Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы
Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы (2 август 1939 йыл — 21 июль 1988 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1960—1962 һәм 1966—1988 йылдарҙа «Востокнефтепроводстрой» тресының изолировщигы һәм торба һалыу краны машинисы. Хеҙмәт даны орденының тулы кавалеры (1985).
Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 2 август 1939 |
Тыуған урыны | Балтай, Ҡарамалы-Ғөбәй ауыл советы, Туймазы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 август 1988 (49 йәш) |
Һөнәр төрө | крановщик |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФәүир Шәрифулла улы Мәхмүтов 1939 йылдың 2 авгусында Башҡорт АССР-ы Ҡандра районының[1] Балтай ауылында тыуа.
1960—1988 йылдарҙа СССР-ҙың Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының «Востокнефтепроводстрой» тресы 5-се төҙөлөш идаралығында изолировщиу, кран-торба һалғыс машинисы булып эшләй.
Фәүир Мәхмүтов Усть-Балыҡ — Ҡурған — Өфө — Әлмәт, Уренгой — Помары — Ужгород һәм башҡа урындарҙа магистраль торба үткәргестәр һалыуҙа ҡатнаша.
Хеҙмәт ветераны 1988 йылдың 21 июлендә 50 йәшендә вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәХеҙмәттәге ҙур ҡаҙаныштары, биш йыллыҡ пландарҙы срогынан алда үтәгәне, бер предприятиела намыҫлы һәм оҙаҡ йылдар эшләгәне өсөн Ф. Ш. Мәүмүтов беренсе (1985), икенсе (1980), өсөнсө дәрәжә (1975) Хеҙмәт даны ордендары менән бүләкләнә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 июль 2019)
- Мәхмүтов Фәүир Шәрифулла улы . «Герои страны» сайты.