Хазанкин Роман Григорьевич

Хазанкин Роман Григорьевич (3 апрель 1947 йыл) — мәғариф ветераны, педагог-методист. 1975 йылдан Белорет ҡалаһы мәктәптәре, 1990—2013 йылдарҙа — үҙе ойошторған Компьютер мәктәбе уҡытыусыһы һәм ғилми-методик етәксеһе, бер үк ваҡытта 1992—1999 йылдарҙа Вятка педагогия университеты, 2002—2011 йылдарҙа хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2008), РСФСР мәктәбенең (1987) һәм Башҡортостандың (2007) атҡаҙанған уҡытыусыһы. СССР-ҙың дәүләт (1990), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы (2006) һәм Н. К. Крупская исемендәге премия (1985) лауреаты, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2001). Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1997).

Хазанкин Роман Григорьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 3 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Тяньцзинь, Ҡытай Республикаһы[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө математика
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
СССР дәүләт премияһы II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы
Рәсми сайт school.khazankin.ru

СССР һәм Рәсәй педагогы, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987)[1]. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1990), Рәсәй Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006)

Биографияһы

үҙгәртергә

Роман Григорьевич Хазанкин 1947 йылдың 3 апрелендә Ҡытайҙың Тяньцзинь ҡалаһында тыуған.

Хазанкиндың ата-әсәһе, Григорий Наумович һәм Любовь Давыдовна (ҡыҙ фамилияһы Дондо) шулай уҡ Ҡытайҙа, Харбин ҡалаһында тыуғандар. Уларҙың ата-әсәһе Ҡытайға [[Рәсәй империяһы]нан, Томск ҡалаһынан эш эҙләп күсенеп китә. Р. Г. Хазанкиндың ата-әсәһе тәүҙә Рәсәй гражданы булған, һуңынан СССР гражданлығын алған. Р. Г. Хазанкин һәм уның өлкән ағаһының тыуыу факты СССР-ҙың Ҡытайҙағы Генконсульствоһында теркәлә. 1947 йылда СССР-ҙың Ҡытайҙа йәшәгән бөтә граждандарын Тыуған иленә ҡайтыу кампанияһы башлана (Ҡытайҙан СССР-ға репатриациялау). Р. Г. Хазанкиндың ата-әсәһе ике балаһы һәм үҙҙәренең ата-әсәһе менән бергә 1947 йылдың октябрь айында СССР-ға әйләнеп ҡайта. Улар Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында төпләнә. Р. Г. Хазанкиндың бөтә бала сағы, үҫмер осоро һәм оло тормошо Белорет менән бәйле (юғары уҡыу йортонда, аспирантурала уҡыған һәм армияла хеҙмәт иткән бер нисә йылдан башҡа).

Математикаға уҡытыу системаһы

үҙгәртергә

Р. Г. Хазанкин мәктәп уҡыусыларын «Вертикаль педагогика» тип аталған математикаға уҡытыу системаһына нигеҙ һалыусы. 1970-се йылдар аҙағында эшләнеп, үҙе һәм уның юлынан барыусылар тарафынан әлегә тиклем ҡулланыла һәм уҡыусыларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә тотороҡло юғары һөҙөмтәләр бирә.

Системаның үҙенсәлектәре:

  • мәктәп уҡыусыларын уҡытыу һәм тәрбиәләү маҡсаты үҙгәрә. Төп маҡсат — уҡыусыларҙы уҡырға, яҙырға һәм һөйләргә өйрәтеү; уларҙы хеҙмәттәшлек итергә, ижад итергә, бергәләп шатланырға һәм борсолорға өйрәтеү; уҡытыусыларға, өлкән мәктәп уҡыусыларына һәм бергә уҡыған иптәштәренә өйрәнә торған нәмәнең асылы буйынса һорау бирергә өйрәтеү; уҡыусыларҙы эште ваҡытында эшләргә — эштәрҙе ваҡытында башлап, ваҡытында дауам итергә һәм ваҡытында, билдәләнгән ваҡытта тамамларға өйрәтеү.
  • уҡытыусының уҡыу йөкләмәһен «вертикаль» барлыҡҡа килерлек итеп планлаштырыу, йәғни берәр класс булырлыҡ итеп, мәҫәлән, етенсе кластан ун беренсегә тиклем (йәки бишенсе кластан туғыҙынсы класҡа тиклем). Шуның менән бергә уҡытыу процесы шундай итеп төҙөлә, өлкән кластың һәр бер уҡыусыһы бер класҡа түбән бер уҡыусыны уҡытыуҙа уҡытыусының әүҙем ярҙамсыһы була.
  • дәрестең традицион структураһы үҙгәрә.

Математиканан дәрестәр системаһы

үҙгәртергә

Р. Г. Хазанкиндың тағы бер педагогик асышы — дәрес системаһы, ул үҙ эсенә ала:

  • дәрес-лекция;
  • мөһим мәсьәләләрҙе сисеү дәресе, Р. Г. Хазанкин тарафынан тәү башлап индерелгән, унда уҡытыусы уҡыусылары менән бергә, өйрәнелеүсе теория тулыһынса бойомға ашырылырлыҡ иң әҙ һандағы мәсьәләләрҙе һайлап ала;
  • дәрес-консультация, унда уҡыусылар һорау бирәләр, ә уҡытыусыһы уларға яуап бирә;
  • дәрес-зачет, унда вертикалдең өлкән звено уҡыусылары, махсус әҙерләнгән блок-схема буйынса, бәләкәй класс уҡыусыларынан дәрес һорайҙар, шул уҡ ваҡытта эш парҙарҙа бара (уҡыусы-уҡыусы), теория буйынса һорауҙар, мөһим мәсьәләләрҙе сисеү алымдары һәм методтары тикшерелә, яңы мәсьәләләр төҙөү буйынса берлектәге эш бара;
  • парҙарҙа барған дәрес-зачет һөҙөмтәләрен анализлау дәресе, унда уҡытыусы, өлкән уҡыусылар үҙҙәренең ҡарамағындағы уҡыусының теорияны, практиканы үҙләштереүҙәрен, мәсьәләләрҙе эшләүҙе кәрәкле рәүештә яҙа белеүҙәрен баһалаған зачет карточкаларын ҡулланып, уҡыусылар кисергән ҡыйынлыҡтарҙы системаға килтерә һәм анализлай;
  • контроль дәрес, унда инде уҡытыусы өлкән һәм кесе звено уҡыусыларының эштәрен баһалай;
  • контроль эште анализлау дәресе.

Педагогик һәм ойоштороу эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • Р. Г. Хазанкин — Белорет компьютер мәктәбен (БКШ) ойоштороусыларҙың береһе. 1994 йылда Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығы һәм «Культурная инициатива» Халыҡ-ара Фонды Белорет компьютер мәктәбе коллективының Р. Г. Хазанкиндың ғилми-методик етәкселеге аҫтындағы эшен 1-се дәрәжә Грант менән билдәләй[2]
  • Р. Г. Хазанкин Рәсәйҙең һәм яҡын сит илдәрҙең 40-тан артыҡ ҡалаларында математика уҡытыусыларының фәнни квалификацияһын күтәреү курстары үткәрә. Был курстарҙа ҡатнашыусылар квалификацияларын күтәреү тураһында махсус таныҡлыҡ алалар.
  • Р. Г. Хазанкин — белем биреү проблемалары буйынса күп кенә (шул иҫәптән халыҡ-ара) конференциялар ойоштороусы һәм ҡатнашыусы. 2000 йылда Дубна ҡалаһында «Математика и общество, математическое образование на рубеже веков» халыҡ-ара конференцияһында рәйестәш була, унда «Математическое образование и средняя школа» темаһына пленар доклад менән сығыш яһай[3]. «Ҡалалар турниры» халыҡ-ара конференцияһын әүҙем ойоштороусыларҙың береһе, ул өс тапҡыр Белорет ҡалаһында үтә, шулай уҡ күп һандағы Бөтә Рәсәй математика уҡытыусылары ассоциацияһы конференцияларында ҡатнашыусы, Копенгаген ҡалаһында (2004) математик белем биреү мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара математика конгресында ҡатнашыусы һәм докладсы. Математик мәсьәләләр сисеү буйынса Бөтә Рәсәй математика уҡытыусыларының беренсе «Алтын асҡыс» конкурсы жюриһы рәйесе.

Педагогик ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • Р. Г. Хазанкиндың 200-ҙән ашыу уҡыусыһы Мәскәү дәүләт университетының механика-математика, физика, геология һәм башҡа факультеттарын, 60-тан ашыуы — МФТИ һәм МИФИ тамамлай.
  • Р. Г. Хазанкин уҡыусылары араһында 60-тан ашыу физика-математика һәм техник фәндәр кандидаты һәм 4 физика-математика һәм техник фәндәр докторы бар.
  • Һуңғы 30 йылда Хазанкиндың уҡыусылары 128 тапҡыр төбәк математика олимпиадаларында еңеүсе һәм призер булалар һәм 62 тапҡыр Бөтә Рәсәй һәм Бөтә союз олимпиадаларында шундай уҡ бүләккә лайыҡ булалар, 19 тапҡыр халыҡ-ара математика турниры миҙалдарын яулайҙар, 9 тапҡыр «Квант» журналы һәм СССР/Рәсәй Фәндәр академияһы үткәргән халыҡ-ара математик "Ҡалалар турниры"ның абсолют еңеүсеһе булалар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡабүләктәре

үҙгәртергә
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1985)
  • РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1987)
  • Мәскәү математика йәмғиәте бүләкләй (урта мәктәп секцияһы) (1987)
  • РСФСР Мәғариф министрлығының Почёт китабына индерелгән (1988)
  • СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты (1990)[4]
  • Америка математика йәмғиәте премияһы лауреаты (1993)[5]
  • Белорет ҡалаһының почётлы гражданы (1997)
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы (2001)
  • Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2006)[6].
  • Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары конкурсы лауреаты (2006)
  • «Лица» халыҡ-ара журналы версияһы буйынса, Рәсәйҙең күренекле эшмәкәре (2007)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2007)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы (2008)[7]
  • «Физика-математика буйынса белем биреү өлкәһендәге күренекле хеҙмәттәре өсөн» «Династия» Фонды премияһы лауреаты (2008)[8]
  • «Буласаҡ ғалимдарҙың остазы» номинацияһында өс тапҡыр «Династия» Фонды премияһы лауреаты (2007,2009,2013)[9][10]
  • Дүрт тапҡыр Сорос гранты менән бүләкләнә[11]
  • Зильберберг Н. И., Канунникова Г. А. Формы работы Р. Г. Хазанкина — учителя школы № 14 г. Белорецка. Математика в школе № 2 с. 18-22. 1986
  • Об опыте работы учителя математики средней школы № 14 г. Белорецка Башкирской АССР, учителя-методиста Романа Григорьевича Хазанкина. Решение коллегии Министерства просвещения РСФСР. Сб. приказов и инструкции Министерства просвещения РСФСР № 7. с. 13-17. 1987
  • Халомайзер А. Я. Об опыте работы учителя Р. Г. Хазанкина. Математика в школе № 4. с. 16-21. 1987
  • Зильберберг Н. И. Приобщение к математическому творчеству. Уфа. 1988
  • Зачем школьнику математика? : уроки Хазанкина : статьи и материалы / М-во образования и науки Рос. Федерации, Федер. ин-т развития образования, Благотворит. фонд помощи образованию Р. Г. Хазанкина; [редкол.: М. А. Горелов и др.]. — Москва : ФИРО, 2012. — 381 с. — ISBN 978-5-85630-064-1 (в пер.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Учительская газета» от 16 марта 2010 года — Волшебный мир урока: Народные учителя Республики(недоступная ссылка)
  2. Альбом о Белорецке, выпущенный к 235-летнему юбилею
  3. международная конференция «Математика и общество» доклад: «Математическое образование и средняя школа» Дубна 2000
  4. Известия. Ру — Из гнезда вундеркиндов
  5. Белорецк конца 90-х. Альбом о Белорецке, выпущенный к 235-летнему юбилею
  6. Известия. Ру
  7. «Учительская газета» от 16 марта 2010 года — Волшебный мир урока: Народные учителя Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
  8. Вручение премии «За выдающиеся заслуги в области физико-математического образования» Роману Григорьевичу ХАЗАНКИНУ, Белорецк 2013 йыл 31 май архивланған.
  9. Список учителей-лауреатов 2014 йыл 14 июль архивланған.
  10. Названы имена победителей Всероссийского конкурса учителей биологии, математики, физики и химии — 2013 2013 йыл 31 май архивланған.
  11. Фонд некоммерческих программ «Династия» 2010 йыл 10 июнь архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә