Ғафуров Ғәббәс Мәһәҙи улы

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, медицина хеҙмәте майоры. Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Башҡортостандың беренсе халыҡ

Ғафуров Ғәббәс Мәһәҙи улы (31 декабрь 1908 йыл11 апрель 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби табип, медицина хеҙмәте майоры. Ҡыҙыл Байраҡ (1953) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1947) ордендары кавалеры. Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың ағаһының улы[1].

Ғафуров Ғәббәс Мәһәҙи улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 31 декабрь 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})
Тыуған урыны Еҙем-Ҡаран, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 18 май 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (53 йәш)
Һөнәр төрө public health physician, табип
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d] һәм РККА-ның уҡсылар полкы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәббәс Мәһәҙи улы Ғафуров 1908 йылдың 31 декабрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (һуңыраҡ — БАССР-ҙың Красноусол, артабан — Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында Әбделмәнов Нурғәни улы Мәһәҙиҙең ғаиләһендә тыуа[2].

Граждандар һуғышы йылдары осоронда аҡтар яғында һуғышҡан Мәһәҙи Әбделмәновты ҡыҙылдар атып үлтерә. Шағир Мәжит Ғафури ағаһының улын, ҡустыһы Ғәббәсте, үҙенең ғаиләһендә тәрбиәләй. Уҡырға зирәк егет медицина белеменә эйә була.

1937 йылда Ленинградта (Санкт-Петербург) Ҡыҙыл Армияның С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамамлай.

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

Ғәббәс Мәһәҙи улы Ғафуров БАССР-ҙың Республика хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла. 1932 йылдың 1 сентябренән, Ленинградта Ҡыҙыл Армияның С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһында уҡый башлағанынан бирле, хәрби хеҙмәттә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 6-сы армия составына ингән 45-се уҡсылар дивизияһы 108-се айырым пулемёт батальонында хеҙмәт итә[3].

Артабан медицина хеҙмәте майоры Ғафуров Ғәббәс Мәһәҙи улы милитаристик Япония менән һуғышта ҡатнаша. Алыҫ Көнсығыш фронтының 69-сы Медицина-эвакуация хеҙмәтенең 99-сы даими хәрби-санитар поезында яралыларҙы дауалай[4].

Ғәббәс Мәһәҙи улы Ғафуров 1962 йылдың 18 майында хәрби хеҙмәтен Смоленск ҡалаһында тамамлай.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә