Шаһиев Харис Хызыр улы
хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының I—III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республ
Шаһиев Харис Хызыр улы (2 октябрь 1949 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1990—2000 йылдарҙа Ишембай район Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының I—III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
Шаһиев Харис Хызыр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 2 октябрь 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәХарис Хызыр улы Шаһиев 1949 йылдың 2 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.
Хеҙмәт юлын 1968 йылда Күмертау районы (хәҙер Көйөргәҙе районы) ауыл хужалығы етәкселегендә умартасылыҡ буйынса баш зоотехник булып башлай.
- 1970—1974 — йылдарҙа Ишембай районы буйынса дәүләт инспекторы, БАССР-ҙа ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу һәм сифаты буйынса Дәүләт инспекцияһының Стәрлетамаҡ районы буйынса баш дәүләт инспекторы;
- 1974—1975 — йылдарҙа Стәрлетамаҡ совхоз техникумының баш агрономы, 1975 йылдан Ишембай районы «Ударник» колхозы рәйесе;
- 1989 йылда — КПСС-тың Ишембай ҡала комитетына икенсе секретарь итеп һайлана;
- 1990 йылда — Ишембай районы халыҡ депутаттары Советы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Ишембай район хакимиәте башлығы;
- 2000—2008 йылдарҙа — «Башкиргаз» асыҡ яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы филиалы директоры;
- 2008—2009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте файҙаланыу, урман ресурстарын һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау Министрлығының Көньяҡ-Көнбайыш район-ара етәкселеге начальнигы;
- 2009—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы сауҙа-сәнәғәт палатаһының Көньяҡ филиалы директоры;
- 2010—2011 йылдарҙа «Башҡорт дәүләт университеты» юғары профессиональ белем биреү учреждениеһының Стәрлетамаҡ филиалында хакимиәт-хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары;
- 2012 йылдан алып «Башҡорт йылылыҡ тәьминәте» коммерция булмаған партнерлығының Көньяҡ территориаль (биләмә) етәкселеге начальнигы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- Башҡортостан Республикаһы тәбиғәт һәм экология Министрлығының Маҡтау ҡағыҙы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
Өҫтәлмә мәғлүмәт
үҙгәртергәӨйләнгән, ике улы һәм ҡыҙы бар.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- https://deputat.openrepublic.ru/deputies/47755/(недоступная ссылка)