Мәхмүт (Салауат районы)
Мәхмүт (рус. Махмутово) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, Арҡауыл ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 100 кеше[2]. Почта индексы — 452493, ОКАТО коды — 80247810004.
Ауыл | |
Махмутово башҡ. Мәхмүт | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452493 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Малаяҙ): 38 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Арҡауыл): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Кропачёво): 68 км
Мәхмүт ауылы Йүрүҙән йылғаһы ярында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 38 километр һәм Кропачёво (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан төньяҡҡа 68 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарихы
үҙгәртергәМәхмүт ауылына XVIII быуат аҙағында Өфө өйәҙе Мырҙалар улусы Монай (Арҡауыл) ауылынан һәм башҡа мырҙалар ауылдарынан күсеп килгән кешеләр үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Монай ауылының бер нисә ғаиләһенең Мәхмүткә күсенеүе быны дәлилләй. Сәсән-импровизатор Байыҡ Аблаев, шулай уҡ Ишбулды Хәмзин элек Монайҙа йәшәгән.
Ауылда тәүге төпләнеүсе Мәхмүт Байбулатов исеме менән аталған.
Алты хужалыҡтан торған тораҡ пункты 1795 йылғы рәүизгә тиклем 2-3 йыл алдараҡ ҡына барлыҡҡа килгән. Унда 6 йортта 29 кеше: 16 ир-ат һәм 13 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[4].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1757 | улусы | Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | -се Башҡорт кантоны, Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1935 | Арҡауыл ауыл Советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1941 | Арҡауыл ауыл Советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Арҡауыл ауыл Советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Ауылдың XIX быуаттың икенсе яртыһындағы үҫеше
үҙгәртергә1816 йылғы мәғлүмәт буйынса ауылға нигеҙ һалған 65 йәшлек Мәхмүт Байбулатов һәм уның улдары һәм ейәндәре: Хисамитдин (уның улдары Тажетдин, Фәхретдин, Шаһабетдин, Баһауетдин) билдәле. Өс ҡатыны менән Ильяс (уның улы Ғәббәс) күрһәтелгән. Ильястан башҡа тағы 4 ир-ат 2-3 ҡатынлы булған.
1816 йылда Мәхмүт ауылындағы 18 хужалығында 111, 1834 йылда 20 хужалыҡта — 164, 1859 йылда 50 хужалыҡта — 256 башҡорт йәшәгән.
1813 йылда Монай ауылынан Мәхмүт ауылына 79 йәшлек Байыҡ Аблаев сәсәндең ғаиләһе күсеп ултыра. 1815 йылда Байыҡ Айҙар яңы урында вафат була. Был мәғлүмәт уның йәшен билдәләргә ярҙам итә: 1734—1815 йылдар. Легендала бәйән ителгәнсә Байыҡ Айҙар сәсән 101 йәш түгел, 81 йыл йәшәгән.
Үҙенең улы Әхтәмде (рәүиз материалдары буйынса — Әхтәм) 1812—1814 йылғы Ватан һуғышынан 100 йәштә түгел, ә 1814 йылда, 80 йәшендә, ҡаршы алған.
Байыҡ Аблаевтың өс улы: Баймөхәмәт, Игембәт (Игембай) һәм Әхтәм була. 1785 йылғы Әхтәм Байыҡовтың 2 ҡатынынан (Фатима һәм Хөснур) 1812 йылғы Ғәбделвәлей, 1827 йылғы Дәүләтғәлей, 1832 йылғы Ғәбделсәлих тигән; икенсе ҡатынынан 1823 йылғы Солтанғәлей тигән улдары булған. Легенда буйынса, Әхтәмдең тағы ла Сәфәрғәлей исемле улы булған.
Арҙаҡлы сәсән Мөхәмәтша Буранғолов һүҙҙәре буйынса, Байыҡ тархан Байназар ғаиләһендә тыуған. Бынан сығып, сәсәндең фамилияһы Байназаров булырға тейеш. Әммә Байыҡ, атаһының исеменән сығып, Аблаев фамилияһын йөрөткән.
Мәхмүт ауылы Өфөнән 154 саҡрымда, Арҡауылдан 4 саҡрымда һәм ауыл хужалығы аҙыҡтарын һатыу урыны — Минйәр заводынан 55 саҡрымда булған. Бурлы һәм Атау йылғалары ҡушылған ерҙә, Йүрүҙәндең уң яҡ ярында күптән үҙләштерелгән һөрөнтө ерҙәр урынлашҡан булған.
Игенселек дөрөҫ булмаған өс баҫыулы сәсеү әйләнешле булған. Арыш, һоло, борай, арпа һәм етен сәскәндәр. Өс атҡа егелгән тимер һабандар ҡулланғандар.
1842 йылда 186 кешегә 400 бот ужымһәм 2056 бот яҙғы ашлыҡ сәскәндәр. Шулай уҡ 32 бот картуф та сәселгән. Ауылда 4 елгәргес, 3 сортҡа бүлеүсе ҡоролма һәм һуҡҡыс, шулай уҡ йәшелсә баҡсалары ла булған. Тимерлек булған.
Бөтә халыҡ та урындағы тоҡом малы аҫыраған. Яҙғыһын уларҙы баҫыуҙа, ә йәй көнө утлауыҡтарҙа, урман араһында көткән. Утлаулыҡ Йүрүҙән үҙәне буйында һәм таулы урындарҙа урынлашҡан. Бөтә төр (сағыл, урман, ҡалдау) бесәнлектәр йырындар һәм таулы ерҙәрҙә ята. Урман — һирәк үҫкән ағас ҡурпыһы һәм ҡыуаҡлыҡтар ауылдың төньяғында урынлашҡан.
1865 йылда 50 йортта — 277 кеше донъя көткән. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән.
1894 йылдан бирле урман һаҡлауға алынғанлыҡтан, уны ҡырҡмайҙар. Ауыл общинаһы тирмәнде, балыҡ тотоу урындарын, Йүрүҙән аша сығыу ҡоролмаһын ҡуртымға биргән килем менән бөтәйеп йәшәгән.
Яҙ көндәре халыҡтың бер өлөшө Балашев имениеһына урман ҡырҡыу, урыҫ крәҫтиәндәренә уңыш йыйыуҙа ялланып эшләгән[5].
Ауылдың XX быуатта һәм хәҙерге көндә үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда ауылда мәсет, бакалея кибете теркәлгән.
1920 йылда Мәхмүт ауылының 112 хужалығында 556 башҡорт йәшәгән[6].
Әлеге ваҡытта Мәхмүт ауылында клуб бар.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәМәхмүт ауылында башҡорттар йәшәй (2002)
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 556 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 336 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 225 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 111 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 115 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 100 | 51 | 49 | 51,0 | 49,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергә- Байыҡ Айҙар (1710 йылдың 1 декабре — 1814 йылдың 10 октябре) — билдәле башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән, йырсы, башҡорт халҡының азатлығы һәм ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе[7][8].
- Миһранов Искәндәр Абрар улы (1939), мәғариф ветераны, тарих уҡытыусыһы, ауыл хәбәрсеһе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, һәүәҫкәр йырсы һәм ҡурайсы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Салауат районының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты (1997).
- Харисов Фәррүх Харис улы (1918 йылдың 31 декабре —1945 йылдың 13 ғинуары) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, артиллерия полкының разведка отделениеһы командиры, өлкән сержант. Дан орденының тулы кавалеры[9][10].
- Абдуллин Әхмәт Ғатаулла улы (1912—1951), дәүләт, партия, комсомол органдары эшмәкәре. 1938 йылда ВКП (б)-ның Өфө ҡалаһы Сталин район комитетының өсөнсө секретары, 1938—1940 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1941—1943 йылдарҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының полибүлек начальнигы, гвардия майоры.
Урамдары
үҙгәртергәТирә-яҡ мөхит
үҙгәртергә- Ер-һыу атамалары
Тауҙар:
Йылғалар:
- Йүрүҙән, Бурлы, Атау
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Мырҙалар ырыуы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мәхмүт (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 108—110 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Мәхмүт (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Мәхмүт (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Мәхмүт (Салауат районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Краткая Энциклопедия Башкортостана (недоступная ссылка)
- ↑ Песни великого сэсэна Айдара Баика
- ↑ Харисов, Фаррух Харисович. Сайт «Герои страны»
- ↑ Полный кавалер ордена Славы Харисов Фаррух
- ↑ Карта д. Махмутово. Улицы