Ионов Василий Иванович

Ионов Василий Иванович (2 август 1923 йыл — 2010 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1981 йылдарҙа «Туймазынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының баш инженеры, 1981—1989 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең Октябрьский үҙәк производство хеҙмәтләндереү базаһы етәксеһе. Академик И. Губкин исемендәге премия лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе.

Ионов Василий Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 август 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Ахлебинино[d], Наровчатский өйәҙе[d], Пенза губернаһы[d], РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 2010
Вафат булған урыны Октябрьский, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө Машинист (промышленность), инженер
Эш урыны ӨДНТУ
Уҡыу йорто Ишембай нефть колледжы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Василий Иванович Ионов 1923 йылдың 2 авгусында Пенза губернаһының Наровчатский өйәҙе Ахлебинино ауылында тыуған.

1942 йылда Ишембай машиналар эшләү заводында токарь була.

Шул уҡ йылда үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армия сафына инә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, хәрби наградаларға лайыҡ була[⇨]. 1947 йылда демобилизациялана.

1950 йылда Ишембай нефть техникумын отличие менән тамамлай, «Туймазынефть» тресында промысла механигы булып эшләй башлай.

1962 йылда Өфө нефть институтын тамамлай, «Нефть һәм газ промыслаһы ҡорамалдары һәм машиналары» һөнәре буйынса «инженер-нефтсе» квалификацияһы ала. 1961—1981 йылдарҙа — өсөнсө промыслала скважиналарҙы эшкәртеү буйынса механик, скважиналарҙы капиталь ремонтлау цехында өлкән механик, газокомпрессор хужалығы цехы етәксеһе, «Туймазынефть» нефть-газ табыу идаралығының баш механигы, баш инженеры.

1981—1989 йылдарҙа — «Башнефть» нефть компанияһында Октябрьский производство хеҙмәтләндереү үҙәк базаһы начальнигы (ОЦБПО); ошо йылдар эсендә бер нисә цех реконструкциялана, өс торлаҡ йорт, ашхана тапшырыла, балалар баҡсаһы киңәйтелә.

1989 йылда хаҡлы ялға сыға. 2010 йылда Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһында вафат була.

Фәнни-производство эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Өфө нефть институты филиалында дәүләт комиссияһын етәкләй. Яңы төр ҡорамал эшләү инициаторы. Продукция йыйыуҙың бер торба системаһына, вышкаһыҙ эксплуатациялауға күсереүҙә ҡатнашыусыларҙың береһе. Нефть промыслаһы ҡорамалдарын үҙәкләштерелгән ремонтлауҙы ойоштороусы. Уйлап табыуға 16 авторлыҡ таныҡлығына эйә.

= Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Октябрьский ҡалаһының бер урамы В. И. Ионов исемен йөрөтә[1].

Комментарийҙар

үҙгәртергә
  1. По другим данным[3] — почётный нефтяник Башкирской АССР (1979).
  2. Решение Совета народных депутатов от 28 июля 1988 года[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Почётный выпускник УГНТУ. — 2-е изд. — Уфа: Инеш, 2013.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ионов Василий Иванович (рус.). Свободная энциклопедия Урала. Дата обращения 7 ноября 2018.
  • Новым улицам — имена знаменитых земляков (рус.). Администрация городского округа город Октябрьский (2 апреля 2015). Дата обращения 7 ноября 2018.