Башҡорт алфавиты

башҡорт теленең алфавиты

Башҡорт алфавиты, башҡорт әлифбаһы — башҡорт теленең алфавиты. Башҡорттар төрлө дәүерҙә боронғо төрки рун яҙмаһын, боронғо уйғыр, ғәрәп, латин яҙмаларын һәм кириллица ҡуллана. Һуңғыһы — әлеге көндә ҡулланылған алфавит. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, Ҫ ҫ, Һ һ хәрефтәре. как правильно написать слово иглан

Бөгөнгө алфавит

үҙгәртергә

Бөгөнгө көндә ҡулланылған башҡорт алфавиты 1940 йылда ҡабул ителгән[1]. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, ҫ, Һ һ хәрефтәре. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ҡҡ, Ҙҙ хәрефтәре башҡа бер төрки телдә лә осрамай.[2]

Хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибе урыҫ алфавитындағыса ҡабул ителгән. Башҡорт теленең специфик өндәре өсөн алынған яңы хәрефтәр, ғәҙәттә, урыҫ графикаһындағы ҡайһы хәреф нигеҙендә яһалған булһа, башҡорт алфавитында шул урыҫ хәрефе артынса ҡуйылған. Мәҫәлән, ғ (Гг — Ғғ), ҡ (Кк — Ҡҡ), ң (Нн — ң), ө (Оо — Өө), ҫ (Сс — ҫ), ү (Уу — Үү), ә (Ээ — Әә) хәрефтәренең урынлашыу тәртибе ошо принциптан сығып билдәләнгән. Ҙ хәрефе, был принциптан сығып ҡарағанда, яһалышы буйынса (Зз — Ҙҙ) з хәрефенән һуң торорға тейеш ине, ләкин ул үҙенең урынын латин графикалы башҡорт алфавиты буйынса һаҡлаған һәм д хәрефенән һуң бирелгән, сөнки латин графикаһы нигеҙендәге алфавитта ҙ хәрефе д хәрефе нигеҙендә яһалған һәм уның артынса ҡуйылған.

Хәрефтәрҙең баш хәреф һәм бәләкәй хәреф варианттары айырыла. Тик ң, ҫ, ъ, ь хәрефтәренең генә яҙыуҙа баш хәреф варианттары ҡулланылмай, сөнки башҡорт яҙма әҙәби телендә был хәрефтәр менән башланған һүҙҙәр юҡ.

Ниндәй өн (фонема) мәғәнәһендә йөрөүҙәренә ҡарап, алфавиттағы хәрефтәрҙе түбәндәгесә төркөмләргә мөмкин:

  1. һуҙынҡы өндәрҙе күрһәткән хәрефтәр: а([ɑ], [a]), ә([æ]), э([ɪ̞], [e]), и([i]), о([ʊ̞], [o]), ө([ø]), у([u]), ү([y]), ы([ɯ], [ɨ]);
  2. дифтонгылар, йәғни [j] һәм [ɪ̞], [o], [u], [ɑ] өндәренең ҡушылмалары өсөн алынған хәрефтәр: е ([jɪ̞], [je]), ё ([jo]), ю ([ju]), я ([jɑ], [ja]);
  3. ҡалын тартынҡы өндәрҙе күрһәтеү өсөн алынған хәрефтәр: б ([b]), в ([w], [v]), г ([g]), ғ ([ɣ]), д ([d]), ҙ ([ð]), ж ([ʒ]), з ([z]), й ([j]), к ([k]), ҡ ([q]), л ([l]), м ([m]), н ([n]), ң ([ŋ]), п ([p]), р ([r]), с ([s]), ҫ ([θ]), т ([t]), ф ([f]), х ([χ]), һ ([h]), ц ([ts]), ч ([tɕ]), ш ([ʂ]), щ ([ɕɕ]);
  4. урыҫ теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге нәҙек (палаталь) тартынҡыларҙы күрһәтеү өсөн алынған ь (ерь йәки нәҙеклек билдәһе).
  5. өн мәғәнәһе булмаған ъ (ер йәки айырыу билдәһе).[3]
Хәреф ХАФӘ транскрипцияһы Хәреф ХАФӘ транскрипцияһы Хәреф ХАФӘ транскрипцияһы
Аа (а) [ɑ], [a] Бб (бэ) [b] Вв (вэ) [v], [w]
Гг (гэ) [ɡ] Ғғ (ғы) [ɣ] Дд (дэ) [d]
Ҙҙ (ҙэ) [ð] Ее (йе) [jɪ̞], [ɪ̞], [je], [e] Ёё (йо) [jo]
Жж (жэ) [ʒ] Зз (зэ) [z] Ии (и) [i]
Йй (ҡыҫҡа и) [j] Кк (ка) [k] Ҡҡ (ҡы) [q]
Лл (эль) [l] Мм (эм) [m] Нн (эн) [n]
Ңң (эң) [ŋ] Оо (о) [ʊ̞], [o] Өө (ө) [ø]
Пп (пэ) [p] Рр (эр) [r] Сс (эс) [s]
Ҫҫ (ҫэ) [θ] Тт (тэ) [t] Уу (у) [u], [w]
Үү (ү) [y], [w] Фф (эф) [f] Хх (ха) [χ]
Һһ (һа) [h] Цц (цэ) [ts] Чч (чэ) [tɕ]
Шш (ша) [ʂ] Щщ (ща) [ɕɕ] Ъъ (ҡатылыҡ билдәһе) [-]
Ыы (ы) [ɯ], [ɨ] Ьь (йомшаҡлыҡ билдәһе) [ʲ] Ээ (э) [ɪ̞], [e]
Әә (ә) [æ] Юю (йу) [ju] Яя (йа) [jɑ], [ja]

Өндәрҙе сағылдырыу үҙенсәлектәре

үҙгәртергә
  • Алфавитта башҡорт һүҙҙәрендәге [ɪ̞] фонемаһы өсөн айырым хәреф алынмаған, был фонеманы белдереү функцияһы графика тарафынан э һәм е хәрефтәренә йөкмәтелә: эш [ɪ̞ʂ], кеше [kɪ̞ʂɪ̞], бейек [bɪ̞jɪ̞k].
  • Урыҫ теленән ингән [a], [e] [o], [ɨ] фонемалары айырым хәрефтәр менән белдерелмәй, уларҙың функцияһын да, төп башҡорт һүҙҙәрендәге [ɑ], [ɪ̞], [ʊ̞], [ɯ] фонемаларының функцияһын да бер үк а, э, о, ы хәрефтәре башҡара: тоҡ [tʊ̞q], ток [tok], ағас [ɑɣɑs], экскаватор [ekskavator].
  • [w] вау фонемаһы өсөн алфавитта айырым хәреф юҡ, графика был фонеманы белдереү функцияһын в, у, ү хәрефтәренә йөкмәтә: ваҡыт [wɑqɯt], тау [tɑw], тәүҙә [tæwðæ].
  • [ʔ] замма (рус. гортанная смычка) фонемаһы өсөн дә айырым хәреф юҡ, ул фонеманы яҙыуҙа белдереү өсөн, ь һәм ъ хәрефтәре ҡулланыла: маъмай [mɑʔmɑj], тәьмин [tæʔmin].[3][4]

Алфавит тарихы

үҙгәртергә

Исламға тиклем

үҙгәртергә
 
Боронғо төрки рун яҙмаһының хәрефтәре

Ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем башҡорттар, башҡа төрки халыҡтар кеүек үк, боронғо төрки ырын (рун) яҙмаһын ҡуллана.[5][6] Яҙыусы, тарихсы Йыһат Солтанов яҙыуынса, «Ырын» (рун) ғәзиз бабаларыбыҙҙың ағасҡа йә ташҡа ырып яҙыу ысулы ул". Силәнгә — Өргөн (Селенга — Орхон) ырын яҙмалары бөйөк Төрки ҡағанаты (552—745 йылдар) дәүерендә барлыҡҡа килгән.[7] Был боронғо төрки алфавитында 37 хәреф булһа, уның 17-һе башҡорт тамғаларына тап килә.

Башҡортостандан көнбайышҡа яҙмаларҙың был төрө йыш ҡына Дон һәм Донец, Днестр һәм Днепр йылғалары һыуы баҫҡан туғайҙарҙа, Дунайҙың урта ағышының һул ярында һәм Дунай тамағында осрай. Башҡортостандан көнсығышҡа табан руна яҙмаларын Иртыш үҙәндәрендә, Урта Азияла, Алтайҙа, Яҡутстанда, Көнсығыш Төркөстанда (Ҡытай) һәм Тибетта табырға мөмкин. Яҙмабыҙҙың төп төрө булып руна XV быуат һуңына тиклем хеҙмәт итә.[8]

Боронғо төрки халыҡтары рун яҙыуынан башҡа тағы икенсе бер төр яҙыу ҡулланған. Ул — боронғо уйғыр яҙыуы, VIII-ХVII быуаттарҙа ҡулланылышта була.[9]

Ғәрәп яҙылышындағы башҡорт алфавиттары

үҙгәртергә
 
19151923 йылдарҙағы башҡорт алфавиты

X быуат баштарында, Ислам динен ҡабул иткәс, башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлай. Үҙ заманының уҡымышлылары ғәрәп яҙмаһын ҡулланып күп нәмә яҙып ҡалдырғандар, улар араһында тарихи документтар менән шәжәрәләр ҙә, эпос, легендалар һәм башҡалар ҙа бар. Боронғо ҡәбер таштарындағы, һәр төрлө һәйкәлдәрҙәге яҙыуҙар ҙа ғәрәп хәрефе менән башҡарылған.

Ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә төрки халыҡтар иҫке төрки теле тип аталған әҙәби яҙма телен булдыра. Был яҙманы башҡорттар XI-се быуатта ҡуллана башлай. Нәҡ ошо телдә ХIII быуат башында Ҡол Ғәлиҙең мәшһүр «Ҡиссаи Йософ» әҫәре яҙыла.

ХVI быуат уртаһында башҡорттар Урыҫ дәүләтенә ҡушылғас, батша самодержавиеһы төрки телен рәсми яҙма тел тип таный. Ошо телдә төрлө документтар, манифестар, указдар, өндәмәләр, фармандар, хаттар, шәжәрәләр һәм нәфис әҫәрҙәр һәм башҡа яҙма ҡомартҡылар һаҡланған.

 
Ғәрәп яҙмаһында төҙөлгән юрматы ырыуы шәжәрәһенең бер бите. Р. Г. Кузеевтың «Башҡорт шәжәрәләре» китабынан

Башҡорт яҙма әҙәби телен булдырыу йүнәлеше башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы тарихында тәүге тапҡыр XIX быуатта күренекле башҡорт педагогы, мәғрифәтсе ғалим һәм яҙыусы Мирсалих Мирсәлим улы Биксуриндың эшмәкәрлегендә тормошҡа ашырыла. Башҡорт мәғрифәтселәренән шулай уҡ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев ғәрәп алфавитын камиллаштырырға, башҡорт теленә ҡулайлаштырырға ынтыла.

М. Өмөтбаев үҙенең грамматикаһында туған теле факттарын киң ҡуллана, мөмкин тиклем уға ғына хас һыҙаттарҙы асып бирергә тырыша; башҡорт теленең фонетик үҙенсәлектәренә яуап биреп бөтмәгән ғәрәп алфавитына бер нисә хәреф өҫтәй, аңҡау гармонияһы законын, телмәр ағышында тартынҡы өндәр менән булған үҙгәрештәрҙе яҙыуҙа сағылдырырға тәҡдим итә һ.б.[10]

Шулай ҙа XX быуат баштарына тиклем ҡулланылып йөрөтөлгән ғәрәп алфавиты башҡорт теленең фонетик системаһына тулыһынса яуап бирә алмаған; ҡайһы бер башҡорт өндәре өсөн билдәләрҙең бөтөнләй булмауы, һүҙ уртаһында һуҙынҡыларҙың регуляр яҙылмауы, башҡорт теле өсөн кәрәге булмаған артыҡ хәрефтәрҙең булыуы һ. б. ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған.

Башҡортостанда совет хакимиәте урынлашҡандан һуң, 1921 йылда Бәләкәй Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты башҡорт теленең дәүләт статусын таный. Башҡорт яҙмаһын булдырыу һәм уны ҡулланыу өсөн 1922 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин етәкселегендә комиссия ойошторола. 1923 йылда ошо комиссия тарафынан төҙөлгән беренсе башҡорт алфавиты һәм орфографияһы («Хәреф вә имла лаихәһе») иғлан ителә. Был алфавит традиция буйынса быға тиклем башҡорттар файҙаланып йөрөгән ғәрәп графикаһы нигеҙендә төҙөлә (уны һуңынан иҫке башҡорт алфавиты йәки «иҫкәлеп» тип йөрөтәләр). Алфавит 33 хәрефтән тора (иҫкеһендә иһә — 22 хәреф булған), шуларҙың егерме етеһе — тартынҡы («тауышһыҙ») өндәр, ә алтыһы һуҙынҡы («тауышлы») өндәр өсөн алынған.[11]

Латин яҙылышындағы алфавиттар

үҙгәртергә
 
Латин алфавитында яҙылған башҡорт китабы. Ғ. Ишбулат «Башланғыс мәктәп өсөн уҡыу китабы», Өфө, Башҡортостан дәүләт нәшриәте, 1934 йыл

1920-се йылдарҙа СССР халҡының яҙмаһын латиницаға күсереү буйынса хәрәкәт башлана. Был хәрәкәтте совет яҙыусыһы, йәмғиәт эшмәкәре Анатолий Луначарский яҡлап сыға. В. И. Ленин шулай уҡ латинлаштырыу яҡлы, әммә был эште урыҫ теле яҙмаһынан башлауға ҡаршы була. Латинлаштырыу ғәрәп алфавиты нигеҙендәге яҙманы ҡулланған телдәрҙән башлана.

Беренсе латин алфавиты

үҙгәртергә

Латин алфавитына күсеү өсөн хәрәкәт 1924 йылдан Башҡортостанда башлана. 1924 йылдың 6 октябрендә Башҡортостан халыҡ Комиссарҙары Советы (Башсовнарком) башҡорт яҙмаһын латин алфавитына күсереү кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә. 19251935 йылдарҙа Башҡортостан яңалиф үҙәк комитеты эшләй. Башҡорт алфавитының латин графикаһы нигеҙендә төҙөлгән беренсе варианты Яналиф үҙәк комитеты тарафынан 1925 йылда тәҡдим ителә. Һуңынан был алфавит ҡабаттан ҡарап сығыла, камиллаштырыла. Уның яңы варианты 1928 йылдың 7 майында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан рәсми дәүләт алфавиты итеп раҫланыла.[12] Был алфавитта 36 хәреф була, шуларҙың уны — һуҙынҡы өндәр өсөн, егерме алтыһы — тартынҡы өндәр өсөн, быларға өҫтәп үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә тартынҡыларҙың йомшаҡлығын белдереү өсөн '(апостроф) алына.

A a B ʙ C c Ç ç D d Đ đ E e Ə ə
F f G g Ƣ ƣ H h I i J j K k L ʟ
M m N n Ŋ ŋ O o Ɵ ɵ P p Q q R r
S s Ş ş T t Ѣ ѣ U u V v X x Y y
Z z Ƶ ƶ Ь ь ьj '

Икенсе латин алфавиты

үҙгәртергә

1939 йылда алфавиттан Çç һәм ьj хәрефтәре телдең фонетикаһын сағылдырыу өсөн кәрәкмәгәнлектән төшөрөп ҡалдырыла.[13]

A a B ʙ C c D d Đ đ E e Ə ə F f
G g Ƣ ƣ H h I i J j K k L ʟ M m
N n Ŋ ŋ O o Ɵ ɵ P p Q q R r S s
Ş ş T t Ѣ ѣ U u V v X x Y y Z z
Ƶ ƶ Ь ь '

Латинлаштырылған алфавитты ҡулланыуға керетеү буйынса байтаҡ эш башҡарыла — педагогтар яңынан әҙерләнә, яңы алфавит нигеҙендә гәзит-журналдар баҫтырыла, рәсми ҡағыҙҙар алып барыла, башҡорт теле орфографияһының төп принциптары әҙерләнә.

Әммә Яңалиф рәсми башҡорт алфавиты ролен бик оҙаҡ үтәмәй. Башҡорт яҙмаһын урыҫ графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү 1938 йылдың авгусында уҡ башлана.[14]

Башҡорт яҙыуын урыҫ графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү эше урыҫ һәм башҡорт ғалимдары тарафынан Октябрь революцияһына тиклем үк башланған. Урыҫ алфавиты нигеҙендәге тәүге башҡорт алфавиты «Букварь для башкир» 1892 йылда Ырымбур губернаһының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса округ инспекторы Василий Владимирович Катаринский тарафынан баҫтырыла, 1898 йылда әлифбаның икенсе баҫмаһы сыға. 1907 йылда Орск өйәҙенең урыҫ булмаған мәктәптәренең инспекторы Александр Григорьевич Бессоновтың бер аҙ камиллаштырылған әлифбаһы («Букварь для башкир») донъя күрә.[11] Ҡазан университеты профессоры Николай Федорович Катанов урыҫ графикаһы нигеҙендә «Азбука для башкирского языка» төҙөй.

Бигерәк тә башҡорт табибы һәм тел белгесе Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы) төҙөгән урыҫ графикаһы нигеҙендәге башҡорт алфавиты киң билдәле. 1912 йылда Ҡазанда уның «Основы звукопроизношения и азбука для башкир» тигән китабы баҫылып сыға. Башҡортса яҙыу өсөн Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы урыҫ-грек графикаһы нигеҙендә башҡорт милли алфавитын төҙөй, башҡорт телендәге өндәргә баһалама бирә, һәр өнгә хәреф билдәләй. 1919 йылда Өфөлә уның «Әлепей» китабы донъя күрә. Китапта һыҙылышы ҡатмарлы хәрефтәр ябайлаштырыла, улар хатта хәҙерге башҡорт теле алфавитына яҡын тора. Ләкин Ҡулаевтың алфавитын революциянан һуң тәүге йылдарҙа ғәмәлгә индереп булмай, сөнки граждандар һуғышы, 1921 йылғы йотлоҡ был эште бойомға ашырырға мөмкинлек бирмәй.

1928 йылда һәм артабан, төрки халыҡтар яҙмаларын ғәрәп алфавитынан латин алфавитына күсереү хәрәкәте дәүерендә, Ҡулаев урыҫ графикаһын ҡабул итеү кәрәклеген йәнә лә яҡлап сыға. Уның башҡорт яҙмаһын урыҫ графикаһы нигеҙендә төҙөү идеяһы 1939 йылда тормошҡа ашырыла башлай.

Урыҫ графикалы алфавитҡа күсеү мәсьәләһе ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында 1938 һәм 1939 йылдарҙа ике мәртәбә тикшерелә һәм башҡорт теленең яны алфавитын һәм орфографияһын төҙөү буйынса комиссия ойошторола. 1939 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумы урыҫ графикаһы нигеҙендә төҙөлгән башҡорт алфавитын һәм орфографияһын раҫлау һәм был алфавит менән орфографияға күсеүҙе 1940—1941 йылдарҙа тамамлау тураһында указ ҡабул итә. Башҡорт әҙәби теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы 1940 йылда С. Моратов, З. Айыуханов һәм А. Ә. Ғәлләмов авторлығында айырым китап булып баҫылып сыға.[1] 1950 алфавитҡа Ё ё хәрефе өҫтәлә һәм нәҡ ошо вариант әлеге көндәрҙә ҡулланыла.

Шулай итеп, хәҙерге башҡорт алфавиты һәм орфографияһының ярты быуаттан артыҡ тарихы бар.

Алфавиттарҙың сағыштырма таблицаһы

үҙгәртергә
Кириллица
(1940 йылдан)
Ғәрәп яҙмаһы
(1928 йылға тиклем)[15]
Латиница
(1928 йылдан)
А а ا A a
Б б ب B ʙ
В в/У у و,ۋ V v
Г г G g
Ғ ғ غ,ع Ƣ ƣ
Д д D d
Ҙ ҙ ظ,ض,ذ Đ đ
Е е ئ E e
Ё ё - -
Ж ж ژ Ƶ ƶ
Дж дж ج Ç ç (1939 йылға тиклем)
З з Z z
И и ي I i
Й й ی J j
К к ك K k
Ҡ ҡ ق Q q
Л л ل L l
М м م M m
Н н ن N n
Ң ң ڭ N̡ n̡
О о ۇ O o
Ө ө ۇ Ɵ ɵ
П п پ P p
Р р R r
С с ص,ﺱ S s
Ҫ ҫ ث Ѣ ѣ
Т т ط,ت T t
У у و U u
Ү ү و Y y
Ф ф ف F f
Х х خ,ﺡ X x
Һ һ ە/هـ H h
Ц ц - -
Ч ч چ C c
Ш ш ش Ş ş
Щ щ - -
Ъ ъ - -
Ы ы ئ Ь ь
Ый ый ي Ьj ьj (1939 йылға тиклем)
Ь ь -
Э э ئ E e
Ә ә ه Ə ə
Ю ю - -
Я я - -

Компьютер технологияларында ҡулланыу

үҙгәртергә
 
Клавиатурада башҡорт хәрефтәр тупланма

Компьютер технологияларында кириллик хәрефтәр өсөн ҡулланылған кодлауҙарҙа (КОИ8, Windows CP 1251 һ.б.) кириллик графика нигеҙендә төҙөлгән башҡа тел алфавиттарының үҙенсәлекле хәрефтәре өсөн буш код ҡалмай (украин, белорус, серб һәм македон хәрефтәренән башҡа). Һөҙөмтәлә был милләттәрҙең алфавиты өсөн компьютер шрифттарын булдырыуҙы шәхси фирмалар йәки һәүәҫкәр оҫталар үҙ өҫтөнә ала. Хәҙерге көндә башҡорт хәрефтәрен сағылдырған шрифттар бихисап. Әммә барыһының да бик ҙур кәмселеге бар — был шрифттар бер-береһе менән ҡуша ҡулланыу өсөн яраҡлаштырылмаған, йәғни бер шрифттан икенсеһенә күскән хәлдә күпселек символдар мәғәнәһен юғалта. Һәм тағы ла бер кире яғы — был шрифттар ҡайһы компьютерға ҡуйылған, шунда ғына уҡыла, шулай итеп, улар башлыса йыйылған башҡорт текстарын ҡағыҙға баҫып сығарыу өсөн генә яраҡлы.

Был проблемалар электрон һүҙлектәр, дөрөҫ яҙыуҙы тикшереү системаларын, башҡорт телендә веб-сайттар булдырыу эшендә тотҡарлыҡ яһай.[16]

Юникод (Unicode) халыҡ-ара кодлау стандарты үрҙә әйтеп үтелгән мәсьәләне хәл итә. Был стандарт бөтә яҙма телдәрҙең хәрефтәрен, иероглифтарын, символдарҙы сағылдырыу мөмкинлеген бирә. Бөгөнгө көндә башҡорт текстын яҙыу өсөн төп операцион системаларҙа, шул иҫәптән Windows-та ҡуйылған Unicode шрифттары ҡулланыла. Шулай, Arial Unicode MS, Palatino Linotype, Microsoft Sans Serif шрифттары бөтә компьютерҙа ла дөрөҫ сағылдырыла. Әммә башҡорт ҡатламы (рус. раскладка) булмауы башҡорт хәрефтәрен йыйыуҙы ҡатмарлаштыра. Башҡорт хәрефтәрен яҙыу ысулдары Башҡорт Википедияһының «Нисек башҡортса яҙырға?» мәҡәләһендә һәм bashqort.com 2013 йыл 5 март архивланған. сайтының «Башҡортса яҙыу» 2013 йыл 16 апрель архивланған. мәҡәләһендә тасуирланған.

2007 йылдың ғинуарынан һатыуға сығарылған Windows Vista операцион системаһынан алып башҡорт теле ҡатламы Windows операцион системаларының тел пакетына кертелә.[17] 2009 йылда иһә башҡорт теле ҡатламы Linux операцион системаһында ла булдырыла[18]. 2013 йылда OS Android башҡорт клавиатура сыҡты[19][20], iOS операцион системаға клавиатура бар[21].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башҡорт әҙәби теленең алфавите hәм орфографияhы. Өфө, 1940
  2. Юлия Филиппова. «Письменность башкирского народа», lingtown.ru сайты(недоступная ссылка)
  3. 3,0 3,1 Хәҙерге башҡорт теле. Уҡытыу-методик комплекс. Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2008 йыл
  4. Курсы башкирского языка в сообществе «Свободный Яик»
  5. Бороғо төрөк ырын алфавиты 2016 йыл 6 март архивланған.
  6. Ырындарҙың өҫтәлмә уҡылыуы, Йыһат Солтановтың ҡулъяҙмаларынан 2016 йыл 5 март архивланған.
  7. Йыһат Солтанов. «Ырып яҙған ырындарыбыҙ» 2016 йыл 31 декабрь архивланған.
  8. Иршат Йәнбирҙин. «БАШҠОРТ ЯҘМАҺЫ… ете мең йыллыҡ тарихҡа эйә», «Киске Өфө» гәзите, № 37, 15 — 21 сентябрь, 2012
  9. Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов. «Башҡорт әҙәби теле нисек барлыҡҡа килде?», «Башҡортостан» гәзите, 25 май 2012 йыл 2016 йыл 7 март архивланған.
  10. Ғиниәт Ҡунафин. «Ул үҙенә һәйкәл ҡуйып китте». «Ватандаш» журналы, № 12, 2011 йыл 2014 йыл 30 август архивланған.
  11. 11,0 11,1 Сабир Йыһаншин. «Туған телдә уҡытыу проблемалары». «Ағиҙел» журналы, № 7, 2012 йыл
  12. Başqort teleneŋ imlәhe. Өfө, 1930
  13. Başqort teleneŋ orfografiahь. Өfө, 1939
  14. «90 лет назад башкирская письменность перешла с арабского на латинский алфавит». rb7.ru сайтында мәҡәлә
  15. Ғәли Ишбулатов. «Ғәрәп яҙмаһын өйрәнеүселәргә әлифба». — 2-се баҫ. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988й. — 64 бит.
  16. «Интернет и алфавиты языков России». «Языки народов России в Интернете» сайтында мәҡәлә
  17. «ИНТЕРНЕТ: Систему Windows перевели на башкирский язык». ufanet.ru сайтында мәҡәлә 2016 йыл 13 март архивланған.
  18. «Linux переходит на башкирский язык». proufu.ru сайтында мәҡәлә
  19. Разработана башкирская клавиатура для «Android» 2013 йыл 16 октябрь архивланған.
  20. Башкирская клавиатура для Android 2014 йыл 23 сентябрь архивланған.
  21. Башкирская клавиатура для iPhone и iPad
  22. Создание башкирской раскладки для Mac OS X

Һылтанмалар

үҙгәртергә