыһы, гвардия рядовойы. 1942 йылдан КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Николаев Василий Семёнович
Заты ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 3 апрель 1907({{padleft:1907|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Өфө губернаһы, Бәләбәй өйәҙе[1]
Рәсәй, Саҡмағош районы, Йомаш ауыл советы, Яңы Семенкин ауылы[1]
Вафат булыу көнө 29 декабрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (82 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Кемерово өлкәһе
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены медаль «За отвагу»
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы[d]
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Commons-logo.svg Николаев Василий Семёнович Викимилектә

Йөкмәткеһе

БиографияһыҮҙгәртергә

Василий Семёнович Николаев 1907 йылдың 3 апрелендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Семёнкин (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Яңы Семёнкин)[2] ауылында тыуған.

Сыуаш. Мәктәптә башланғыс белем ала. Һуғышҡа тиклем туған колхозында, ә һуңынан Төньяҡ Осетин АССР-ының Алагир ҡалаһында эшләй. 1941 йылдың июнь айында Алагир хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына.

Гвардия ҡыҙылармеецы Василий Николаев 1944 йылдың 10 мартына ҡарай төндә Березнеговатое-Снигирёвка операцияһы барышында батырлыҡ күрһәтә.

Демобилизацияланғандан һуң (1945) Василий Семёнович Николаев Төньяҡ Осетин АССР-ында эшләй, 1950 йылдан — Шаран районының Триключинский ауыл Советы рәйесе, «Юность» колхозында бригадир була. Шаран районынан (133-сө Шаран-Баш-Князевский һайлау округы) БАССР-ҙың 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты булып һайлана, 1955 йылдан — Кемерово өлкәһенең Крапивинский районы Баинов ауылында йәшәй[3].

1989 йылдың 29 декабрендә вафат була[4].

БатырлығыҮҙгәртергә

"5-се гвардия механизацияланған бригада пулеметсыһы (3-сө Украина фронтының 28-се армияһы 2-се гвардия механизацияланған корпусы) гвардия ҡыҙылармеец Николаев Василий 1944 йылдың 10 мартына ҡаршы төндә бойороҡ ала: Днепр йылғаһын аша сығырға, уң яҡ ярҙа станковый пулемет уты менән дошман атакаһын кире ҡағырға, башҡа подразделениеларҙың йылға аша сығыуына ҡамасаулыҡ иткән ут нөктәләрен юҡ итергә.

Бойороҡто үтәп, ҡыйыу пулеметсы үҙе һал төҙөй. Днепрҙың ҡаршы яҡ ярына сығып, унда пулеметын урынлаштыра, һәм ике сәғәт дауамында дошманға ярға яҡынлашырға мөмкинлек бирмәй, өс тиҫтәнән артыҡ гитлерсыны юҡ итә. Килеп еткән батальон менән бергә һөжүм итеп, Николаев беренселәрҙән булып Украинаның Херсон өлкәһендәге Берислав ҡалаһына бәреп инә, пулемет уты менән подразделениегә хәрби бурысты үтәүгә булышлыҡ итә".

1944 йылдың 3 июнендә СССР Юғары Советы Президиумының указы менән, командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия рядовойы Николаев Василий Семенович «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була, уға Ленин ордены менән «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 5972) тапшырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәреҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедияБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
  2. История Чекмагушевского района
  3. http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/2-statya/14978-nikolaev-vasilij-semjonovich
  4. Николаев Василий Семёнович. «Герои страны» сайты.
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043/793756, д. 46/34, л. 2/39, 40).
  6. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында.
  7. Приказ о награждении «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 717037, д. 1525, л. 2).

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә