2 август
көнө
(2 августа битенән йүнәлтелде)
2 август — григориан стиле буйынса йылдың 214-се (кәбисә йылында 215-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 151 көн ҡала.
2 август | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
2 август Викимилектә |
← август → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- Ер: Почта йәшнигенең тыуған көнө.
- Гайана: Азатлыҡ көнө.
- Төньяҡ Македония: Республика көнө.
- Әзербайжан: Милли кино көнө.
Төбәк байрамдары
- Рәсәй Федерацияһы: Ненец автономиялы округында болан көнө.
- Эвенкия тәбиғәте көнө.
- Беларусь: Десантсылар һәм Ҡораллы көстәрҙең махсус операция частары көнө.
- Ҡаҙағстан Рәсәй Федерацияһы: Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө.
- Сербия Словения: Авиация көнө.
- 1790: Америка Ҡушма Штаттарында беренсе халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә.
- 1887: Америкала Роуэль Ходже (Rowell Hodge) сәнскеле тимер сыбыҡҡа патент ала.
тулы исемлек
- 1916: Мәскәүҙә АМО (рус. Автомобильное моторное общество) заводы сафҡа инә, 1933 йылда ЗиС (рус. завод имени Сталина), 1956 йылдың 26 июненән — ЗиЛ (рус. завод имени Лихачёва).
- 1930: СССР-ҙа Мәскәү хәрби округы учениеларында Воронеж ҡалаһы янында беренсе тапҡыр һауа десанты төшөрөлә. Артабан был көн Советтар Союзында, хәҙер Рәсәйҙә лә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө булып билдәләнә. Беренсе десантсыларҙың һаны 12 була.
- 1933: СССР-ҙа Беломор-Балтик каналы асыла.
- 1934: Адольф Гитлер Германия фюреры итеп иғлан ителә.
- 1945: Потсдам конференцияһы эшен тамамлай.
- 1957: Өфөләге К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты базаһында Башҡорт дәүләт университетын асыу тураһында СССР Юғары белем биреү министрлығы приказына ҡул ҡуйыла.
- 2007: «Мир» тәрән һыуҙарға төшөү аппараты донъяла тәүге тапҡыр Төньяҡ полюста Төньяҡ боҙло океан төбөнә төшә һәм унда Рәсәй флагын һәм киләсәк быуындарға яҙма мөрәжәғәт һалынған капсула ҡалдыра.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
үҙгәртергә0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Наймушина Ольга Васильевна (1965), хеҙмәт алдынғыһы. Благовещен арматура заводының инженер-конструкторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Тулвинский Шәйхулла Сибәғәтулла улы (1886—15.10.1970), уҡытыусы, шағир. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Ҡылысбаев Фердинанд Әкрәм улы (1926—26.07.2001), уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1975). 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Апакаев Пётр Андреевич (1936—18.04.2020), педагог-ғалим. 1986 йылдан Мари педагогия институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2001 йылға тиклем башланғыс белем биреү педагогикаһы кафедраһы мөдире. Педагогия факультеты докторы (1999), профессор (1993). Мари ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1991), Мари АССР‑ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1969). Яныш Ялкайн исемендәге премия лауреаты (2003).
- Әсбәпова Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы (1936), уҡытыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985). Сығышы менән Мәсетле районы Һабанаҡ ауылынан.
- Баһманов Валерий Хөсәйен улы (1951), физик-ғалим. 1978 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1984—1994 йылдарҙа «Искра» фәнни конструкторлыҡ-технология бюроһының сектор мөдире; бер үк ваҡытта 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (2006), профессор (2007). Сығышы менән хәҙерге Ҡырым Республикаһының Советский ҡасабаһынан.
- Бабиков Антон Игоревич (1991), спортсы. Биатлон буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы. Эстафетала 2017 йылғы донъя чемпионы. Рәсәйҙең халыҡ-ара класслы спорт мастеры (2015) һәм атҡаҙанған спорт мастеры (2017).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Каравдин Владимир Петрович (1932—12.08.2011), СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы һәм тренеры, туплы (1954) һәм шайбалы хоккей (1956) буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры. Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Ҡәләмова Фәнзиә Сәхиәр ҡыҙы (1947—1.03.2010), агроном, йәмәғәтсе. 2006—2010 йылдарҙа Мәсетле районы Ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Ҡарағужа ауылынан.
тулы исемлек
- Мостафин Юлай Сәмиғулла улы (1947—11.09.1998), шахтёр. 1971—1990 йылдарҙа Бүребай руда идаралығы эшсеһе, 1991—1995 йылдарҙа Хәйбулла районы «Быҙаулыҡ» совхозының директор урынбаҫары. 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы Аралбай ауылынан.
- Нәфиҡова Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы (1947), ғалим-педагог. 1966 йылдан Күмертау ҡалаһы, Баймаҡ районы һәм Өфө ҡалаһы мәктәптәре уҡытыусыһы һәм мәғариф учреждениелары хеҙмәткәре. 1995 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты методисы, уҡытыусыһы, башланғыс белем кафедраһы мөдире, 2012 йылдан — Милли мәғарифты уҡыу-методик яҡтан тәьмин итеү үҙәге директоры. Педагогия фәндәре кандидаты (2005), Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2002), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2007). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылынан.
- Ишмәтов Рафаил Ғәзиз улы (1952), СССР хоккейсыһы Һәм Рәсәй тренеры, ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (2003), доцент. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (1996) һәм СССР-ҙың спорт мастеры (1977). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1994). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1996).
- Шәмсетдинов Мәсғүт Мәзит улы (1957—13.08.2021), табип-фтизиатр. 1987—2021 йылдарҙа Стәрлетамаҡ туберкулёзды дауалау диспансерының баш табибы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2005) һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2003(, Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре (2018) һәм Табип-фтизиатрҙар ассоциацияһы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районы Иҫке Әпсәләм ауылынан.
- Гәрәев Рушан Ҡәҙим улы (1962), агроном, комсомол органдары ветераны, муниципаль хеҙмәткәр. 2008 йылдан Тәтешле, 2020 йылдан — Борай район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006). Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Тәтешле районы Аҡсәйет ауылынан.
- Ғәлиев Таһир Афзал улы (1972), спортсы, тренер. Олимпия резервының бокс буйынса Н. Валуев исемендәге спорт мәктәбе тренеры. Бокс буйынса СССР-ҙың спорт мастеры, халыҡ-ара һәм Бөтә Союз ярыштарының күп тапҡыр еңеүсеһе.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Плотников Дмитрий Павлович (1918—4.09.2012), хәрби хеҙмәткәр, генерал-майор. Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1960 йылдан Коми АССР-ының, 1960—1966 йылдарҙа Ҡурған өлкәһенең хәрби комиссары. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Белорет районының Үрге Әүжән ауылынан.
- Ионов Василий Иванович (1923—2010), нефтсе, инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950 йылдан «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының өлкән мастеры, цех начальнигы, 1971 йылдан баш инженеры, 1981—1989 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Октябрьский үҙәк производство хеҙмәтләндереү базаһы начальнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1980). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты. Октябрьский ҡалаһының почётлы гражданы.
тулы исемлек
- Ғәбитов Морат Исмәғил улы (1928—23.07.2011), механизатор, водитель. 1944 йылдан Сибай МТС-ы шофёры, 1954 йылдан — комбайнёры, 1957—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Сибай» совхозы шофёры. Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1957, 1981). Сығышы менән ошо райондың Дәүләт ауылынан.
- Буланкин Юрий Михайлович (1948), төҙөүсе. Хәҙерге «Востокнефтезаводмонтаж» тресы «Салауат-2» предприятиеһының элекке монтажсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ишембай районының Аникеевский ауылынан.
- Хөснуллина Гүзәл Ҡәҙим ҡыҙы (1948), педагог, йәмәғәтсе. 1968 йылдан Салауат ҡалаһының 9-сы, 1980 йылдан (өҙөклөк менән) 19-сы мәктәп уҡытыусыһы, 1985 йылдан — директоры; 1999—2007 йылдарҙа 1-се гимназия директоры. Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарының ҡала советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1999), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1988). Йыл директоры Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты (1996). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районының Бүл-Ҡайпан ауылынан.
- Харисов Фәрит Фәхрәзи улы (1958), педагог, йәмәғәтсе. 2009 йылдан Яңауыл ҡалаһының 1-се урта мәктәбе директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре һәм мәғариф отличнигы, Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре. Сығышы менән ошо райондың Истәк ауылынан.
- Ғатауллин Рөстәм Шакирйән улы (ижади псевдонимы Рөстәм Нурыев; 1963), иҡтисадсы, дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2005—2023 йылдарҙа Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан төбәк органы етәксеһе урынбаҫары. Рәсәй Федерацияһы дәүләт граждан хеҙмәтенең 1-се класлы кәңәшсеһе (2005). 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. 2005 йылдан Википедия ирекмәне. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2003), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022). Статистика отличнигы (2010). Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың «Ключевое слово» Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы (2020), «Викимедиа РУ» Рәсәй йәмәғәт ойошмаһынының «Вики-премия»һы лауреаты (2014, 2018). «Мәсетле районының 100 данлыҡлы исеме» проекты дипломанты (2019).
- Симонов Сергей Анатольевич (1963), инженер. Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы урынбаҫары – техник директоры. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған машина эшләүсеһе. 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.
- Гурьева Вероника Александровна (1968), педагог, мәғариф һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1990 йылдан Благовещен ҡалаһының 4-се мәктәбе уҡытыусыһы, 1998 йылдан мәғариф идаралығы инспекторы, 1999 йылдан Благовещен район хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы. Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы (1997). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының 1995 йылда күсерелгән Дербешка ҡасабаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
үҙгәртергә- Стефан (донъяуи исеме Проценко Стефан Максимович; 1889—6.10.1960), дин әһеле, 1942—1944 йылдарҙа Өфө һәм Минзәлә архиепискобы. Митрополит (1959), архиепископ (1942), архимандрит (1922). Монахлыҡ ҡабул иткән (1922). Сығышы менән Харьков губернаһының Палеевка ауылынан.
- Воробьёв Николай Фёдорович (1904—21.03.1976), ғалим-невролог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1951—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты ректоры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре кандидаты (1941). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған табибы (1957) һәм атҡаҙанған фән эшмәкәре (1964), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1948). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), «Почёт Билдәһе» (1953) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Иваново өлкәһенең үҙәге Иваново ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Журавлёв Василий Николаевич (1904—15.11.1987), СССР кинорежиссёры, үҫмерҙәр өсөн совет киноһын башлап ебәреүселәрҙең береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1976), Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ның халыҡ артисы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1981).
- Чеботарёв Илья Егорович (1929—2.05.1982), ғалим-ветеринария табибы, 1961—1969 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты уҡытыусыһы, 1966 йылдан — ветеринария факультеты деканы. Ветеринария фәндәре докторы (1967), профессор (1968). Сығышы менән элекке Үҙәк Черноземье өлкәһенең Берёзовка ауылынан.
- Саҙриев Миҙхәт Минша улы (1934—2.12.2016), ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1991 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1971), профессор (1995). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1994). Сығышы менән хәҙер Туймазы ҡалаһы составына ингән Түбәнкүл ауылынан.
- Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы (1939—21.07.1988), хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1962 һәм 1966—1988 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының изолировщигы һәм торба һалыу краны машинисы. Хеҙмәт даны орденының тулы кавалеры (1985).
- Кликич Лилиә Миңлеғәлим ҡыҙы (1954), ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2006), профессор (2013). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Учалы районының Учалы ауылынан.
Дөйөм исемлек
үҙгәртергә- 1805: Никанор Чернецов, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1820: Джон Тиндаль, Англия физигы, күк йөҙөнөң ниңә зәңгәр төҫтә булыуын беренсе аңлатыусы.
тулы исемлек
- 1900: Илья Старинов, СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышының партизан-диверсанты.
- 1905: Леонид Ленч (төп фамилияһы Попов), СССР-ҙың юморист яҙыусыһы.
- 1905: Мирна Лой, Америка киноактрисаһы.
- 1928: Георгий Сафаров, хужалыҡ эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған металлургы.
- 1929: Валерий Аграновский, СССР журналисы, яҙыусы, драматург.
- 1945: Георгий Мовсесян, СССР һәм Рәсәй композиторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995) һәм халыҡ артисы (2001).
- 1960: Оливье Грюнер, Франция киноактёры, кикбоксинг буйынса элекке донъя чемпионы.
- 1970: Кевин Смит, Америка режиссёры, актёр һәм сценарист.
- 1980: Александр Емельяненко, Рәсәй спортсыһы, көрәшсе.
- 1990: Элизабет Дебики, Австралияның театр һәм кино актрисаһы.
- 1923: Хардинг Уоррен Гамалиел, АҠШ-тың 29-сы Президенты.
- 1964: Ишкинин Ишмәй Иштубай улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1945).