Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы
Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы (31 декабрь 1916 йыл — 1978 йыл), балет артисы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1972). Тəүге башҡорт балериналарының береһе.
Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы | |
Тыуған ваҡыты: |
31.12.1916 |
---|---|
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Златоуст өйəҙе Мырҙалар‑Мəсетле ауылы, хəҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мәсетле ауылы |
Вафат ваҡыты: | |
Вафат урыны: |
РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы |
Һөнәре: |
балет артисы |
Гражданлығы: | |
Әүҙем йылдары: | |
Театр: | |
Наградалары: |
Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1972) |
Биографияһы
үҙгәртергәЗаһиҙә Нурый ҡыҙы Бәхтейәрова 1916 йылдың 31 декабрендә Өфө губернаһының Златоуст өйəҙе Мырҙалар‑Мəсетле ауылында, хəҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы Мәсетле ауылында тыуған. 1931 йылда Дыуан-Мәсетле ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай. 1938 йылда ул бик яҡшы итеп Өфө театр училищеһының балет бүлеген (педагогы К. В. Матсон) тамамлай. Фәйзи Ғәскәров етәкселегендәге башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә, Башҡорт опера һәм балет театрының тәүге балет труппаһында сығыш яһай. 1950 йылда Заһиҙә Бәхтейәрова Ленинград консерваторияһының хореография факультетын педагог-балетмейстер һөнәре буйынса тамамлай. 1964 йылға тиклем Башҡорт опера һәм балет театрында эшләй, унда балет йондоҙҙарының арҙаҡлы төркөмөн тәрбиәләй, бик күп яңы үҙенсәлекле бейеүҙәр ҡуя.
1953—1955 йылдарҙа йәш Рудольф Нуриев унан классик бейеү дәрестәре ала. 1965 йылда Заһиҙә Бәхтейәрованы хореографик студия ойошторолған йәш нефтселәр ҡалаһына, Октябрьскийгә ебәрәләр. Бында Заһиҙә Бәхтейәрова үҙенең уҡыусылары менән «Кенәз Игорь» операһынан ҡыпсаҡ бейеүҙәрен, «Аҡҡош күле» балетынан икенсе актты, «Щелкунчиктан» айырым номерҙар, Сен-Санстың бөтә донъяға билдәле «Умирающий лебедь» бейеүен ҡуя.
Эш урындары һәм ижади эшмәкәрлеге
үҙгәртергә- 1938—1946 йылдарҙа Башҡорт опера һәм балет театрының балет артисы, 1950—1964 йылдарҙа педагог‑репетиторы, бер үк ваҡытта Башҡорт опера һәм балет театры эргəһендəге балет студияһы уҡытыусыһы.
- 1965—1974 йылдарҙа Ю. А. Гагарин исемендәге Техника йорто (Октябрьский ҡалаһында) балет студияһының (1972 йылдан алып халыҡ хореография студияһы) художество етəксеһе һəм балетмейстеры.
Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы киң диапазонлы бейеү лексикаһына, драматик кəүҙəлəндереү һəлəтенə эйə. Ш. Гуноның «Фауст», П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» һәм башҡа операларҙа бейеүҙəр башҡара. «Коппелия» балетында Сванильда партияһын тəүге башҡарыусы. Заһиҙә Бәхтейәрова Башҡорт драма театры спектаклдəрендə бейеүҙəр, Октябрьский ҡалаһындағы балет студияһында Р. М. Глиэрҙың «Ҡыҙыл мəк» («Красный мак»), Б. В. Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны» («Бахчисарайский фонтан»), «Гөлнəзирə» балеттарын һәм башҡаларҙы ҡуя. 2011 йылдың 16 декабрендә Октябрьскийҙа ҡалаһының Балалар хореография мәктәбен ойоштороуҙа ҡатнашҡан Заһиҙә Бәхтийәрова иҫтәлегенә арналған I бейеү фестивале үтә.
Маҡтаулы исемдәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мəҙəниəт хеҙмәткәре (1972)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Бәхтейәрова Заһиҙә Нурый ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 декабрь 2021)