Бородин Павел Валерьевич

Бородин Павел Валерьевич (2 октябрь 1972 йыл) — спортсы, тренер, судья. Биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты призеры, арчери-биатлон буйынса Европа һәм донъя чемпионаттары призеры һәм чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры.

Бородин Павел Валерьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 2 октябрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (52 йәш)
Тыуған урыны Михайловка, Өфө районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө биатлонист
Спорт төрө Биатлон

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Валерьевич Бородин 1972 йылдың 2 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө районы Михайловка ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

Эске ярыштарҙа Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай. Леонид Александрович Мальцев етәкселегендә күнекмәләр үтә[1].

2000-се йылдарҙың икенсе яртыһында Хабаровск крайы өсөн сығыш яһай.

2001 йылда биатлон буйынса Рәсәй чемпионатында Башҡортостан һәм Төмән йыйылма командалары составында эстафетала көмөш миҙал яулай[2].

Артабан арчери-биатлон буйынса сығыштарға күсә, спорттың был төрө буйынса Рәсәй йыйылма командаһына инә. 2005 йылда Форни-Авольтриҙә донъя чемпионатында эстафетала донъя чемпионы һәм эҙәрлекләү ярышында көмөш призер була[3].

2007 йылда Мәскәү ҡалаһында үткән донъя чемпионатында спринтта алтын миҙал яулай[4].

2008 йылда Мәскәүҙә Европа чемпионатында масс-стартта көмөш призер була, эҙәрлекләү уҙышы һәм спринтта бронза награда яулай[5].

Арчери-биатлон буйынса Рәсәй чемпионаты кимәлендә 1999 йылда 12 км-ға шәхси ярышта бронза призер була[6].

Спорт карьераһы тамамланғас, Өфө ҡалаһындағы Олимпия резервы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй, шулай уҡ биатлон буйынса ярыштарҙа судьялыҡ итә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә