Ямалетдинов Нәүфәт Нәбиулла улы

Ямалетдинов Нәүфәт Нәбиулла улы (1901 йыл1940 йыл) — комсомол һәм дәүләт органдары эшмәкәре. 1920—1921 йылдарҙа РКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының яуаплы секретары (һуңғараҡ был вазифа — беренсе секретарь тип үҙгәртелә), бюро ағзаһы; 1928—1930 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының юстиция халыҡ комиссары.

Ямалетдинов Нәүфәт Нәбиулла улы
Тыуған көнө 1901
Тыуған урыны Миәшәгәр ауылы, Златоуст өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1940
Вафат булған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең И. В. Сталин исемендәге коммунистик университеты[1]
Ҡыҙыл профессура институты[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Нәүфәт Нәбиулла улы Ямалетдинов 1901 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙе Мырҙалар улусы (хәҙерге Салауат районы) Миәшәгәр ауылында тыуған. 1919 йылдан ВКП (б) ағзаһы.

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

1920 йылдың авгусынан 1921 йылдың ғинуарына саҡлы ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетына яуаплы секретарь (һуңғараҡ был вазифа — беренсе секретарь тип йөрөтөлә), бюро ағзаһы була. Икенсе эшкә күсерелеү сәбәпле вазифаһынан бушатыла.

1928—1930 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының юстиция халыҡ комиссары.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә