Яковлев Анатолий Георгиевич

Яковлев Анатолий Георгиевич (2 октябрь 1958 йыл) — СССР һәм Рәсәй самбисы һәм дзюдоисы. Самбо буйынса СССР чемпионы, дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты призеры, самбо буйынса СССР Кубогы ярыштарының еңеүсеһе һәм призеры, дзюдо буйынса СССР Кубогы ярышының призеры, самбо буйынса Донъя чемпионы, самбо буйынса Донъя Кубогын яулаусы, дзюдо буйынса СССР спорт мастеры (1978), самбо буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1985). Дзюдо буйынса тренер.

Яковлев Анатолий Георгиевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Спортта ил өсөн сығыш яһай  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 октябрь 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (65 йәш)
Тыуған урыны Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө спортсы

Биографияһы үҙгәртергә

Көрәш менән Ю. Е. Филиппов етәкселегендә «Урожай» спорт йәмғиәтенең № 6 «Геркулес» балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шөғөлләнә башлай. 1980—1989 йылдарҙа СССР йыйылма командаһы ағзаһы. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын 1984 йылда тамамлай. Урал физик культура академияһын 1988 йылда тамамлай. 1984 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтында эшләй башлай. 1989—2010 йылдарҙа Өфөлә Урал юридик институтының (РФ Эске эштәр министрлығының Юғары мәктәбендә) эшләй. Өфө ҡалаһының муниципаль бюджет учреждениеһы — 32-се спорт мәктәбендә дзюдо буйынса тренер-уҡытыусы.

Спорт һөҙөмтәләре үҙгәртергә

Самбо үҙгәртергә

  • Самбо буйынса СССР чемпионатында (1982 йыл) — 03 ! ;
  • Самбо буйынса СССР чемпионатында (1985 йыл) — 01 ! ;
  • Самбо буйынса СССР чемпионатында (1986 йыл) — 02 ! ;

Дзюдо үҙгәртергә

  • Дзюдо буйынса СССР чемпионатында (1980 йыл) — 03 ! ;
  • Дзюдо буйынса Рәсәй чемпионатында (1994 йыл) — 02 ! ;

Һылтанмалар үҙгәртергә