Готман Альфред Леонидович

Готман Альфред Леонидович (2 октябрь 1947 йыл) — ғалим-инженер-төҙөүсе. 1972 йылдан Башҡортостандың хәҙерге Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство институты хеҙмәткәре, 1983 йылдан лаборатория, 1993 йылдан — бүлек мөдире, 2003 йылдан — директорҙың ғилми эштәр буйынса урынбаҫары—баш инженер; бер үк ваҡытта 2001 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1995), профессор (2008). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (2007). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008).

Готман Альфред Леонидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 2 октябрь 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (76 йәш)
Тыуған урыны Томск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө архитектор
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Биографияһы үҙгәртергә

Альфред Леонидович Готман 1947 йылдың 2 октябрендә Томск ҡалаһында тыуған.

«Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» һөнәре буйынса 1976 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

1972 йылдан алып — БашНИИстройҙа: өлкән техник, свай фундаменттарын тикшеренеү лабораторияһы мөдире, 1983 йылдан — нигеҙҙәрҙе һәм фундаменттарҙы фәнни-тикшеренеү бүлеге мөдире.

РОМГГиФ-тың Башҡортостан бүлексәһе рәйесе һәм вице-президенты, ISSMGE һәм IGS-ның ағзаһы.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: вертикаль һәм горизонталь йөкләнештәге свай һәм свай фундаменттарының эксперименталь-теоретик тикшеренеү эштәре, шул иҫәптән ишелмәгә ҡаршы ҡоралмаларға. 11 авторлыҡ таныҡлығы һәм уйлап сығарылған нәмәгә патент эйәһе. 219 баҫма эштәр авторы. 2008 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына иң яҡшы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өсөн өлкәһендә лайыҡ булды[1][2][3] : «Башҡортостан Республикаһының Конгресс-холлы» күп функциялы бинаһын проектлау өсөн.

 
Конгресс-холл бинаһы

Указдан: Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларын бирергә:

Киокадзу Араиға, Кито ҡалаһының Сейка университеты профессоры (Япония), Готман Альфред Леонидовичҡа, фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары — дәүләт унитар предприятиеһы Институт «Башниистрой»-ҙың баш инженеры, техник фәндәр докторы; Ҡаранаев Марат Закир улына, дәүләт унитар предприятиеһы Институт «БашНИИстрой»-ҙың төҙөлөш конструкциялары бүлеге мөдире; Муллағилдин Ришат Усман улына, «РАУМ Арчитэкс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте президенты — «Башҡортостан Республикаһының Конгресс-холлы» күп функциялы бинаһын проектлау өсөн[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1997)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе (2007)
  • Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2008)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. УКАЗ Президента РБ от 27.09.2008 N УП-532 «О ПРИСУЖДЕНИИ ГОСУДАРСТВЕННЫХ ПРЕМИЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ИМЕНИ САЛАВАТА ЮЛАЕВА 2008 ГОДА В ОБЛАСТИ ЛИТЕРАТУРЫ, ИСКУССТВА И АРХИТЕКТУРЫ»
  2. Официальная публикация в СМИ: «Республика Башкортостан», № 189 (26673), 30.09.2008,"Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан", 05.11.2008, № 21 (291), ст. 1240
  3. Республика Башкортостан//ОФИЦИАЛЬНО :Указ Президента Республики Башкортостан. О присуждении Государственных премий Республики Башкортостан имени Салавата Юлаева 2008 года в обл … 2015 йыл 23 ғинуар архивланған.
  4. УКАЗ Президента РБ от 27.09.2008 N УП-532 «О ПРИСУЖДЕНИИ ГОСУДАРСТВЕННЫХ ПРЕМИЙ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН ИМЕНИ САЛАВАТА ЮЛАЕВА 2008 ГОДА В ОБЛАСТИ ЛИТЕРАТУРЫ, ИСКУССТВА И АРХИТЕКТУРЫ»
  5. Официальная публикация в СМИ: «Республика Башкортостан», № 189 (26673), 30.09.2008, «Ведомости Государственного Собрания — Курултая, Президента и Правительства Республики Башкортостан», 05.11.2008, № 21 (291), ст. 1240

Һылтанмалар үҙгәртергә