Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы
Смаҡов Муса Ғәтиәтулла улы (1885 — ?) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы.
Муса Ғәтиәтулла улы Смаҡов | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Смаҡ ауылы |
Вафат булған көнө |
билдәһеҙ |
Вафат булған урыны |
билдәһеҙ |
Гражданлығы | |
Биографияһы
үҙгәртергәМуса Ғәтиәтулла улы Смаҡов 1885 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы) Смаҡ ауылында хәлле башҡорт ғаиләһендә тыуған.
Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тамамлай. Мөғәллимлек итә.
1917 йылғы Февраль революцияһынан һуң Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла һәм уны етәкләүсе шәхестәрҙең береһенә әүерелә. I, II һәм III Бөтә башҡорт ҡоролтайҙарын ойоштороп үткәреү эштәрендә ҡатнаша.
1917 йылдың авгусынан — Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. 1917 йылдың ноябренән Башҡорт Хөкүмәтенең мәғариф бүлегенә етәкселек итә.
1917 йылдың декабрендә Кесе Ҡоролтай ағзаһы итеп һайлана.
1918 йылда Арғаяш кантонында Башҡорт Хөкүмәте уполномоченныйы булып эшләй. 1918 йылдың октябрь-декабрендә Ваҡытлы Себер Хөкүмәте полковнигы Велес күрһәтмәһе буйынса Х. Ҡ. Ҡушаев һәм башҡалар менән бергә ҡулға алынып, төрмәгә ултыртыла.
1919 йылда Башҡортостан хәрби-революцион комитетында эшләй.
1920 йылдың декабрендә Муса Смаҡов Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ағзаһы була.
1930-сы йылдарҙа Өфөлә «Южураллес» тресында эшләй. 1936 йылда репрессияға эләгә. Аҡлана. Муса Смаҡовтың артабанғы яҙмышы билдәле түгел.
Хеҙмәте
үҙгәртергәМуса Ысмаҡ. Беренсе башҡортса уҡыу китабы. Өфө, Башкнига, 1923 й.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- История башкирского народа: в 7 Т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН — Уфа; Гилем, 2010 — Т. К. — С.119. — 468.
Һылтанмалар
үҙгәртергәСмаҡов Муса Ғәтиәтулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.