Алекс Фергюсон

шотланд футболсыһы һәм футбол тренеры

Сэр Александр Чепмен Фергюсон (ингл. Sir Alexander Chapman Ferguson; 31 декабрь 1941 йыл), Алекс Фергюсон булараҡ билдәле (ингл. Alex Ferguson, английское произношение: [ˈfɜːɡəsən ˈælɪks]) — шотланд футболсыһы һәм футбол тренеры. 1986 - 2013 йылдарҙа «Манчестер Юнайтед» инглиз клубының баш тренеры. Британия футболы тарихында иң титуллы тренер булып тора[10]. Донъя футболы тарихында иң бөйөк тренер тип һанала. The Times гәзите версияһы буйынса һуғыштан һуңғы осор иң яҡшы тренерҙар исемлегендә дүртенсе урынды биләй [11], шулай уҡ World Soccer[12] һәм FC ESPN[13] версияһы буйынса бөтә замандарҙа барлыҡ халыҡтарҙың иң яҡшы тренерҙарҙы исемлегендә беренсе урында. 1954 йылда УЕФА барлыҡҡа килгәндән алып Европа фцтболф үҫешенә иң ҙур йоғонто яһаған 10 тренер исемлегенә инә.

Алекс Фергюсон
ингл. Alex Ferguson
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
Спортта ил өсөн сығыш яһай  Шотландия
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Alexander Chapman Ferguson
Псевдоним Fergie
Тыуған көнө 31 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2][3][4][…] (82 йәш)
Тыуған урыны Гован[d], Ланаркшир[d], Шотландия, Бөйөк Британия[5][6]
Глазго, Шотландия, Бөйөк Британия[7]
Балалары Даррен Фергюсон[d]
Туған тел инглизсә
Һөнәр төрө футболсы, футбол тренеры, автобиограф, яҙыусы, менеджер
Эшмәкәрлек төрө футбол[7], спортивная тренировка[d][7], биография[7], фәнни-популяр әҙәбиәт[d][7] һәм спортивный менеджмент[d][7]
Биләгән вазифаһы посол доброй воли ЮНИСЕФ[d]
Командалағы уйын позицияһы нападающий[d]
Уҡыу йорто Broomloan Road Primary School[d]
Гованская средняя школа[d]
Спорт командаһы ағзаһы Эйр Юнайтед[d], Сент-Джонстон[d], Данфермлин Атлетик[d], Рейнджерс, Фалкирк[d], Куинз Парк[d], Сборная Шотландской футбольной лиги[d] һәм вторая сборная Шотландии по футболу[d][8]
Тренер спортивной команды Манчестер Юнайтед[d][3], сборная Шотландии по футболу[d][3], Абердин[d][3], Сент-Миррен[d][3] һәм Ист Стерлингшир[d][3]
Спорт төрө футбол
Ҡатнашыусы Лига чемпионов УЕФА[d][9]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
командор ордена Британской империи офицер ордена Британской империи рыцарь-бакалавр
Бейеклеге/буйы 180 сантиметр
 Алекс Фергюсон Викимилектә

Фергюсон «Ист Стерлингшир» һәм «Сент-Миррен» шотланд клубтарының баш тренеры һуңынан «Абердин» клубының тренеры була, клубы менән ҙур уңыштарға өлгәшә. Ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Джок Стейт вафат булғандан һуң Шотландия милли йыйылма командаһын етәкләй, һуңынан, 1986 йылдың ноябрендә «Манчестер Юнайтед»тың баш тренеры итеп тәғәйенләнә.

«Манчестер Юнайтед» 26 йыл дауамында етәкләй, ошо ваҡытта рекордлы еңеүҙәр яулай, шул иҫәптән Премьер-лигала 13 еңеү һәм Чемпиондар лигаһында - икәү. Фергюсон етәкселегендә «Юнайтед» алдағы йөҙ йыллыҡ тарихы эсендәгегә ҡарағанда күберәк трофейҙар яулай. 2010 йылдың 19 декабрендә Фергюсон сэр Мэтт Басбиҙың клубтың баш тренеры вазифаһында булыу оҙайлығы буйынса рекордын үтеп китә[14].

1999 йылда Фергюсонды Елизавета II рыцарь дәрәжәһенә күтәрә. 2002 йылда ул Инглиз футболының Дан залына индерелә. Шулай уҡ «Абердин» футбол клубының баш тренер булараҡ яулаған ҡаҙаныштары өсө Абердин ҡалаһының почетлы гражданы итеп ҡабул ителә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Michael Crick. The Boss: The Many Sides of Alex Ferguson. — Pocket Books, 2003. — 640 p. — ISBN 0-7434-2991-5.
  • Alex Ferguson, Hugh McIlvanney. Managing My Life: My Autobiography. — Coronet Books, 2000. — 520 p. — ISBN 0-340-72856-6.
  • Уоррал Ф. Сэр Алекс Фергюсон : Биография величайшего футбольного тренера. М., 2012. 288 с. ISBN 978-5-386-04086-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә