Сальников Константин Владимирович

Сальников Константин Владимирович (2 октябрь 1900 йыл — 20 июнь 1966 йыл) — ғалим-археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1960—1966 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында археология һәм этнография секторы мөдире. Көньяҡ Уралды тикшереүсе. Тарих фәндәре докторы (1966).

БиографияһыҮҙгәртергә

Константин Владимирович Сальников 1900 йылдың 2 октябрендә Һамар губернаһының Һамар ҡалаһында тыуған.

Һамар реаль училищеһын тамамлаған.

1928 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих-этнологик факультетын тамамлый. Археологик ҡаҙыу эштәрендә ҡатнаша, Силәбе һәм Ҡурған тирә-яҡтарында көньяҡ Урал аръяғының боронғо ҡомартҡыларын өйрәнеү буйынса экспедиция менән етәкселек итә, Силәбе өлкәһенең Миәс һәм Юрғамыш райондарында ҡаҙыу эштәре үткәрә. 1937 йылдан Силәбе тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләй.

1940 йылдан Урал дәүләт университетында, Силәбе һәм Ырымбур педагогия институттарында уҡыта.

1960 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында археология һәм этнография секторы мөдире.

Бронза быуатының абаш, андрон һ.б. мәҙәниәтен өйрәнеүсе белгес. 1948 йылда андрон мәҙәниәте ҡомартҡыларының беренсе классификацияһын тәҡдим итеп, өс хронологик этапҡа: федоров, алакүл һәм замараевҡа бүлә.

Ғалим 1966 йылдың 20 июнендә Өфө ҡалаһында вафат була.

Ғилми хеҙмәттәреҮҙгәртергә

Утыҙҙан ашыу баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәр һәм археология буйынса китаптар авторы.

  • «Древнейшее население Челябинской области: (По данным археол. памятников)» (1948)
  • «В глубине веков: Очерки о жизни первобытного населения Урала» (1949)
  • «Древнейшие памятники истории Урала» (1952)
  • «Очерки древней истории Южного Урала» (1967, издана посмертно)

Уның әүҙем ҡатнашлығы менән «Археология и этнография Башкирии» сериялы баҫманың тәүге томдары әҙерләнә һәм баҫылып сыға (1962; 1964).

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

  • Моргунова Н. Л. Константин Владимирович Сальников: (1900—1966) // АПО . — Вып. 4 . — 2000 . — С. 4-5 . -
  • Зобов Ю. С. Константин Владимирович Сальников: вехи жизненного пути (1900—1966) // АПО . — Вып. 4 . — 2000 . — С. 6-10 . — Рез. англ
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 77-78 с. ISBN 5-295-02294-3.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә